«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢЕБЕҘҘӘ - БӨЙӨК БУРЫС!
+  - 


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәт менән сығыш яһап, быйылғы йылға йомғаҡтар яһаны һәм киләһе йылға яңы бурыстар билдәләне. 2024 йылда республиканың идара итеүсе командаһы 3 тармаҡта ныҡлы эшләргә тейешлеген билдәләне ул.

- Уларҙың тәүгеһе - Махсус хәрби операция маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн әүҙем эш алып барыу, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеү, яңы ирекле подразделениелар йыйыуға булышлыҡ итеү, гуманитар ярҙам. "Икенсеһе - махус хәрби операция ветерандары, инвалидтары һәм уларҙың ғаиләләре, һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары менән эшләү, ошо геройҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү, хәрбиҙәргә һәм уларҙың туғандарына медицина реабилитацияһы үтеүгә ярҙам итеү, йәштәр араһында хәрби-патриотик эш алып барыу, ил эсендәге сәйәси хәлде тотороҡһоҙландырырға, халыҡ-ара конфликттарҙы киҫкенләштереүселәргә ҡаршы тороу. Былар барыһы ла МХО темаһының тылдағы дауамы. Ошо ике йүнәлештәге бурыстарҙы хәл итеү өсөн тағы ла өсөнсө йүнәлеш мөһим - ул республика үҫеше буйынса пландарҙы һәм программаларҙы дауам итеү, иҡтисадты, социаль өлкәне нығытыу, инвестиция, технология, инфрастуктура буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу, халыҡтың йәшәү сифатын артабан да яҡшыртыу", - тине Радий Хәбиров үҙенең мөрәжәғәтендә. Әлеге мәлдә 2030 йылға тиклем ваҡыт арауығын үҙ эсенә алған ҙур стратегик программа өҫтөндә эш барыуы ла билдәләнде.

- Халыҡ өсөн иң яҡын һәм мөһим темаларҙың береһенә - социаль өлкә һәм демографияға ла туҡталды республика Башлығы. Киләһе йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителгәйне. Тимәк, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләләргә ярҙам итеү өҫтөнлөк аласаҡ. 10 йыл эсендә Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә еткән. Уларҙың һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында - беренсе, Рәсәйҙә етенсе урында. Балаһы булған 230 мең ғаилә төрлө льготалар менән файҙалана.

- Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу буйынса эштәр алып барыла. Уның һөҙөмтәһе булып бөгөн Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы 73 йәшкә еткән. 2024 йылда льготаға эйә булыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн 6,3 млрд һум һалынған. Өфө ҡалаһында медицина учреждениелары модернизациялана, киләһе йылда бының өсөн 500 млн һум бүленәсәк, ә 2025 йылдан башлап йылына 1,5 млрд һум ҡаралған. Шулай итеп, Өфөнөң 118 мең медицина объекты яңырасаҡ, бының өсөн барыһы 8 млрд һум тотоноласаҡ. Республика программаһы сиктәрендә ошо арала баш ҡаланың Затон биҫтәһендә, Баймаҡта һәм Мәсәғүттә поликлиникалар сафҡа индереләсәк, Оло Ыҡтамаҡта тиҙ ярҙам станцияһы булған дауахана асыласаҡ. Шулай уҡ 43 муниципалитетта 80 ФАП барлыҡҡа килгән, киләһе йылда тағы ла 54 пункт өҫтәләсәк. Өфөлә Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге лә ишеген аса. 2024 йылда Республика кардиоүҙәгендә ремонт тамамлана. Халҡы күп булмаған ауылдарға эшкә барыусы педиатр, терапевт һәм дөйөм практика табиптары быйылдан 3 млн һум күләмендә түләүҙәр ала башлаған.

- "Эксперттар билдәләүенсә, мәғариф һәм фән үҫешенә иғтибар биргән илдәр һәм төбәктәр генә ҙур үҫешкә дәғүә итә ала. Беҙ ҙә ошо юлды һайланыҡ. Ил Президенты ҡушыуы һәм федераль Хөкүмәт ярҙамы менән һуңғы йылда ҙур финанс мөмкинлектәр алдыҡ. Мәктәптәрҙе модернизациялауға ғына 7,6 млрд һум йүнәлтелде. Быйыл 6 мәктәп һәм балалар баҡсаһы сафҡа инде, йыл аҙағына тиклем тағы ла 3 мәктәп һәм 2 балалар баҡсаһы асыласаҡ", - тине Радий Хәбиров. Шул уҡ ваҡытта, тип билдәдәнде артабан, федераль программа буйынса ауыл мәктәптәре лә ремонтлана. Йыл һайын ауылда эшләгән 150 уҡытыусыға грант бирелә. Аҡсалата бүләкләүҙәр төрлө конкурс еңеүселәре, колледж уҡытыусылары, тәрбиәселәр өсөн дә ҡаралған. Ошо арала тәүге объекты ишектәрен асасаҡ вуз-ара кампус - төбәктәр араһында беренсеһе. Шулай уҡ спорт объекттары, юлдар, торлаҡ йорттар төҙөү, ихаталар, подъездар ремонтлау буйынса ла республика алдынғылар рәтендә. "Алданған өлөшсөләр" мәсьәләһе лә ошо арала аҙаҡҡаса хәл ителәсәк.

- "Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай, Төркиә, Иран республикалары, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һ.б илдәр менән иҡтисади, шул иҫәптән мәҙәни һәм гуманитар өлкәләрҙә лә әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Сеймал, энергетикаға ҡағылмаған экспорт, шулай уҡ экспортҡа эшләгән предприятиелар арта. Өсөнсө йыл рәттән Башҡортостан һөҙөмтәле эшләгән сәнәғәт сәйәсәте йәһәтенән иң яҡшыларҙың береһе тип табыла. Инвестиция климаты торошо милли рейтингында ла беҙ - дүртенсе", - тине Радий Фәрит улы уңыштарҙы барлап. Шулай уҡ аграр өлкәлә лә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә яҡшы һөҙөмтәләр бар. Эшһеҙлек кимәле түбән - 2,2 процент.

- "Көндәлек эштәр араһында ҡайһы саҡта эргәбеҙҙә йәшәгән һәм тыумыштан, йәки берәй йәрәхәт арҡаһында сәләмәтлеге сикләнгәндәр барлығын да күрмәйбеҙ. МХО-ла ауыр яралар алыусы егеттәр ҙә бар. Беҙҙең бурыс - улар үҙҙәрен кәм итеп тоймаһын, медицина ярҙамы алһын, эшкә урынлашһын, спорт һәм ижад менән шөғөлләнһен өсөн барыһын ла эшләү. Шуға ла киләһе йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан итергә тәҡдим итәм. Тәү сиратта, норматив-хоҡуҡи база өҫтөндә эшләргә, закондарҙың улар мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүенә булышлыҡ итергә кәрәк. Уларҙы хатта сәләмәтлеге сикләнгән тип әйтеүе лә ҡыйын, ысынында иһә улар сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә кешеләр. Уларға бары тик ярҙам итергә генә кәрәк. Шул саҡта улар ҙа беҙҙең эргәлә тулы ҡанлы тормош менән йәшәй аласаҡ", - тине Радий Хәбиров.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтен республика Башлығы шундай һүҙҙәр менән тамамланы: "Беҙ ауыр һынауҙар осоронда йәшәйбеҙ. 2024 йыл да еңелдән булмаясаҡ. Мин ышанам - беҙ барлыҡ бурыстарҙы ла еңеп, тағы ла көслөрәк, аҡыллыраҡ буласаҡбыҙ. Геройҙарыбыҙҙың теүәл килеш әйләнеп ҡайтырына ла ышанысым ҙур. Беҙ барыбыҙ ҙа тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн көрәшәбеҙ. Киләсәк быуын өсөн төҙөйбөҙ, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, мәңгелек ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлайбыҙ. Беҙҙең быуынға бөйөк бурыс - Рәсәйҙе һаҡлау өлөшө төшөүе менән ғорурланырға тейешбеҙ".


"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 163

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru