«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕ ҮҘЕНӘ ЯҘҒАН ҒҮМЕРҘЕ ОҘАЙТА АЛМАЙ, Ә ҠЫҪҠАРТА АЛА
+  - 


Беҙ кешенең сәләмәтлеге өсөн медицина яуаплы тип ҡарарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Халыҡтың һаулығы юҡ икән, тимәк, табиптар ғәйепле. Кемдер ауырып китһә, табиптар ҡарамаған, уны ошо хәлгә төшөргән. Һәр кем үҙенең йәшәү рәүеше, уйҙары, донъяға ҡарашы менән үк үҙенең хәл-торошон билдәләй икәнен уйлап та бирмәйбеҙ. Сәләмәт булыр өсөн нимәләр эшләргә? Кем ул сәләмәт кеше? Өфө Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы фәнни-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, медицина фәндәре докторы, профессор Мәхмүзә ҒӘЙНУЛЛИНА менән ошо хаҡта әңгәмәләшәбеҙ.

Беҙ гел табиптарҙы әрләргә күнеккәнбеҙ. Әммә бер кем дә үҙемде ауырыу хәленә еткерҙем, зыянлы ризыҡтар ҡулландым, артығын ашаным, хәрәкәтләнмәнем, гел насар кәйефтә йөрөнөм, тип әйтмәй. Кешенең сәләмәтлеге өсөн кем яуаплы һуң?


- Һәр кемебеҙҙең сәләмәтлеге 4 факторҙан тора: 20-шәр проценты өсөн атай-әсәйҙән организмға һалынған гендарҙан килгән программа менән экология "яуаплы", медицинаның өлөшө - 10 процент, ә ҡалған 50 проценты - йәшәү рәүеше. Был мәғлүмәттәр - Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһыныҡы. Ошо күҙлектән ҡараһаҡ, кешенең сәләмәтлеге уның йәшәү рәүеше менән тығыҙ бәйле. Тимәк, кеше үҙенең һаулығын йәштән һаҡларға бурыслы. Табипҡа ла ул ниндәйҙер факторҙар тәьҫирендә йәшәү көсө ҡаҡшап киткәндә генә, сирләгәс кенә мөрәжәғәт итә. Һау кеше табипҡа түгел, фитнесҡа, театрға бара, сәйәхәт итә. Шуға ла "Кешеләр ни эшләп сәләмәт түгел?" тигән һорауҙы медицина хеҙмәткәрҙәренә биреү хата. Тәбиғәттән кешегә күпме ғүмер бирелгән, ул шуны йәшәй. Кеше ошо үҙенә яҙған ғүмерҙе оҙайта алмай, әммә ҡыҫҡарта ала. Фәҡәт үҙенең йәшәү рәүеше менән ҡыҫҡарта - алкоголь, наркотиктар, экологиянан тыш, алама уйҙар уйлау, насар һүҙҙәр һөйләү, кеше менән талашып йәшәү, көнсөллөк менән дә үҙен ашай кеше. Мин лекциялар менән йыш сығыш яһайым. Шунда аудиторияға гел бер һорау бирәм: "Һеҙҙең сәләмәт булғығыҙ киләме?" "Килә!" - тип яуаплайҙар. Булығыҙ, сәләмәт булыу бит үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа! Кешегә үҙе тыуған ер, уның географик киңлеге һәм оҙайлығы, ниндәй йондоҙҙар тәьҫирендә булыуы, тәбиғәт, йәғни, география, астрономия, һәм башҡалар барыһы ла йоғонто яһай. Әйтәйек, беҙ үҙебеҙҙең ерҙә үҫкән емештәргә, йәшелсәгә өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ. Деликатес тип, әллә ниндәй диңгеҙ ризыҡтары ашайҙар. Хоҙай Тәғәлә уларҙы ерҙе таҙартһын өсөн булдырған. Креветка, диңгеҙ ҡыҫалаһы паразиттар, емтек менән туҡлана. Мидия, устрицаның тәбиғәттәге төп функцияһы - һыуҙы фильтрлау, уларҙа кешегә бөтөнләй кәрәк булмаған матдәләр һәм микроорганизмдар, ағыуҙар туплана. Банан кеүек ят ризыҡтар ҙа кәрәк түгел беҙгә, улар организмдың энергетикаһын боҙа. Беҙгә сөгөлдөр, кишер, ҡыяр, кәбеҫтә, үҙ еребеҙҙә үҫкән үләндәр, ярмалар кәрәк. Борондан ата-бабалар ит ашаған, тимәк, беҙҙең өсөн ошолай туҡланыу иң ҡулайлыһы.
Тәбиғәт менән дөрөҫ мөғәмәләлә булырға кәрәк. Беҙҙә талпан күп, унан һаҡланырға тейешбеҙ. Республика сысҡан биҙгәге сире буйынса алдынғы урында, сөнки ҡыр сысҡаны йүкәнең сәскә атҡандан һуң барлыҡҡа килгән емеше менән туҡлана. Был емеш ҡышын да елдә ҡойолоп ултыра, тимәк, сысҡан ҡар өҫтөнә сығып, үҙенә ем таба ала. Уларҙың күпләп үрсеүенең сәбәбе шунда. Бына ошоларҙың барыһын да иҫтә тоторға һәм тәбиғәт менән дөрөҫ аралаша белергә тейешбеҙ.

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән "Айыҡ ауыл-2022" конкурсының йомғаҡлау конференцияһындағы сығышығыҙҙа кешенең ошо йәшәү үҙенсәлектәренең ғүмер оҙайлығына тәьҫире тураһында сәләмәтлектең күҙәнәк кимәлендәге күрһәткесе - теломера ярҙамында аңлатҡайнығыҙ...

- Ғалимдар һәр ваҡыт кеше ғүмеренең оҙайлығы нимә менән бәйле икәнен аңларға тырыша. 2009 йылда өс Америка ғалимы теломераза тураһындағы тикшеренеүҙәре өсөн Нобель премияһына лайыҡ булды. Асыҡланыуынса, кеше организмының һәр күҙәнәгендә һәр хромосоманың 4 осонда теломералар урынлашҡан. Аяҡ кейемегеҙҙең шнурын күҙ алдына килтерегеҙ, ул таралып китмәһен өсөн осон уратып, нимә менәндер нығытып ҡуялар, бына был теломера тап шуға оҡшаған. Был структуралар хромосоманың остарына бер-береһенә, йәки башҡа хромосомаларға йәбешергә мөмкинлек бирмәй. Әгәр ҙә алда миҫал итеп килтергән шнурҙың осондағы ҡалпағы ысҡынып китә икән, уның бауы тарала башлай, шуның кеүек, хромосоманың осо ла "ялбырап", күҙәнәк үлә йәки яман шешкә әүерелә. Теломералар оҙонораҡ булған һайын, ғүмер ҙә оҙайлыраҡ. Организмдағы күп кенә күҙәнәктәр бүленә, бүленгән һайын теломералар ҡыҫҡара бара ла, бер мәл килеп күҙәнәк бүленә алмай башлай. Мейе нейрондары менән йөрәк мускулдары күҙәнәктәре бүленмәй, әммә башҡа күҙәнәктәр менән бәйле булғанлыҡтан, улар ҙа ҡартая. Бына ошо теломераларҙың сәләмәт булыуы өсөн теломераза тигән фермент яуаплы. Ошо фермент ҡартая килә аҙыраҡ бүленә башлай.
Күп кенә ғалимдар шуны ла асыҡлаған: дөрөҫ туҡланмау (рационда шәкәр, омега-6, эшкәртелгән ризыҡтар күп булыуы, аҡһым, йәшелсәләр, емеш-еләктәр етешмәүе), артығын ашау, һимереү, тирә-яғыбыҙҙың зарарлы химик, физик, биологик факторҙар менән бысраныуы, аҙ хәрәкәтләнеү, йоҡо туймау, даими стрестар, хроник сирҙәр, тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү, D витамины ҡытлығы теломераларҙың ҡыҫҡарыуына илтә. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғандарҙың теломералары насар ҡылыҡтарынан баш тарта алмаусыларға ҡарағанда 10 процентҡа оҙонораҡ була. Кариес, пародонтоз, эсәк ялҡынһыныуы, простатит, гинекологик сирҙәр ҙә теломераза әүҙемлеген түбәнәйтә. Ә бына эстроген был ферментты әүҙемләштереп ебәрә, ауырлы саҡта был гормон күләме юғары була, шуға ла күп бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар оҙағыраҡ йәшәй. Рационығыҙҙың калориялылығын көндәлек норманан 10 процентҡа түбәнәйтеп тә 5 йыл ғүмер өҫтәргә була. Ә артығын ашайһығыҙ икән, теломераларҙы, киреһенсә, ҡыҫҡартаһығыҙ.
Көн һайын 40 минут йәйәү йөрө, ғүмерең оҙаясаҡ. Организмға D витамины етә икән, был шулай уҡ теломераза бүленеп сығыуға сәбәп. Омега-3, С витамины, башҡа антиоксиданттар ҙа теломеразаның бүленеп сығыуына этәргес булып тора.

Һаулығын, туҡланыуын, йәшәү рәүешен үҙе хәстәрләй алһа ла, кеше йәмғиәттә йәшәй, социаль именлек тигән нәмә лә бар бит әле. Ғүмерегеҙҙе кеше сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлткән ғалимә, тәжрибәле табип булараҡ, әйтегеҙ әле, социаль именлектең ғүмер оҙайлығына тәьҫире ниндәй кимәлдә?

- Сәләмәт кеше ниндәй ул, тип һораһам, "Ауырымау - шул сәләмәтлек инде", тип яуаплаясаҡ күптәр. Ысынында был бик үк дөрөҫ түгел. 323-сө "РФ Граждандарының сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһындағы" Федераль законда ауырыуы булмаған һәм "кешенең физик, психик һәм социаль именлеге сәләмәтлек тип атала" тиелгән. Эшкә һәләтле, оҙон ғүмерле булһын, ҡартайғас та әүҙем булып ҡалһын өсөн кешегә дәүләт тарафынан яҡлау ҙа кәрәк.
Социаль яҡтан тәьмин ителмәгән икән, һис шикһеҙ, кеше даими стресс кисереп йәшәй. Хроник стресс шул уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына килтерә. Хатта ковид ваҡытында, үлем осраҡтары бермә-бер күбәйгәндә лә, йөрәк ауырыуҙары буйынса үлем осраҡтары тәүге урында ҡала килде. Кешенең йәшәр ере булырға тейеш, эше булырға тейеш, уға эшендә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнергә тейеш. Бөгөн былар, ҡыҙғанысҡа күрә, кешенең үҙенә генә ҡайтарып ҡалынған, фатирҙы ипотекаға ала, уны түләү өсөн сәләмәтлеген ҡыҙғанмайынса тир түгә. Әйтәйек, кеше сәләмәт икән, ти, әммә бер көндө эш урынына килһә, уға, бөгөндән эшләмәйһең, тип торалар. Ә уның балалары уҡый, уларҙы ҡарарға кәрәк. Ҡапыл ғына инфаркт, инсульт булып, йығылып үлеүе лә ихтимал бит уның. Йәштәр араһында иртә үлем осраҡтары ла күп хәҙер. Ни эшләп үлем осраҡтары күп, тип, хөкүмәт етәкселәренән һорарға кәрәк. Был табиптан ғына тормай. Кеше социаль яҡтан тәьмин ителергә, әйтәйек, медицина учреждениелары, балалар баҡсаһы, мәктәбе, дарыуханаһы, магазины - бөтөн инфраструктура менән тәьмин ителергә тейеш.
Ҡарағыҙ әле, хәҙер сауҙа, күңел асыу комплекстары, төнгө клубтар, кинотеатрҙар, дарыуханалар аҙым һайын. Ә балалар өсөн ижад мәктәптәре, спорт, башҡа һауыҡтырыу объекттары ошо барлыҡ үҙәктәргә ҡарата ниндәй нисбәттә төҙөлә икән? Бындай рәсми мәғлүмәттәр ҙә юҡтыр әле. Табиптар сәләмәтлекте һаҡлау өсөн күп хәрәкәтләнергә, физкультура, спорт менән шөғөлләнергә ҡуша. Әммә бөгөн бассейн, спорт залдары, фитнес үҙәктәр ныҡ етеш йәшәгәндәр өсөн генә тәғәйенләнгән кеүек. Ярай әле, урамда йүгергән өсөн аҡса алмайҙар. Уныһы ла хәүефле әле, ҡышын тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу ҙа ҙур ауырлыҡ менән башҡарыла.
Илдең киләсәге матур булһын өсөн үҫеп килеүсе быуынға яҡшы тәрбиә бирергә кәрәк. Дөйөм идеология юҡ, балаларҙы дәрестән һуң тәрбиәләй торған ысулдар юҡ, күмәк физкультура менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база ярлы, ә тәмәке, алкоголь, наркотиктарҙы табыуы, һатып алыуы шул тиклем еңел бөгөн.

Дәүләт демографик хәлде яҡшыртыу өсөн дә күпте эшләй, был бөгөнгө көндә үҙен аҡлаймы?

- Үкенескә, республикала сабыйҙар үлеме күрһәткестәре федераль округта иң тәүге урында. Ғөмүмән, бөтөн донъяны алғанда, 2021 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, сабыйҙар Катарҙа, Ғәрәп Әмирлектәрендә, Кувейтта аҙыраҡ үлә, унда халыҡ йәш, алкоголь ҡулланыу юҡ тиерлек һәм медицина кимәле һәм йән башына тулайым эске продукт кимәле юғары.
Тыуым тураһында һөйләгәндә, уның сифатлы булыуы тураһында бер ҙә әйтмәйбеҙ. Эйе, дәүләт демографик хәлде яҡшыртыу буйынса күпте эшләй. Тик нисә бала тыуҙы, тип түгел, кемдән тыуғанын ҡарарға кәрәк. Бәлки, был балалар психик сирлеләрҙән, эскеселәрҙән, венерик ауырыуҙар, СПИД менән сирләүселәрҙән, наркомандарҙан тыуғандыр? Алкоголдең әсә ҡарынында ятҡан балаға ла тәьҫире барлығы күптән асыҡланған. Улар нервы сирҙәре менән тыуа, уҡыуға һәләттәре лә булмауы ихтимал. Ошолар барыһы ла йәмғиәттең сәләмәтлеге сифатына йоғонто яһай. Етлекмәгән, 500 грамлыҡ ҡына булған сабыйҙар күп тыуа. Дәүләт был өлкә өсөн күп аҡсалар бүлә, тик дөрөҫөн әйткәндә, ошо балаларҙың тере ҡалғандарының 95 проценты инвалид, улар иртә һуҡырая, психик тайпылыштар менән яфалана. Ғүмер оҙайлыҡтары ла ҡыҫҡа. Ата-әсә баланың ауырыу булып, ваҡытынан алда тыуыуы өсөн бер ҙә үҙен ғәйепле тоймай, хатта унан баш тарта әле.
Ә табиптар һау кешенең сәләмәтлеге менән шөғөлләнергә тейеш. Үкенес, беҙҙең илдә һау кеше сирләмәһен өсөн эшләгән программа юҡ. Парадокс инде, табипҡа сирле кеше күберәк килһә, хеҙмәт хаҡы ла юғарыраҡ була. Бөгөн элекке менән сағыштырып ҡарағанда медицинала юғары технологиялар күберәк ҡулланыла, ә кеше сәләмәтерәк түгел. Сөнки яңы сирҙәр барлыҡҡа килә. Компьютер, телевизор, телефон, микротулҡынлы мейестәрҙән баш тарта алмайбыҙ. Ә улар барыһы ла электромагнитлы тулҡындар бүлеп сығара. Хәҙер беҙгә уларҙың насар тәьҫиренән нисек һаҡланырға икәнен уйларға кәрәк. Балалар ошо мөхиттә үҫә, уларҙың сәләмәтлеге нисек булыр? Коляскала ултырған сабый ҙа бөгөн телефонды тотоп, шуны төрткөләп ултыра. Ошо электромагнитлы тулҡындарҙың нервы системаһынан башҡа, күҙҙәренә тәьҫире һиҙеләсәк әле, тип уйлайым.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 341

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru