«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

XI быуатта Евразия киңлектәрендә боронғо төрки тел белгесе Мәхмүт ибн әл-Хөсәйен ибн Мөхәммәт әл-Ҡашғари тарафынан төҙөлгән төрки телдәренең энциклопедик белешмәһе киң танылыу таба.

Ул "Диуану лөғәт әт-төрк" исеме аҫтында 1074 йылда нәшер ителә, шуға күрә төрки донъяһы 2024 йылда ошо боронғо китаптың 950 йыллығын байрам итәсәк. Урта быуаттар полиглоты Мәхмүт Ҡашғари хеҙмәте лингвистар өсөн генә түгел, этнологтар, тарихсылар, философтар, политологтар, этнопсихологтар һәм мәҙәниәт тарихын өйрәнеүселәр өсөн дә үтә ҡиммәтле сығанаҡ. Әйтергә кәрәк, башҡорт теле хаҡында тәүге тарихи мәғлүмәт тап ошо китапта сағылыш тапҡан. Ошо мәңгелек әҫәр инде 1 000 йыл самаһы ваҡыт үтеүгә туғандаш Татарстандың бәғзе ғалимдарының башҡорт халҡының боронғолоғон инҡар итергә тырышыуын, урта быуаттарҙа мадъярҙарҙың ғына "башҡорт" этнонимын йөрөтөүе хаҡындағы уйҙырмаларын объектив факт тип раҫларға маташыуын фаш итә лә инде. Мәхмүт Ҡашғари төп егерме төрки ҡәбиләләре исемлегендә бишенсе итеп башҡорттарҙы атай. "Диуану лөғәт әт-төрк" китабынан ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
[11]. "Төркиҙәрҙең составы һәм ҡәбиләләре хаҡында аңлатма.
Төркиҙәр тәүҙә егерме ҡәбиләнән торған. Улар Нух (уның өҫтөндә Аллаһтың фатихаһы булһын әйҙә) бәйғәмбәрҙең улы Яфеттың улы Төрктән таралған... Һәр ҡәбиләнең ырыуҙары бар, уларҙың иҫәбен Аллаһ ҡына белә. Мин төп ҡәбиләләрҙе генә һанап китәм һәм, төркмән-уғыҙҙарҙың ырыуҙарынан башҡа, мөһим булмағандарын ҡалдырам. Мин уларҙың ырыуҙарын һәм хайуандарындағы тамғаларын килтерәм, сөнки улар хаҡында кешеләр белергә тейеш. Унан башҡа мин көнсығыш еренең һәр ҡәбиләһенең, мәжүсиҙәренең дә, мосолман булғандарының да, Румға иң яҡын булғандарынан башлап, көнсығышҡа табан тәртип буйынса йәшәгән урындарын күрһәттем.
Беренсеһе [Румға яҡын ҡәбилә] - бәшәнәктәр (bäcänäk), унан һуң ҡыпсаҡтар (qïfcaq) килә, унан һуң - уғыҙҙар (oguz), унан – емектәр (jämäk), унан – башҡорттар (basgïrt), унан – басмылдар (basmïl), унан – ҡайлылар (kaj), унан – ябаку (jabaqu), унан – татарҙар (tatar), унан – ҡырғыҙҙар (qïrqïz), һәм былары [һуңғылары] – Чин янында (Sïn) – бөтөн был ҡәбиләләр Румдан көнсығышҡа табан һуҙылып йәшәй. Унаң һуң чигилдәр (čigil), унан – тухси (tuxsi), унан – яғма (jagma), унан – оғраҡтар (оgrак), унан – чаруктар (čaruq), унан – чомулдар (čomul), унан – уйғырҙар (ujgur), унан – танғуттар (tagut), унан – ҡытайҙар (xïtaj), улар Чин [була ла инде]; унан – тавгачтар (tavgač), улар Мачин (masin) [була ла инде] – был ҡәбиләләр көньяҡ һәм төньяҡ араһында урынлашҡан...

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе. (Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.10.23 | Ҡаралған: 317

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru