Ул киткәс, урам бушап, етемһерәп ҡалған кеүек булды. Әйтерһең, ошо урындың айырылғыһыҙ бер өлөшө ине. Аптырайым: сит-ят бер кеше лә күңелгә шул тиклем үтеп инә алыр икән. Хәйер, нишләп сит булһын инде. Кешене белер өсөн өс йыл ғүмер әҙ түгел.
Заһиҙә инәй менән башта ирем танышҡан. Эштән ҡайтышлай, өйөбөҙ эргәһендәге "Пятерочка" магазины янында ултырған инәйгә хәйер бирергә булған. Яғымлы йылмайыуы менән әллә ҡайҙан үҙенә иғтибарҙы тартҡандыр инде. Унан мин дә таныштым. Яйлап ҡына, һәр һүҙҙең тәмен белеп, матур итеп татарса һөйләшкән был инәй шунда уҡ күңелгә ятты. Тыуған яҡтарҙан әллә ҡасан сығып киткән, өләсәй-олатайҙарҙы ғына түгел, әсәй-атайҙарҙы мәңгелек йортона оҙатҡан ауыл кешеһе өсөн бындай һөйләшеү танһыҡ икәнен аңлатып тороуҙың кәрәге юҡ. Тауышын да күтәрмәй, хис-тойғоларға ла бирелмәй, тыныс ҡына хәбәрен һөйләй инәй. Күберәк һине тыңлай. Хәҙер бит тыңлай белгән кеше лә һирәк. Үҙенең хәбәрен әйтеп ҡалыр өсөн генә тыңлағанға һалышҡан кеүектәр. Ә Заһиҙә инәй ара-тирә генә һүҙ ҡыҫтыра. Урынһыҙ төпсөнөүҙәре менән эс-бауырыңа инмәй. Кәрәк тапһа, үҙең һораһаң ғына, әсәйҙәрсә кәңәшен биреп ҡуя. Уның янынан тынысланып ҡайтып китәһең.
Урамдағы инәй... Нишләп унда ултыра, тиһегеҙме? Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев әҫәрендәге кеүек, "бизнесмен"дар иҫәбенән дә, хәйер һораусыларҙан да түгел. Әллә ҡайҙан әҙерәк хаҡҡа барып алып, урамда көнбағыш, сәтләүек һымаҡ нәмәләрҙе арттырып һатып та ултырмай. Үҙенең баҡсаһында үҫтергән, ғаиләһенән артҡан дәүләтен башҡаларға ла тәҡдим итә. Иш янына ҡуш булһын, тип ултыра. Ҙур туҡталышта сауҙа иткән "бизнесмен" инәйҙәр эргәһенә бармай, магазин тышында яңғыҙы ғына урын биләгән. "Күп кеше ултырған ерҙә ғәйбәт күп була, ә мин яратмайым ундайҙы", - ти.
Көн дә эштән ҡайтышлай магазинға инеп, аҙыҡ-түлек алабыҙ. Заһиҙә инәйебеҙ әллә ҡайҙан танып, туғанын күргәндәй шатланып, беҙҙән дә алда сәләм бирә. Ваҡыт булғанда, янында оҙағыраҡ туҡталып, һөйләшеп алабыҙ. Ашығысыраҡ саҡта, үҙе һиҙеп: "Бар-бар, ҡайта һал, ирең менән балаңа ашарға әҙерләргә кәрәктер бит", - тип йәһәтләтә.
Ҡабаланмағанда үҙенең тормошон да һөйләп ала: "Иптәшем бик сибәр ине. Будулайҙы уйнаған артисҡа оҡшағайны. Эшендә лә, күрше-тирә лә күберәк уны шулай Будулай тип кенә йөрөттө. 50 йылдан ашыу бергә ғүмер иттек. Тормош булғас, төрлө саҡтар булды. Йәшәй бирһен ине лә бит. Яңғыҙ ҡалғас, бик ҡыйын", - тип һағышлы хәтирәләрен һүтә.
Осрашҡан һайын һөйләшә торғас, яҡын туғандарға әйләнеп бөттөк тиерлек. Үҙе менән бергә йәшәгән Земфира ҡыҙы өсөн борсола ине. Унан бигерәк, ейәне Владислав хаҡында уйлана. Балаға ике йәш булғанда атаһы Александр үлеп китә. Мәктәп йәшенә еткәнсе йәшәй әле әсә улының атаһы тыуған яғы Һарытау өлкәһендә. Аҙаҡ атай-әсәй янына, тыуған ҡалаһы Өфөгә ҡайта. Хәҙер Владиславҡа 14 йәш тә булып китте.
Бер көндө инәй менән һөйләшеп торғанда турыға ғына бер машина килеп туҡтаны. "Берәй "текә"лер инде, машинаһын ситкә лә ҡуйып торманы, урынынан ҡуҙғалмай ғына әйбер алып китергә уйлаймы икән", - тип уйлап та бөтмәнем, Заһиҙә инәйебеҙҙең йөҙө балҡып китте, урынынан тороп, машина хужаһына табан атланы. Танышылыр, күрәһең...
Бер аҙҙан былар һөйләшеп бөттө. Машина ҡуҙғалып китте. Инәй кире урынына килде. "Улым", - тине ул, ҡыуанысы йөҙөнә сығып. Кем уйлаған шундай сибәр ир-егеткә тағы ярты йылдан да әҙерәк йәшәргә ҡалған тип. Һалҡын ғинуар көндәренең береһендә ҡапыл ғына йөрәк өйәнәге менән китеп барған мәңгелеккә инәйҙең Рифҡәт исемле 51 йәшлек кенә улы. Иренең үлем ҡайғыһынан баш күтәреп тә өлгөрмәгән Заһиҙә инәй бөтөнләй бөгөлөп төшә. Үҙе лә шәкәр диабеты менән сирле кешегә күпме кәрәк инде. Башҡа ауырыуҙары ла киҫкенләшә, ҡан баҫымы күтәрелеп яфалай.
Шулай ҙа яҙ етеү менән Заһиҙә инәйебеҙ тағы ла күренде магазин ҡырында. Баҡсаһында үҫтергән редис, һуған, әнис, петрушка кеүек йәшел тәмләткестәрен һатты, йәй - еләктәрен, көҙ ҡыяр, помидор, ҡабаҡтарын сығарҙы. Былтырғы йәйҙең эҫелеге ниндәй ине бит. Йәшелсәләрен һатып бөтөрөргә тырышып, көноҙоно тиерлек ултыра. Кәрзиненең тотҡаһы һынған, күрәһең, бау бәйләп ҡуйған. Үҙе магазиндың кәрәкмәгән йәшниген алып, ҡаҡ таҡта өҫтөндә йонсоп ултыра. Беҙҙең эргәлә генә "1000 ваҡ-төйәк" тигән магазин бар. Шунан кәрзин, тотоп ҡына йөрөй торған уңайлы бәләкәй ултырғыс һатып алдым да Заһиҙә инәйгә бүләк итергә булдым. Минең тотоп килгән әйберҙәрҙе күрҙе лә аптырап китте. Үҙенә икәнен белгәс, алмаҫҡа маташты. "Һинең тәҡдим иткән әйберҙәрең таҙа, матур кәрзиндә ятһа, кешеләр ҙә шикләнмәйенсә аласаҡ, үҙең дә йомшаҡта ултырһаң, арымаҫһың. Үҙеңде өләсәйебеҙ кеүек яраттыҡ, ҡасандыр уларға күрһәтеп өлгөрмәгән бәләкәй генә бер изгелек тип ҡабул ит, зинһар, баш тартма инде", - тигәс, ризалашты. Рәхмәттәр уҡып бөтә алманы. "Үҙем дә гел ҡарай инем дә ул ултырғысҡа, һис тә аҡса арттырып булмай бит, - тине ҡыуанып. - Мин һеҙгә бурыслы ҡалам бит әле. Килтерегеҙ баҡсағыҙҙың артыҡ емеше булһа, һатып бирешермен, барыбер ултырам көнө буйы".
Заһиҙә инәй, ысынлап та, донъяларының тотҡаһы ине. Ҡыҙы ла йүнле генә эш таба алмай. Донъя көтөү сығымдарын ҡапларға инәйҙең пенсияһы менән урамда үҙе үҫтергәнде һатыуҙан килгән аҡса ҡотҡара. Ҡайһы саҡ йонсоуыраҡ күренһә, ҡайтып ятырға кәңәш бирәм. "Юҡ, ултыра бирәм әле, өйҙә нимә эшләйем мин, унда ҡыҙым бар, ашарға бешереп көтөп тора. Бында, исмаһам, кешеләр күрәм, һөйләшәм, хәсрәт таратам", - ти. Эргәбеҙҙән олораҡ йәштәге бер ир үтеп китһә: "Минең бабайым да ошолайтып йөрөр ине, иҫән булһа", - тип ҡала. Улы йәшендәге кешене күрһә: "Ғүмеркәйҙәре генә булманы баламдың", - тип күҙ йәштәрен һөртөп ала. Өйҙә бөтә нәмә ирен дә, улын да хәтерләтә бит. Бында, кешеләр араһында, таныштарын да күрә, һөйләшә, үҙе әйтмешләй, ҡайғыһынан бер аҙ арына.
...Инде баҡса мәлдәре лә үтте. Көҙ етте. Ҡыш килде. Заһиҙә инәйҙе Яңы йыл менән ҡотларға мәлендә генә бара алманым. Иҫкесә яңы йыл үткәс кенә ваҡыт табып, күстәнәс, хәйер алып өйҙәренә юлландым. "Улымдың йылын үткәрергә әҙерләнәм, һин килтергән өй туҡмасын шунда ашҡа һалырмын, бик ҙур рәхмәт", - тип ҡыуанып ҡалды. Оҙатҡанда үҙҙәре тоҙлаған бер нисә ҡыяр бирҙе. "Был банкаһы бик уңышлы булмаған. Ҡыҙым баҙҙан алғас, өс литрлыҡ банка менән мотлаҡ бирермен. Тағы килерһең", - тине.
Көндәлек мәшәҡәт менән ваҡыт үтә торҙо, тиҙ генә инәйгә бара алманым. Яҙ етте. Көндәр йылынды. Ҡала әбейҙәре төрлө ерҙә, бәләкәй баҙар яһап, һатыу итә башланы. Тик беҙҙең инәй генә күренмәне. Баҡсаға китәбеҙ - юҡ, ҡайтабыҙ - юҡ. Күңелгә ҡыйын булып тора. Бер-бер хәл булмағайы, тигән шом да төштө. Барып хәлен беләйем, тим. Сирләй ине бит, ныҡлап ятып китмәгәйе.
Ҡыҙы Земфира менән ейәне Владислав ҡаршы алды. Ҡарашым менән Заһиҙә инәйҙе эҙләйем. Ғәҙәттәгесә, төпкө бүлмәнән килеп сығып: "Иҫәнме, балам, килдеңме?" - тип ҡыуанып ҡаршы алыр кеүек. "Ағайымдың йыллығын үткәргәс, оҙаҡ та торманы. 23 февралдә вафат булды, - тине ҡыҙы. - "Рифҡәт төшөмә инә, үҙе янына саҡыра, быйыл китермен инде", - тип һөйләнеп йөрөнө. Йәне тынысланғандыр хәҙер. Эргәләренә барып ятты".
Яҡын кешемде юғалтҡандай, юл буйына илап ҡайттым. Инде был донъяла ярайһы ғүмер кисереп, тыуым-үлемдәрҙе әҙ күрмәһәм дә, Заһиҙә инәйҙең китеүе, нишләптер, күңелгә ныҡ тәьҫир итте. Яҡшы кешеләр шулай йәшәйҙер инде йөрәктәрҙә үҙҙәре был донъянан киткәс тә...
...Күп, бик күп беҙҙең ҡалала урамдарға сыҡҡан инәйҙәребеҙ. Хәсрәт таратамы, һатыу итәме - бәхетле, етеш тормоштан ултырмайҙыр береһе лә. Яңғыҙлыҡ та, мохтажлыҡ та этәрәлер уларҙы был яҙмышҡа. Заһиҙә инәйҙе ҡараған табиптар ҙа: "Үҙен һаҡламаған, яндырған, кәүҙәһе генә ҡалған", - тигән. Эргәбеҙҙә лә, бер ҡыйыҡ аҫтында, ҡарамаҡҡа етеш ғаиләлә йәшәгән, ауыҙ асып һүҙ әйтергә хоҡуғы булмаған, шәүлә кеүек көн иткән, яҡты донъяларҙан биҙеп, тиҙерәк мәңгелеккә китергә теләп, ғазаптарҙан ҡотолор сәбәптәр эҙләп, эстән янып ултырғандар әҙме һуң! Улар бит бөтәһе лә урамдарға сыға алмай.
Йәшерәк саҡта ауылға ҡайтҡанымда туған тейешле бер инәйҙең: "Бәхетле булғас, ана (әхирәтенең исемен әйтә) йәшләй генә үлде лә китте. Ә мин ултырам артыҡ кеше булып, Хоҙай биргән ғүмерҙе кисереп, бер кемгә лә кәрәгем ҡалмайынса", - тип әйткәне заманында мине бик тетрәткәйне. Хәҙер ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлар йәштәмен үҙем дә. Шулай ҙа үлемде бәхеткә һанап ултырған инәйҙәр йәл.
Был донъяға бер кем дә артыҡ булып килмәй. Үҙ ризығы менән тыуа. Урамдарҙа түгел, урындары түрҙә булһын ине өлкән быуын кешеләренең.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА