«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АШҠАҘАР МОҢДАРЫ"
+  - 

Халҡыбыҙҙың изге аманаты йыр булып быуаттарҙан-быуаттарға яңғырай, һәм ул артабан да өҙөлмәйенсә, быуындан-быуынға, дәүерҙән-дәүергә тапшырыла. Ошо бөйөк ҡомартҡыны замандаштарына еткерер, уларҙың рухын үҫтерер ғәйрәт эйәләре була. Ана шундай сағыу талант эйәһе Абдулла Солтанов яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булып та, күңелендәге нуры, йөрәк түренән урғылған моңо менән тирә-йүнде, кешеләрҙең юлын яҡтыртып йәшәне. Рухы менән көслө йыр солтаны үҙе беҙҙең менән булмаһа ла, ошо рухты һаҡлаусылар, килер быуындарға еткереүселәр бар һәм буласаҡ.

Уларҙың аҙ ғынаһы Абдулла Солтановтың 95 йәшенә арнап, 2023 йыл башында иғлан ителгән "Ашҡаҙар моңдары" бәйгеһендә сығыш яһаны. Быйыл унда ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 100-гә яҡын кеше ғариза биргәйне. "Тере тауыш" менән йырлау турында 30 ҡатнашыусы үтте. Абруйлы баһалама ағзаларына - республиканың билдәле шәхестәре Юлай Ғәйнетдинов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Нәфисә Тулыбаева, Миләүшә Иҙрисоваларға шулай ҙа "иң-иң"дәрен һайлап алыу еңел булмағандыр. "Ашҡаҙар моңдары" икенсе тапҡыр үткәрелә, тимәк, ниндәйҙер кимәлдә сағыштырыу мөмкинлеге лә бар: быйыл башҡарыусылар араһында 30-40 йәшлек йыраусылар күберәк булды.
30 октябрҙә икенсе турҙы уңышлы үткән 22 башҡарыусы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһаны. "Быйылғы сараны ла үҙенсәлекле итеп әҙерләргә тырыштыҡ. Ҙур тиҙлектәр дәүерендә донъя артынан ҡыуабыҙ, ҡайҙалыр йүгерәбеҙ, һәр саҡ ашығабыҙ. Бер-беребеҙгә йылы һүҙ әйтергә ваҡыт тапмайбыҙ. Был йәһәттән Абдулла ағайҙың тормошо һәр кемебеҙгә һабаҡ булырлыҡ. Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булһа ла, күңелендәге нуры, йөрәк түренән урғылған моңо тирә-йүнде, кешеләрҙе йылытырға етте. Ошо фекерҙе тамашасыларыбыҙға еткереү өсөн сәхнә биҙәлешен дә, ут менән эшләүҙең төрлө ысулдарын да ҡулландыҡ. Үткән йыл бик күптәр "Башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын да белергә ине", тигән теләк еткергәйне. Шуға ла быйыл иғтибар үҙәгендә мәңгелек йырҙарыбыҙ тарихы булды", - ти проект етәксеһе, "Ашҡаҙар" радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
...Бына сәхнәгә бер-бер артлы халыҡтан сыҡҡан йырсылар күтәрелә. Һәр йыр оло тарих, һәр йыр халыҡ яҙмышын аса, гүйә, халыҡтың зары ла, оло өмөтө лә ошо моңға һалынғандай тойола. Залға йыйылған тамашасы ошо моң тулҡынында тирбәлеп, сәхнә, йыраусы менән бер бөтөнлөктө хасил итте һәм сығыштар тамам булыуы иғлан ителгәс кенә үҙ ысынбарлығына ҡайтып, сығыштарға баһа бирелеүен көттө. Жюри ағзалары бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, I урынды Ейәнсура районынан Динислам Юлдыбаев менән Баймаҡтан Фәнүр Аралбаевҡа, II урынды Ейәнсуранан Вафа Мәүлетов менән Шишмәнән Айгөл Ғәзиеваға, III урынды Иглиндән Фәһим Тоҡомбәтов менән Өфөнән Юнир Һағынбаевҡа бирҙе. Шулай уҡ "Башҡорт халыҡ йыр традицияларын һаҡлаусылар" номинацияһында Ырымбур өлкәһенән Флүзә Хәлитова, Силәбе өлкәһенән Харрас Фәйзуллин менән Винер Ҡәҙербаев, Хәйбулла районынан ҡәйнәле-киленле Тәнзилә һәм Нәзифә Ҡыҙрасовалар еңеүсе тип билдәләнде. "Һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар" араһында Йылайырҙан Сәкинә Юлгилдина, Өфөнән Гөлсинә Йәрмөхәтова, Мәләүездән Райхана Хафизова еңеп сыҡты. "Өмөт" призына Стәрлебаш районынан Зөфәр Атанғолов лайыҡ булды. "Иң йәш башҡарыусы" номинацияһында Мәләүездән Роза Кинйәбаева, "Тыңлаусылар һөйөүен яулаған йырсы" тип Ейәнсуранан Рәфис Ишмөхәмәтов танылды.
Абдулла Солтановтың рухы халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙан ризалыр. Сөнки изге ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлаусылар һәм пропагандалаусылар бар. Был ҙур көс, һәм ул халыҡ йырҙары аша заманыбыҙҙы балҡыта, замандаштарыбыҙға йәшәү мәғәнәһен нығыраҡ төшөндөрә ала. Абдулла Солтанов һәр саҡ белде: рух яҡтылығы булғанда донъяны бер ҡасан да һөрөм ҡапламай. Күҙҙәре көн яҡтыһын күрмәгәндә лә Абдулла Солтанов рухы менән дөрләне, рухы менән балҡыны. Ошо осҡон бөгөн һәр беребеҙҙең күңелендә тоҡанды. "Ашҡаҙар моңдары" иһә үҙенең изге башланғысын дауам итәсәк. Икенсе йыл ошо ваҡыттарҙа әлеге маһирҙар менән бер рәттән, халыҡ йырҙарын башҡарыусы яңы исемдәрҙе лә ишетерһегеҙ.

Фәрзәнә ФӘТИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.11.23 | Ҡаралған: 181

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru