Ул көндө Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге йорто бал ҡортондай геүләп торҙо. Бында райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының балаҫ һуғыу оҫталары бәйге тотто. Абруйлы баһалама ағзалары ошо онотолоп ҡуя яҙған милли кәсепте тергеҙгән, уны артабан да үҫтереү өсөн күп көс һалған 29 конкурсант ағинәйҙең эштәренә баһа бирҙе.
Баймаҡ районының бик күп ауылдарынан йыйылған ағинәйҙәр йыйынында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева ҡатнашты.
- Район хакимиәте исеменән райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына милләттең рухын күтәреүгә, ҡурсалауға, халҡыбыҙҙың йолаларын, кәсептәрен тергеҙеү, үҫтереү, улар нигеҙендә киләсәк быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү буйынса алып барған ҙур эштәре өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Фәнис Әминев. - Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ысын асылын, боронғо ағинәйҙәрҙең аҡыл һәм рух ҡеүәтен үҙҙәренә мираҫ итеп алған ойошма ағзалары ихтирамға лайыҡ эштәр башҡара. Күп йылдар төрлө ойошмала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар ағинәйҙәр хәрәкәтенә ҡушылып, тормошобоҙҙо йәмләүгә, йәнләндереүгә, ауылдарыбыҙға ҡот ҡайтарыуға үҙ өлөшөн индерә, уларҙың ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәҙәни усаҡтар, белем биреү учреждениелары менән бергә һәр сараны үҙҙәренә генә хас мәғәнә һалып, халыҡсанлыҡҡа, милли колоритҡа баҫым яһап уҙғарыуҙарын күҙәтеп, шатланабыҙ. Район ағинәйҙәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә беренселәрҙән булып күтәрелеп сығыуы, энтузиазмы һоҡландыра. Киләсәктә лә шулай бергә һәм берҙәм булайыҡ, - тине район башлығы һәм Фәнис Ғәбдрәшит улы бер төркөм ағинәйҙәргә район Советының һәм хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
- Район ағинәйҙәре бөгөн йәмәғәт эштәрендә шул тиклем әүҙем ҡатнаша, - тине Баймаҡ районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Монасипова. - Улар бар эштәргә лә кемдеңдер ҡушыуы буйынса түгел, ә үҙҙәренең йөрәге, намыҫы ҡушыуы буйынса, милләтте, тыуған еребеҙҙе, республикабыҙҙы артабан йәшәтеү маҡсаты менән тотона. Сабыйҙар тыуа икән - уны ҡаршы алыу, бала мәктәпкә бара икән - уны белем юлына оҙатыу, йәштәр өйләнә икән - уларға ырыҫлы, бәхетле тормош теләү йолаларын атҡаралар. Йолаларға ғына түгел, милли кәсептәребеҙгә яңы һулыш биреүгә лә дәррәү ҡушылды бит улар. Бөгөн иһә күп көс, күп тырышлыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеү сараларына йүнәлдерелә. Ойоҡбаш, бирсәткәләр бәйләнә, һалма, ҡорот, ҡаҙы кеүек танһыҡ ризыҡтар әҙерләнә... Районда ошо юҫыҡта үткәрелгән бар сараларҙың уртаһында - ағинәйҙәр. Рәхмәт уларға!
- Ағинәйҙәр - улар әсәйҙәр, ҡартәсәй, өләсәйҙәр, - тине Ярат ауылынан мәғариф ветераны, Мөхтәр Монасипов аҡһаҡал һүҙе менән сығыш яһап.- "Һәм балаһын яуға оҙатҡанда, бер үк төрлө илай әсәйҙәр", тигән йыр һүҙҙәре бар. Ватаныбыҙҙың именлеге, киләсәге өсөн барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары араһында һеҙҙең дә улдарығыҙ, ейәндәрегеҙ бар. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һеҙ уларға ла ярҙам итергә тырышаһығыҙ. Иҫән-имен ҡайтһын балаларыбыҙ, донъялар тыныс булһын, тигән доға-фатихаларығыҙға ҡушып, күңел йылыһын да оҙатаһығыҙ. Хоҙай сабырлыҡ бирһен барсабыҙға...
Уйландырырлыҡ һүҙҙәр әйтте аҡһаҡал. Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаевтың, ирҙәр һүҙенең, ағинәйҙәр эшенә матур баһа биреп сығыш яһауы ла мәртәбәле булды һәм залдағыларҙың күңелен үҫтерҙе.
Шундай рух күтәренкелеге өҫтәгән байрам һәр кемдә бары тик изгелек тойғолары ҡалдырҙы. Район етәкселәре лә балаҫ һуғыусыларҙың күргәҙмәһе менән танышып, оҫтабикәләр менән аралашып, уларҙың кәсепселек эштәре менән һоҡланыуын белдерҙе. Уларҙың әленән-әле: "Был балаҫтарҙы ысынлап та һеҙ һуҡтығыҙмы? Беҙҙең төбәктә бындай оҫталар бармы ни?"- тип ҡабатлауы, әлбиттә, ошо үҙаллы, бер ниндәй ярҙамһыҙ, үҙ белдеге, үҙ сығымдары менән кәсепселеккә тотоноусыларҙы хуплау тип тә ҡабул ителде. Күргәҙмәләге XIX быуатта һуғылған шәлдәр, балаҫтар өлгөһө менән танышыу бигерәк тә тулҡынландырғыс булды. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән ҡәҙерле әйберҙәр беҙҙе шул дәүергә алып ҡайтты. Тиҫтә йылдар уҙһа ла уларҙың төҫөн юғалтмай, шул килеш һаҡланыуы үҙе бер мөғжизә ине. Конкурсҡа ҡуйылған балаҫтар тап ана шул төп нөсхәләге эштәр өлгөһөндә һуғылған да инде. Тағы ла шуны билдәләп китергә кәрәк, конкурста балалар ҙа ҡатнашты. Өләсәйҙәренән, әсәйҙәренән күреп, уларҙың да был эшкә өйрәнеүе тик маҡтауға лайыҡ.
Баһалама ағзаларына оҫтабикәләрҙең иң-иңдәрен билдәләү бик ауырға тура килде. Ә шулай ҙа бер тауыштан Гран-приҙы Таулыҡай ауылы ағинәйе Мәзүнә Күсәрбаеваға бирергә ҡарар ителде. Беренсе урынға - Темәс ауылынан Мөнирә Яхина, икенсе урынға - Темәстән Эльза Ғөбәйҙуллина менән Иҫке Сибай ауылынан Ҡарасәс һәм Юлай Баязитовтар, өсөнсө урынға Һәмән ауылынан Әлфиә Һибәтуллина, Күгиҙелдән Дамира Сәғитова һәм Йомаш ауылынан Сәриә Аҡбулатова лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашҡан башҡа оҫталарҙың эше төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Сыңғыҙҙан Дәүләтбикә Ғәликәева, Мәрйәм Мәхмүтова, Ишһылыу Рәжәпова, Әлфиә Сирбаева, Рәйлә Әбдрәшитова, Таһир ауылынан Мәликә Биктимерова, Ғәшүрә Рәүилова, Темәстән Заһира Яманғолова, Фәүзиә Әбсәләмова, Билалдан Фатима Ғайсина, Өмөтбайҙан Миңлегөл Ҡужахмәтова, Ғүмәрҙән Флүрә Ноғоманова, Алғаҙынан Ғәбиҙә Ҡунысбаева, Беренсе Төркмәндән Нәзимә Ғөбәйҙуллина, Гөлсирә Рахманғолова, Ишбирҙенән Ләлә Иҙелбаева, Түбәнән Миңзифа Мәжитова, Римма Ғибәҙәтова, Үрге Яйыҡбайҙан Сәғирә Рахманғолова, Татлыбайҙан Фирүзә Йосопова, Иҫке Сибайҙың "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһы береһенән-береһе зауыҡ менән һуғылған балаҫтарҙан, ҡомартҡыларҙан торған бай күргәҙмә тәҡдим итте.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ошо көндәрҙә Йылайыр районы ағинәйҙәре кейеҙ баҫыусылар конкурсы үткәрҙе. Ғөмүмән, Миләүшә Моратова етәкселегендәге Йылайыр "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары милли кәсептәрҙе тергеҙеү буйынса бик әүҙем эшләй. Улар беренселәрҙән булып башҡорт ҡатын-ҡыҙының баш кейеме - һарауысты, таҫтарҙы тергеҙҙе, үҙҙәренең өләсәйҙәре ҡулы менән ижад ителгән буй балаҫ-торпоша һуғыу кәсебен яңыртты, шулай уҡ станокта дебет шәл һуғыу менән шөғөлләнеүселәр ҙә барлыҡҡа килде. Бына әле кейеҙ баҫыуға ихлас тотоноп, уны ижади кимәлгә күтәрергә ең һыҙғанып торалар. Афариндар!
Лилиә ТАҠАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА