«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ХАЛЫҠТЫҢ БАҺАЛАУЫ МӨҺИМ"
+  - 


Был аҙнала Республика Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш үткәрҙе. Иҫәбе буйынса бишенсе булған быйылғы сара үҙенең социаль йүнәлештә булыуы менән айырылып торҙо. Республикала йәшәүселәр МХО хәрбиҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, социаль туризм, ауылдарҙы үҫтереү, социаль инфраструктура, социаль объекттарҙы ремонтлау һәм хатта телефон аша мутлашыусылар хаҡындағы һорауҙарын бирҙе һәм уларҙың ҡайһы берҙәренә тура бәйләнеш барышында уҡ яуап табылды.

"Эфир барышында барлыҡ һорауҙарға ла яуап биреп өлгөрмәһәк тә, уларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ", - тип белдерҙе Радий Хәбиров республика халҡын сәләмләп. - Быйыл барлығы 1000-дән ашыу мөрәжәғәт булған. "Тура бәйләнеш"те вазифам ҡушҡанға ойоштормайым, миңә халыҡтың хөкүмәт эшен нисек баһалауын белеү мөһим", - тине Радий Фәрит улы.
Тәүге һорау Хәбировтың МХО зонаһына барып ҡайтыуына бәйле булды. Ул унда Башҡортостан полктары, шулай уҡ әлеге мәлдә Луганскиҙа эшләүсе табиптар менән осрашыуы тураһында һөйләне. "Ғаиләләрегеҙ нисек?" - тип һорайым уларҙан гел генә. Бер яугир ҙа ниндәйҙер хәл ителмәгән мәсьәлә хаҡында өндәшмәне. Сөнки республикала уларҙың яҡындарына ярҙам итеү бик яҡшы ойошторолған", - тине Радий Хәбиров. "Яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәт итергә теләге барлығын күргәндән һуң, исемле башҡорт полктары булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул иттек һәм был дөрөҫ булды. Беренсенән, уларға ярҙам итеүе еңелерәк, икенсенән, командирҙары кем икәнен яҡшы беләбеҙ, өсөнсөнән иһә үҙеңдеке бер ҡасан да һине насар хәлгә ҡуймаясаҡ һәм ауыр саҡта ташламаясаҡ та. Улар бер-береһенә ныҡлы терәк", - тине милли батальондар хаҡында үҙ фекерен белдереп республика Башлығы. "Республика күрһәткән гуманитар ярҙам һәм адреслы посылкалар яугирҙарға барып етәме?" тигән һорау ҙа яңғыраны. "Командирҙар посылкалар артынан шунда уҡ килә алмауы бар, әммә улар барыһы ла барып етә", - тине Радий Фәрит улы һәм Башҡортостан халҡына бындай ярҙамды йыйыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.
Әйтеүебеҙсә, күп кенә мөрәжәғәттәр юлдарға, уларҙы ремонтлауға бәйле булды. "Быйылдан халыҡ иң йыш зарланған һәм ремонтлауҙы һораған юлдарҙы төҙөкләндерә башланыҡ, бының өсөн 4 млрд һум аҡса бүленде", - тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы М-12 трассаһын төҙөү темаһына ла туҡталды. Эш күләме ҙур, объект 2024 йылдың аҙағында тапшырылырға тейеш. Әммә федераль трасса төҙөлөшө барышында ауыр техника төбәккә ҡараған юлдарҙы ныҡ боҙа. 2025-2026 йылдарҙа ошо юлдарҙы кире тергеҙеү ҡаралған.
"Тура бәйләнеш" барышында баҡса участкаларына юлдар һалыу эшен дә дауам итеүҙе һоранылар. Әле 66 баҡсаға юл һалынған, 2024 йылда ла был программаға аҡса бүленгән. Шулай уҡ Өфөнән Зорге урамында урынлашҡан бер балалар баҡсаһы эргәһендәге юлдың насар торошта булыуы хаҡында мәғлүмәт булды. "Өфөгә юлдар һалыуға, төҙөкләндереүгә етерлек аҡса бирәбеҙ. Ике көн эсендә юлды ремонтлағыҙ. Насар юл - ул ҡурҡыныс бәлә, кешенең дә йәнен көйҙөрә. Республикала, бигерәк тә баш ҡалала насар юлдар булмаҫҡа тейеш", - тине Радий Хәбиров. Халыҡ шулай уҡ баш ҡаланың балалар баҡсалары һәм мәктәптәре янына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы теркәүсе камералар ҡуйыуҙы һорай.
Өфөнөң Ленин районы халҡы "Алексеевка ауылына тиклем яңы күпер буласаҡмы?" тип мөрәжәғәт итте. Әлеге мәлдә улар тығындарҙа ултырырға мәжбүр. Республика Башлығы билдәләүенсә, бындай проект бар, Салауат Юлаев проспектын Интернациональ урамына тиклем оҙонайтып, күпер һалыу ҡаралған. "Был осраҡта беҙ федераль аҡсаларға өмөт итә алмайбыҙ, ә сумма 20 млрд һумдан да кәм түгел. Шуға ла дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә күпер төҙөү өсөн шәхси компаниялар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ". Шулай уҡ "Мега" сауҙа үҙәге эргәһендәге юл үткәргесе төҙөлөшө тураһында мәсьәлә хәл ителә, Кузнецов затонынан тура сығыу юлы буласаҡ. Радий Фәрит улы был эштәрҙе башҡарыуҙы саҡ ҡына көтөүҙәрен һораны. Шулай уҡ республиканың популяр туристик юлдары ла насар хәлдә булыуы телгә алынды. Туризм министрлығы туристик объекттарға тиклем юлдарҙы ремонтлау программаһын тәҡдим итә һәм тәүге бындай юл Ишембай районы Ҡуҡрауыҡ шарлауығына буласаҡ.
Өфө циркын ремонлау мәсьәләһе лә күтәрелде. 2026-2028 йылдарҙа ремонт өсөн саралар бүленәсәк тип көтөлә, Радий Фәрит улы был эште тиҙләтергә һәм 2025 йылға күсерергә тырышасағын белдерҙе. Реконструкция эштәре иһә иң кәмендә 2 йылға һуҙыласаҡ. "Өфө ҡаласығы II" территорияһында сиркәү төҙөү темаһы ла күтәрелде. "Сиркәү төҙөләсәк урында мәҙәни ҡатлам юҡ, ул унан алып сығылған. Тәүҙә Әр-Рәхим мәсетен төҙөп бөтөгөҙ, тип әйтеүселәрҙә лә хаҡлыҡ барҙыр. Мин күптән әйттем, мәсет төҙөлөшөн үҙем контролдә тотам. Әле тикшеренеү эштәре бара, сөнки 2005 йылдан алып күп ваҡыт үткән. Быйыл йә киләһе йыл яҙын эштәр дауам итер, тип уйлайым. Ә сиркәү төҙөүгә ҡаршылар күп икән, уларҙы ла тыңларға кәрәк. Шуға ла был урында депозитарий буласаҡ".
Сәнәғәт үҫеше перспективалары тураһында һүҙ сыҡҡанда, төбәк Башлығы тәүге урынға эшсе ҡулдар етешмәүе проблемаһы сығыуы ихтимал, тип белдерҙе. "Иҡтисад әлеге темптар менән үҫһә, киләсәктә эшселәргә дефицит булыуы бар. Шуға ла предприятиеларға һөнәри колледждар менән бәйләнеште нығытырға кәрәк", - тине ул.
Салауат Юлаев һәйкәлен ремонтлау хаҡында ла һөйләшеү булды. "Һәйкәл реконструкциялауға мохтаж, быны аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк", - тине Радий Хәбиров. Эштәр Өфө ҡәлғәһенә 450 йыл тулыуға бәйле юбилей сараларын билдәләгәндән һуң башланасаҡ, сөнки документтар ошо ваҡытҡа әҙер буласаҡ. Реконструкция хаҡы - 300 млн һум. Һәйкәлде махсус павильонға алып китәсәктәр, был ваҡытта постамент нығытыласаҡ йәки яңыртыласаҡ. Был эш бер йылда ғына тамамланмауы ла бар. Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын иһә Ҡала көнөндә - июндә түгел, ә август аҙағында үткәреү планлаштырыла.
Башҡортостан 10-15 йылдан ниндәй буласаҡ, тигән һорау ҙа яңғыраны. "Донъя үҙгәреүсән, шуға ла был һорауға яуап биреүе ауыр. Шулай ҙа 2030 йылға тиклем төбәк үҫеше "Башҡортостан 3.0" программаһында сағылыш табасаҡ. Ҙур төбәк етәксеһе булараҡ, минең бурысым - горизонттарҙы билдәләү. 2018 йылда улар минең 310-сы ҡарарымда күрһәтелгәйне. Объектив сәбәптәр һәм был йүнәлештә ныҡлап эшләмәү һөҙөмтәһендә уларҙың ҡайһылары тормошҡа ашманы. Шулай ҙа унда аныҡ маҡсаттар күрһәтелгән һәм киләсәк ниндәй буласаҡ тигән һорауға бер аҙ яуап бирә. Беҙ уға өлгәшергә тырышасаҡбыҙ", - тине Радий Фәрит улы.


"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.23 | Ҡаралған: 164

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru