Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се ижад миҙгелен асып, Башҡортостан филармониялары фестивален ойошторҙо: баш ҡала тамашасылары алдында Учалы, Стәрлетамак, Нефтекама, Сибай филармониялары коллективтары сығыш яһаны.
Фестивалде Учалы филармонияһы артистары "Йөрәктәрҙе моңға сорнап" тип аталған концерт программаһы менән башлап ебәрҙе. Һоҡланғыс таланттарға, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә бай Учалы яҡтарынан килгән йыр-моңдо, "Уралтау" бейеү ансамбленең сая бейеүҙәрен, йырсылар Ынйы Әхмәтова, Элизә Ғәлимова, Әлинә Әғлиуллина, Айгөл Хәйруллина, Фәриҙә Ишемйәрова, Азат һәм Азамат Әхмәтхановтарҙың сығыштарын тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Өфө тамашасыһына "Урал легендалары" тигән ғәйәт күренекле мюзикл тәҡдим итте. Хозур тәбиғәтле башҡорт илендәге мәғрүр Торатау итәгендә аҡҡан йәмле Ағиҙел буйында тыуған саф мөхәббәт, намыҫ, изгелек, дуҫлыҡ, тыуған ергә оло һөйөү хаҡындағы тарихты бәйән итә был тамаша. Заманса сәхнә инсталляция мөмкинлектәрен, бик ҡатмарлы декорациялар, талантлы музыкаль биҙәү һәм һоҡланғыс яҡтылыҡ эффекттарын ҡулланып сәхнәләштерелгән мюзиклда үҙенсәлекле милли кейемдәрҙә сағыу, ышаныслы образдар тыуҙырған артистарҙың сығышы ҙур ваҡиға булды республика сәнғәт тормошонда. Төп партияларҙы Гүзәлиә Татлыбаева, Илдар Әбдрәшитов, Фәнил Толонғужин башҡарҙы. Шулай уҡ Альберт Килмәков, Ғафуан Фәзуллин, Ришат Хәмитов, Гөлназ Иҙрисова сағыу сәхнә образдары тыуҙырҙы. Мюзиклды сәхнәгә сығарыусы ижади төркөмдөң - сценарий авторы Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссер Лира Фәйзуллина, музыкаль яҡтан биҙәүсе Урал Иҙелбаев, балетмейстер Рәмизә Мөхәмәтшина, рәссам Лилиә Сөләймәнованың ижади фиҙаҡәрлеге иң оло маҡтауға лайыҡ.
Нефтекама дәүләт филармонияһы "Рәсәй көсө - халыҡтар берҙәмлегендә" тигән ҙур концерт программаһында илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың сәнғәтен, мәҙәниәтен данлаған, төрлөлөгөн сағылдырған тамаша күрһәтте. Нефтекаманың талантлы артистары башҡарған күп милләтле илебеҙ халыҡтарының дуҫлығы һәм туғанлығы тураһындағы йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. "Түңгәүер" бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре, солистар Раян Алтыншин, Илгиз Миңлеәхмәтов, Розалия һәм Азат Ҡарасуриндар, Раиса Исанбаева, Рифҡәт Ғәбделйәнов, Иршат Ҡарасурин, Илнур Мөфтәхов, Сулпан Ғәфүрйәнова, ҡурайсылар Айбулат Рәхмәтуллин, Иҙел Исҡужин, Айваз Малыбаев һәм башҡа артистарҙың сығыштары концерттың матур биҙәлеше булды. Нефтекама филармонияһының фестивалгә сығарған концерт программаһы Рәсәй халыҡтары дуҫлығының бөйөклөгөн, көсөн һаҡлауға өндәгән изге маҡсатлы һәм үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо.
Сибайҙар фестивалгә концерт - театр берләшмәһенең 30 йыллығына әҙерләнгән, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған, төрлө жанрҙарҙы үҙ эсенә алған бай юбилей концерт программаһы алып килде. Урал аръяғының төп мәҙәниәт усағы булған Сибай филармонияһы тамашасы һөйөүен яулаған таланттарға бик бай: Ғаяз Ғәйетбаев, Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, Зәриә Ырыҫмөхәмәтова, Айгөл Әсәҙуллина, Зәбирә Әминева, Нәсимә Ғиззәтуллина, Фаил Йортбәков, Дим Шәрәфиев һәм башҡалар. "Сибай" бейеү ансамблен (етәксеһе Азат Нәбиуллин), Халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын (етәксеһе Румиль Ярасбаев), талантлы йырсыларҙы, баянсыларҙы, ҡурайсыларҙы тамашасылар дәррәү алҡыштар менән оҙатты.
Башҡортостан филармонияларының тәүге фестивале 2004 йылда үтә. Егерме йыл элек үткән беренсе фестиваль яңы төҙөлгән филармонияларҙың эшенә ярҙам итеү, уларҙың ижад кимәлен күтәреү маҡсаты менән уҙғарыла. Булып үткән фестиваль республика филармонияларының ҡаҙаныштарын, яуланған үрҙәрен, мөмкинлектәрен күрһәтте. Юғары профессиональ кимәлдә маҡсатлы эшләгән, әүҙем ижад иткән концерт ойошмалары икәнен раҫланы. Иң мөһиме: филармониялар һаны буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә беренсе урында тора. Башҡа төбәктәрҙә үҙаллы эшләгән ошо тиклем филармониялар юҡ. Тыуған республикабыҙҙың киң үҫешкән, бай мираҫлы сәнғәтенең, мәҙәниәтенең ҙур ҡаҙанышы был! "Республика филармониялары үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, уларҙы ихлас дуҫлыҡ, ижади теләктәшлек ептәре бәйләй", - тине Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Алмаз Сәйетов һәм республика филармониялары етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырып, ошо хеҙмәттәшлекте артабан дауам итеү, үҫтереүгә өмөт бағлауҙарын билдәләп үтте.
Башҡорт дәүләт филармонияһының 85-се юбилей ижад миҙгелен асыуға арналған Филармониялар фестивале ҙур Гала-концерт менән тамамланды. Һигеҙ тиҫтә йыл ярым ижад осоронда филармония сәхнәһендә бик күп концерттар, ижади осрашыуҙар, фестивалдәр, конкурстар үтте, яңы коллективтар барлыҡҡа килде. Башҡорт эстрадаһы һәм музыка сәнғәте күгендә бихисап сәхнә йондоҙҙары балҡыны, йәш таланттар оло ижад юлына аяҡ баҫты. Фестивалдең Гала концертында ошо йылдар һуҙымында тупланған сәнғәт ҡаҙаныштары сағылыш тапты.
Концерт төрлө йылдарҙа эш башлап, ғүмерҙәрен сәнғәткә бағышлаған, филармонияның ғорурлығы булған ветерандарҙы сәхнә түренә саҡырып сәләмләүҙән башланды. Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, башҡорт эстрадаһының легендаһы Нәзифә Ҡадырова, Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Фәдис Ғәниев, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Әнисә Яхина, Хәлит Фәтихов, Әлфиә Юлсурина, Ишморат Илбәков, Ғәли Алтынбаев, Радик Вәлмөхәмәтов, Артур Туҡтағоловтарҙы тамашасы ихлас сәләмләне. Филармония үҫешенә ҙур өлөш индергән ветеран артистарҙың сығышы залда ултырған һәр кемде тулҡынландырҙы, хисләндерҙе.
Башҡорт дәүләт филармонияһы бөгөн ҡурай сәскәһенең ете тажы кеүек күп тармаҡлы, киң үҫешкән, бай мираҫлы мәҙәниәт усағына әүерелгән, төрлө жанрҙарҙа, күп йүнәлештәрҙә ижад иткән ҡеүәтле сәнғәт ойошмаһы! Республиканың төп филармонияһында эстрада һәм академик музыка, фольклор һәм этник музыка, джаз жанрҙары киң үҫеш алды. Филармонияның ике күркәм залында Әҙәби-музыкаль лекторий, Хор капеллаһы, Халыҡ инструменттарының милли оркестры, Эстрада-джаз оркестры, Камералы һәм Тынлы оркестрҙар, ете Эстрада төркөмө илһамланып ижад итә. Шулай итеп, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 85-се ижад миҙгелен асты. Юбилей миҙгелендә көтөлмәгән асыштар, яңынан-яңы ижад үрҙәре, сәнғәт ҡаҙаныштары юлдаш булһын!
Әлфиә ҒИМАҘИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА