«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУ - 5
+  - 


Әсләм һаҡ ҡына ҡалҡынды ла өй эсен байҡаны. Таң беленеп килә - ҙур тәҙрәгә яҡтылыҡ һарыла. Мөйөштәге карауатта икәү йоҡлай, уң стена буйындағы йәйелгән диванда шулай уҡ икәү булһа кәрәк. Зал уртаһындағы ҙур өҫтәлдәрҙе сығарғандар. Ҡайҙалыр сәғәт текелдәй, ихатала әтәс ҡысҡыра, эт өрөп ҡуя.
Әсләм сисенмәй ҙә ауған. Ярай ҙа эштән сыҡҡан түфлиҙарын, курткаһын сискән. Күҙҙәренә салынмай ғына нисек ысҡынырға икән? Әсләм һаҡ ҡына аяҡтарына баҫты ла, бер ҡайҙа ла ҡарамай, ишеккә йүнәлде. Бәхетенә, ул бикһеҙ ине. Эткәйне, асылды һәм Әсләм һалҡынса соланға сыҡты. Солан йәйге кухня һымағыраҡ: өҫтәл, ултырғыстар, бәләкәйерәк диван да бар, бейек һыуытҡыс безләп ултыра. Әсләм газ плитәһе өҫтөндәге сәйнүкте шәйләне лә һемәгенән ашығып һыу эсте. Эсендәге ут-ялҡын күпмелер баҫылғандай итте. Ишек төбөндә аяҡ кейемдәре туҙылышып ултыра. Әсләм шулар араһынан үҙенең туфлиҙарын эҙләргә кереште. Ҡараңғыраҡ булғанғамы, әллә аяҡ кейеме үҙе лә танымаҫлыҡ булып үҙгәргәнгәме, һис таба алманы. Ҡабаланды, эйелеп берәм-берәм тотоп ҡарай башланы шунан. Өйҙә карауатмы, диванмы шығырҙаны, кемелер һөйләнде, бер аҙҙан кемдеңдер йөрөгәне ишетелде. Әй, ҡайһыһын булһа ла кейәйем дә ҡуяйым, тип Әсләм ҡулына эләккән резина калуштарҙы кейҙе лә, солан ишеген этте. Уныһы бикле булып сыҡты - тышҡыһын, әлбиттә, төнгөлөккә эләләр - келәне таба алмай аҙапланды. Һәрмәнә торғас тапты инде, ниңәлер бейеккә, баш тапҡырына, ҡуйғандарсы. Ишекте асып ябыуға өй ишегенең шығырҙағаны ишетелде. Болдорҙан төшөп ихатаның йәшел үләненә баҫҡас курткаһы менән рюкзагы иҫенә төштө. Кире керәйем, алайым тип берауыҡ икеләнеп баҫып торҙо. Соланға кемдер сыҡты. Юҡ, Әсләм уларға күренергә тейеш түгел, оят, киткәнме, киткән, тиерҙәр ҙә ҡуйырҙар. Курткаһы йәл, әлбиттә, рюкзагы ла бына тигән ине. Малдан бигерәк намыҫы ҡәҙерле. Һәм ул лапаҫ ышығындағы аттарҙы, иртәсел тауыҡтарҙы өркөтөп картуф баҡсаһына сыҡҡан ел ҡапҡаға ташланды.
Ҡыҫҡа тыҡрыҡтарҙы, ҡыйыш-мыйыш урамдарҙы саҡ уҙып ауыл осона аяҡ баҫҡанда, тамам яҡтырғайны. Мал-тыуарын көтөүгә ҡыуған егәрле ҡатын-ҡыҙ, теремек әбей-һәбей уның итәгенә ут ҡапҡан кеше кеүек әле тегеләй, әле былай бәрелеп йөрөүенә аптырап ҡарап ҡалды. Иртәнге һауа һалҡынса, ысыҡ төшкән. Курткаһыҙ, ҡыҫҡа еңле күлдәктә өшәнес. Сыҡҡанда бер сәйнүк һыу һемерһә лә, яңынан ауыҙы кипте. Етмәһә, урлаған калуштары бәләкәйерәк эләккән - ике аяғын да ҡыҫа. Хужаныҡын түгел, хужабикәнекен сәлдергәндер. Өсөнсө көн юлда, ә ул һаман барып етә алмай. Бынау хәйерһеҙ туйға эләкмәгән булһа, кисә кисләтеп булһа ла апаһына барып ауыр ине. Был ҡиәфәт менән хәҙер нисек күренмәк кәрәк районда? Өр-яңы салбары тамам торбаға әйләнеп, тубыҡтары сыҡҡан, хәс тә хоккейсы кейеме, ямғыр, ысыҡ һыуынан ҡыҫҡарып уҡ киткән хатта - аяғының йөҙлөгөн ҡаплап тора ине, хәҙер ана ҡайҙа күтәрелгән. Күлдәге бөтәрләнгән, керләнгән, үҙе ҡырынмаған, етек сәстәре бысраныуҙан сыра кеүек тырпайған. Ас, булған ғына аҡсаһы курткаһында ҡалды, асҡысы, паспорты рюкзагында ине... Был ҡиәфәт менән барып инһә, апаһы тамам аптырар инде. Уға үҙе менән юлда нимәләр булғанын аңлата ла алыр, ә бына судҡа барһа, иң тәүҙә паспортын һораясаҡтар. Бәй, юҡмы ни, улайһа, һин ниндәй байғош һуң, тип ҡабул да итмәҫтәр әле. Ҡағыҙһыҙ һин бер кем дә түгел шул. Эшен ҡарау урынына ҡыуып сығармаһалар...
Ауылдан сыҡҡан юл, ғәжәп, арыу ғына ине. Асфальт түгел түгеллеген, соҡорло-саҡырлы булһа ла, ҡасандыр ҡырсынташ түшәгәндәр, тимәк, юл район үҙәгенә илтә. Беҙҙә бит юл үҙәкләштереү сәйәсәтенең бер сағылышы. Район түрәләренең төпкөл ауылдарға бер ҡасан да ҡулдары етмәй, шул иҫәптән юлға ла.
Әҙәмсә юлға сығыу шатлығынан тәүҙә дәртле генә атлағайны ла, оҙаҡламай йоҡа һәм йомшаҡ табанлы калуштарҙың баҫҡан һайын таштарҙы "һанауынан" табандары зәңкей башланы, етмәһә, яман ҡыҫа. Ҡайҙалыр уҡығайны, әллә япон, әллә ҡытай ҡыҙҙарына бала саҡтарынан уҡ бәләкәй аяҡ кейемдәре кейҙерәләр икән. Улар өсөн бәләкәй аяҡ - гүзәллек һәм камиллыҡ билдәһе. Ул балалар гел генә ҡыҫынҡы аяҡ кейемендә нисек түҙҙе икән? Әсләм әле бер нисә саҡрымға түҙә алмай. Юл ситенә сыҡты. Әммә кинәнес бында ла оҙаҡҡа һуҙылманы: юл ситенә тәгәрәгән йәки машина тәгәрмәстәре аҫтынан осҡан таштар бында ла күп ине. Онотолоп китеп шуларға баҫа ла ҡуя, баҫа ла ҡуя. Өйҙән үк уңайлыраҡты кейеп сыҡһа, бындай хәлгә төшмәҫ ине. Кисә урман эсендә күпме йонсоно, бөгөн килеп йәнә хитлана бәләкәй калуштар менән. Ай, башы етмәне, юл былай уҡ насарҙыр тип уйламаны, шул арҡала бара инде хәҙер аяҡтары бығаулы әсир кеүек. Өҫтәүенә, бармағын өйкәтеп ҡанға туҙҙырҙы. Һигеҙенсе класта военкоматҡа ҡаралырға барғанда тап ошондай ҡырсынташ юлдан барғайнылар шикелле. Ҡыш ине, әммә юл ҡарһыҙ, әлеге һымаҡ асыҡ ине.
Байтаҡ атлағас, саҡ ҡына булһа ла ял итәйем, тип, юл ситендә ауып ятҡан йыуан муйыл ағасына ултырҙы. Ултырыуы булды, уны танырға теләгәндәй, оҙаҡ текләп бер егет велосипедта үтеп китте. Әсләм тапҡырында туҡтарға ла ниәтләнгәйне шикелле, ләкин һуңғы мәл кире уйланы ла бар көсөнә педаленә баҫты. Йүнле кеше шулай таң тишегенән йөрөмәҫ, тип уйланы, ахыры. Бер аҙҙан ағас тейәгән йөк машинаһы уҙҙы. Теге көндәге урмансыларҙыр. Әсләмдең ҡул күтәреүенә ҡарамаҫтан, туҡтаманы. Мәшәҡәтләнәһе килмәгәндер - ауыр машинаны туҡтатырға, шунан ҡуҙғалтып китергә кәрәк. Ул байғоштоң әллә бар аҡсаһына, әллә юҡ аҡсаһына йонсорға ни. Ә водитель эргәһендәге ике урын да буш ине. Еңел машинала урта йәштәрҙәге ирле-ҡатынлылар үтте. Туҡтаманылар. Быларҙың да артҡы урындары буш ине. Һөйләшеп барырға ҡамасаулар, тигәндәрҙер. Бәлки, уның судҡа китеп барыуын беләләрҙер. Ундай кеше менән кемдең бергә йөрөйһө килһен? Бәләһенән баш аяҡ. Эргәһенән байтаҡ машина үтеп, береһе лә алмағас, Әсләм артына боролоп ҡарамай ғына юлын дауам итте - ни тиклем иртәрәк барып етһә, шул тиклем яҡшыраҡ. Резина калуштарының табандары ҡыҙҙы, береһенең башы аҡтарылып сыҡты. Үҙе асыҡты, һыуһаны. Юл ситенә сығып ял итеүҙәре йышайҙы. Ә машиналар үтеп кенә торҙо, әммә уларҙың береһендә лә юл ситендә аяҡтарын саҡ алыштырып атлаған кеше ҡайғыһы юҡ ине...
Ҡояш алыҫтағы тау артына тәгәрәй. Күҙ бәйләнер алдынан шулай ҙа бер мәрхәмәтле Алла бәндәһе табылды бит. Әсләмдең юл ситендәге ҡыуаҡлыҡтар араһында төн үткәрергә ниәтләнеп, шырлыҡҡа керергә туҡталған сағы ине. Эйе, артабан атларға хәле ҡалмағайны. Алда тағы күпме бараһын белмәй. Юл буйлап, моғайын, ошо юл алып барып сығарыр әле, тип атланы ла атланы. Шунан бөгөн барыбер ҙә барып етә алмаҫын аңланы ла туҡталырға ҡарар итте. Бөтә кәүҙәһе менән яй ғына боролдо машинанан төшөп үҙенә яҡынайған ике кешегә. Нишләп кабинанан сыҡтылар - аңламаны. Ғәҙәттә туҡтай ҙа ултырғанды көтөп тора бит инде водитель. Береһе, ышаныслы аҙымдар менән алдан атлағаны, ҡырҡ биш йәштәр тирәһендә генә барҙыр, эре һөйәкле, умарта кеүек йыуан, түрәләрсә тәкәббер ҡарашлы, башы тап-таҡыр итеп ҡырылған. Икенсеһе, уның артынан күндәм юрғалағаны, ҡурҡаҡ хәрәкәтле, кәүҙәгә бәләкәй, яшыҡ, бесәй ише йомшаҡ ҡына баҫып атлай.
Йыуаны Әсләм алдына килеп баҫты.
- Ҡайҙа китеп бараһың?
- Район үҙәгенә, - тип яуапланы Әсләм.
- Кис булып бөткәс унда нишләйһең?
- Кис барыу әллә тыйыламы? Бөгөн апайымдарға барып етергә ине. Иртәгә иртүк судҡа инергә кәрәк.
- Ниндәй суд? - йыуан һағайҙы, ҡаштары һелкенеп яңаҡ мускулдары тартышып ҡуйҙы.
- Булмағанды булған тип ерле юҡтан ғәйеп таҡтылар ҙа...
- Ниндәй ауылдан? Исемең кем?
Әсләм ауылының, шунан үҙенең исем-фамилияһын атаны.
- Улай икән. Аңлашылды, - тине "миһырбанлы" йыуан һуҙып ҡына. Һүҙҙәренә ниндәйҙер мәғәнә һалды, артына боролоп йәһәт кенә юлдашына, унан юлға ҡарап алды.
- Саҡырып ауылға повестка ебәргәндәр, тик мин уны алманым, автобус туҡталышы стенаһына йәбештереп киткәндәр. Шуны асыҡларға китеп барам, - тине Әсләм, үҙе һаман, былар мине алһалар ғына ярар ине, тип уйланы.
- Бөгөн барып етә алмайһың инде, - тине йыуан. - Иртәгә лә юлың уңмаясаҡ. Суд ҡарар сығарған бит инде, уны һин барыу менән генә үҙгәртмәйәсәктәр. Судтың кирегә худы юҡ. Так что барҙың ни ҙә, барманың ни. Йонсоп йөрөмә, борол, ҡайт лутсы. - Һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? - Әсләм яуап көтөп йыуанға текәлде. - Ә минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ. Бына шуны иҫбатларға әйтәм. Минһеҙ суд нисек ҡарар сығара ул? Ғәйепһеҙ кешегә ғәйеп тағырға тейеш түгелдәр.
- Белмәйем, белмәйем, суд ғәйепһеҙ кешегә ғәйеп таҡмай ул, тимәк, бар. Повестка ла ебәргәс. Бәлки, һин повестка алып та килмәй ятҡанһыңдыр? Уныһына ла яуап тотасаҡһың әле.
- Килмәне миңә бер ниндәй ҙә повестка.
Йыуан ҡырағай ҡараш менән йәнә юлға ҡарап алды, бармаҡтары суҡмар булып йоҙроҡҡа төйнәлде. Уның Әсләмде артабан тыңлағыһы килмәгәне йөҙөнә сыҡҡайны.
- Ә минең һеҙҙе ҡайҙалыр күргәнем бар...
Әсләм һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, йыуан әҙәм эсенә шул тиклем ныҡ һуҡты, бындай аҫтыртын һөжүмде һис көтмәгән юлаусы дуға кеүек уртаға бөгөлдө лә төштө.
- Еҙемдә йылым менән беҙҙе тоттоғоҙ... - Хәбәренең был яғы әйтелмәне, әйтелеп өлгөрмәне, мейеһендә ялағай ялтлауы һымаҡ сағылып ҡына үтте.
Ә йыуан бәндә уртаға һынған Әсләмде юл ситендәге һыулы соҡор-канауға тибеп төшөрҙө лә йәнһеҙ кәүҙәгә бер аҙ текәлеп ҡарап торҙо, тегеһе ҡыбырламағас, ласҡылдата төкөрҙө, шунан, ҡабалан эре аҙымдар менән машинаһына йүнәлде.
- Суд ошоноң менән тамам, - тине ыҫылдап. - Хәҙер барып йөрөмәһәң дә була. Бара ла алмаҫһың.
Бейек йылтыр ҡара машинаның быуар йылан кеүек йыуан ҡара тәгәрмәстәре аҫтынан саң күтәрелеп, ваҡ таштар ғына атылып ҡалды...
Йөҙөнә нимәлер ҡағылыуға уянды Әсләм. Ҡағылған нәмә йылы һәм йомшаҡ ине. Хәйер, тәүҙә ах та ух килеп, өтәләнеп, йәлләү һәм аптырау ҡатыш һөйләшеү ҡолағына салынды. Эйе, кемдер кем менәндер һөйләшә, тимәк, икәүҙәр. Ҡатын-ҡыҙ тауыштары. Әллә әсәһеме? Юҡ, ул түгелдер, тауышы уныҡына оҡшамаған. Унан һуң, былар икәү. Береһе оло тауышлы, ҡалыныраҡ сыға, икенсе тауыш нәҙек, балаларса. Әсләмдең күҙен асҡыһы, тауыш хужаларын күргеһе килә. Тик нимәнәндер ҡурҡа, күҙен асһа, тауыштар юғалыр һымаҡ. Бәй, ҡайҙа ята һуң ул? Һыу эсендә түгелдер ҙә? Сөнки аяҡтары һыуҙа төҫлө һәм улар өшөй. Нишләп күҙен аса алмай? Өҙөлөп эсе ауырта, нимәһелер өҙөлгән һымаҡ, биле һыҙлай, башы геүләй.
Ҡатындарҙың береһе уның ҡулын тотто, пульсын ҡапшаны, тәне йылы, тере, тине, йөҙөнә, унан түшенә ҡағылды, иптәшенә, әйҙә, өҫкәрәк шыуҙырып һалайыҡ, аяҡтары һыуҙа ята лаһа, тине. Уны ике яҡ иңбашынан тотоп һөйрәп өҫкәрәк күсерҙеләр. Ай, эсе, ҡуҙғатҡандарында кәүҙәһенең аҫҡы яғы артта тороп ҡалды һымаҡ. Әсләм һыҙланыуҙан тештәрен ҡыҫты. Унан күҙҙәрен асҡайны: үҙенең ике яғында ике ҡатын һынын күрҙе. Икеһе лә өҫтән аҫҡа уға ҡарап баҡҡандар.
- Өләсәй, күҙен асты! - тине ҡыуаныслы бала тауышы.
- Алай ҙа, - тип яуапланы оло тауыш, шулай уҡ ҡыуанып. - Ғүмере бөтмәгән, әтеү ныҡ ҡурҡытҡайны ла. Нишләп бында ята һуң, бына шуныһы ғәжәп, оло юл уртаһында. Машина-фәлән төкөп киткәндер инде, меҫкенде, йә йығылып ҡалғандыр.
- Әлдә килеп сыҡтыҡ! - тине бала. - Өләсәй, шулаймы?
- Эйе, шулай, бәхетенә, - тине өләсәй, - тик бына аңына килеп аяғына баҫа алһа ярай ҙа. Имгәнгәндер инде. Машинабыҙ юҡ, берәй мәрхәмәтле Алла бәндәһе генә туҡтап алып китмәһә. Балнисҡа алып бармай булмаҫтыр.

(Дауамы. Башы 46-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 166

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru