«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЯҢЫ РУХТАҒЫ ТАМАША
+  - 

Ошо көндәрҙә "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының "Юлдаш" радиоһы "ЮлдашХит" йыр фестиваленә йомғаҡ яһаны. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙған йыр-моң байрамында популяр йырҙар яңғыраны, һәр айҙың хит-парады еңеүселәре билдәләнде, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары бүләкләнде, төрлө бүләктәр уйнатылды, "Теге өсәү" - Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Айбулат Сисәнбаев концертты күңелле итеп барҙы.

Быйыл йыр фестивале халыҡ-ара кимәлгә сыҡты - Ҡаҙағстандан һәм Ҡытайҙан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән башҡарыусылар сығыш яһаны. Астана ҡунағы Акимхан Маженов ҡаҙаҡса ла, башҡортса ла йырланы. Ә Ҡытайҙан килгән Динь Ян ҡурайға һәм баянға ҡушылып, башҡорт халыҡ йыры "Сыңрау торна"ны башҡарҙы.
Алдан хәбәр ителеүенсә, "Юлдаш"тың социаль селтәрҙәрендә "Радионың халыҡ артисы" исеменә тауыш биреүҙәр ойошторолғайны. Был бәйгелә 54 процент тауыш йыйып, йырсы Гөлназ Асаева еңеп сыҡты. Сәхнәлә шулай уҡ уҡытыусылар һәм уларҙың уҡыусылары, атайҙары һәм балалары, тотош ғаиләләр йырланы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Шаһыбалов һәм уның атаһы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Садиҡ Шаһыбаловтың дуэты бик тулҡынландырғыс булды. Профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин менән бергә Салауат Низаметдиновтың "Күҙ нурым" хитын йырлап ишеттерҙе. Ә Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, уларҙың улы Кәрим, ҡыҙы Гөлназ Асаева һәм уның тормош иптәше Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) "Моңло ғаилә" исемен яуланы.
Радио республика музыка индустрияһының иң сағыу вәкилдәрен дә билдәләне. Еңеүселәр һигеҙ номинацияла иғлан ителде. Улар - Башҡортостандың йыр мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән шағирҙар һәм композиторҙар, блогерҙар һәм аранжировкалаусылар, ансамблдәр һәм йәш башҡарыусылар, уҡытыусылар, легендар шәхестәр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева - йыл шағиры, Ризуан Хәкимов - йыл композиторы, Миләүшә Мортазина һәм Фәрзәнә Сәғитова - йыл педагогтары, Ғәлинур Юламанов йыл аранжировкалаусыһы тип танылды. Билдәле музыканттар һәм педагогтар - ҡурайсы Азат Айытҡоловты һәм баянсы Миңләхмәт Ғәйнетдиновты ла легенда тип билдәләнеләр. Йыл блогеры исемен Учалынан Булат Пирғәлин алды.
Фестивалдә классик сәнғәт минуттары ла булды. Йырсы һәм флейтасы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтовтың улы Даян Динәхмәтов виолончелдә Бах музыкаһын ишеттерҙе. Концерт Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) һәм Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың дуэты менән тамамланды.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.23 | Ҡаралған: 424

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru