«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

1828 йылда шул уҡ районда өй төҙөгән саҡта емертелгән ҡурғанда ат биҙәүестәре һәм тимер әйберҙәр менән Византия императоры Феодосий II заманындағы алтын тәңкә (монета) табыла. Ул 401 - 450 йылдарҙа хакимлыҡ иткән. Ошо табылдыҡтың - V быуатҡа ҡараған Византия тәңкәһенең осраҡлы булмауына V -VI быуаттарға ҡараған ҡурғандарҙа табылған хәрби кейемле һәм ҡалҡан тотҡан ике Византия яугиры һынландырылған, бронзанан ҡойоп эшләнгән ике медальон дәлил. Ошондай айылдар алдынғылыҡ билдәһе булып, улар менән V быуатта Византияла айырыуса ҙур хеҙмәт күрһәтеүселәр бүләкләнгән. XX быуат урталарында Өфө ҡалаһы биләмәләрендә һәм яҡын тирәлә табылған быяла кубок, сасанид көмөшөнән эшләнгән әйберҙәр көньяҡ импорты предметтары исемлеген киңәйтә бирә.
1936 йылда Пушкин һәм Ленин урамдары мөйөшөндә Медицина университетының административ корпусы бинаһы өсөн котлован ҡаҙығанда ҙур археологик асыш яһала. Эшселәр бай ҡәбергә тап була, бында бик күп алтын әйберҙәр, ҡыҙыл ебәк туҡыма фрагменттары табыла. Табылдыҡтарҙың байтаҡ өлөшө урлана, әммә Милли музей хеҙмәткәрҙәре яҡынса VII быуат аҙағына ҡараған 50 алтын биҙәүесте йыйып алып, фән ҡарамағына тапшыра. Улар - алтын колттар, медальондар, һырғалар һ.б. Табылдыҡтар составы был ҡәберҙең һис шикһеҙ, алдараҡ иҫкә алынғандары кеүек үк, "батша ҡәберлектәре" тип аталғандары иҫәбенә инеүен раҫлай.
Ахырҙа, XX быуаттың 60-сы йылдарында ҡала үҙәгендәге емертелгән ҡәберҙәрҙең береһендә VII-VIII быуат сиктәренә ҡараған ҙур алтын сылбыр табыла. Был үтә һирәк осрай торған табылдыҡ ул саҡтағы Милли музей директоры, билдәле археолог Р.Б. Әхмәров тарафынан фән өсөн һаҡлап алып ҡалына.
Турбаҫлы ҡәбиләләре үҙҙәренең үлгән кешеләрен тәрән ҡәберҙәргә ерләп, өҫтәрен бейек булмаған ер өйөмдәре менән ҡаплаған. Ҡәберҙәрҙең оҙонса стеналары төньяҡтан көньяҡҡа йүнәлтелгән; төньяҡ стеналарындағы тәрән итеп соҡоп яһалған урынға эсенә аҙыҡ тултырылған балсыҡ һауыт ҡуйылған һәм күп итеп ит һалынған була. Ат һөйәктәре, шул иҫәптән аттарҙың ерләү йолаһына ярашлы һалып ҡалдырылған аяҡтары, баштары һәм тиреләре - турбаҫлыларҙың ҡәҙимге ерләү йолаһына тап килә.
Турбаҫлыларға түңәрәк һәм яҫы төплө, оҙон тура муйынлы бейек һауыттар һәм яҫы төплө тәпәш көршәктәр хас. Яҫы төплө көршәктәрҙең примитив булған көршәк яһау ҡулайламаһында етештерелеүе хаҡында фараз бар. Турбаҫлыларҙың ҡәберҙәре алтын, көмөш, бронза һәм гәрәбә биҙәүестәргә бай.
Беҙгә турбаҫлыларҙың торлаҡтары ниндәй булыуы билдәле. Улар - ҙур булмаған (4x5 йә иһә 5x6 м) тура мөйөшлө ер өйҙәр, уларҙың ҡалдыҡтары Имәндәш ҡаласығында, Кушнаренко һәм Яңы Турбаҫлы II тораҡтарында табылған. Һуңғы ҡомартҡыла иҫке үҙән яры буйлап урынлашҡан ошондай 5 торлаҡтан тотош урам хасил булған. Әлбиттә, турбаҫлыларға ер өҫтөнә бүрәнәләрҙән һалына торған ағас өйҙәр ҙә таныш булған, әммә уларҙың археологик яҡтан тикшереп булырҙай эҙҙәре ҡалмаған. Кешеләр даими йәшәй торған тораҡ эҙҙәре Көнбайыш Урал буйына килгән турбаҫлыларҙың ултыраҡ тормош рәүешенә күсеүен белдерә. Быға төбәктең тәбиғи-климатик шарттары - күп һәм тәрән ҡарлы ҡыш миҙгелдәрендә малдарҙы тибенлектә аҫрау мөмкинлеге булмағас, уларға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләү мохтажлығы булыуы мәжбүр иткән.
Турбаҫлылар ер эшкәртеү менән дә шөғөлләнгән, ураҡтар, ҡул тирмәндәренең таш дискылары һәм янғын ваҡытында ашлыҡ һаҡланған соҡор төбөндәге күмерләнеп ҡатҡан бойҙай ҡалдыҡтары ошо хаҡта һөйләй. Яңы Турбаҫлы ҡурғандарының бер нисә ҡәберендә ҡурылған бойҙай бөртөктәре табылыуы бик оригиналь күренеш. Тимәк, турбаҫлылар өсөн ҡурылған ашлыҡ (ҡурмас) традицион аҙыҡ булып, ул үлгән кеше йәне өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡтар иҫәбенә ингән. Ер эшкәртеү өсөн турбаҫлыларҙың һабан ҡулланған булыуы ихтимал.
Турбаҫлы кешеләренең ҡәберҙәрҙәге һөйәктәрен тикшереү уларҙың күбеһенең европеоид расаһына ҡарауын күрһәтә: оҙон буйлы, тар йөҙлөләр; әммә улар араһында монголоид расаһы вәкилдәре лә булған. Турбаҫлыларға баш һөйәген яһалма рәүештә деформациялау хас. Турбаҫлыларҙың тән төҙөлөшөнөң ошондай биологик үҙенсәлектәре уларҙың көньяҡ далаларынан күсеп килеүсе ҡәбиләләрҙән булыуына дәлил. Уларҙы беҙҙең эра сиктәрендә Көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Түбәнге Волга буйҙарында көн иткән күсмә ҡәбиләләр вариҫтары итеп ҡарап була.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.23 | Ҡаралған: 169

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru