"Гитлер бит алды кәрәген, быныһы ла аласаҡ. Беҙҙең уландар еңеү менән ҡайтасаҡ, Алла бирһә! Бөйөк Ватан һуғышында бирешмәгәнде, хәҙер нишләп бирешеп торайыҡ, ти! Шундай көслө ил башлығы, яугирҙарға ярҙам итергә атлығып торған халҡыбыҙ бар", - тине Баймаҡ ҡалаһынан 95 йәшлек Мөбинә инәй Яхина һәм өс бармаҡлы бирсәткәһен бәйләй-бәйләй хәтирәләргә сумды...
Мөбинә инәйҙең атаһын 1937 йылдың декабрендә төнгө сәғәт берҙә алып сығып китәләр. Ябыуһыҙ, асыҡ машина өҫтөндә бер төркөм ир-егеттәр менән бергә ул билдәһеҙлеккә сума һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Йылдар уҙғас ҡына атаһының исемен аҡлап, хәл-ваҡиғаға дөрөҫлөк индерәләр. Әсәһе береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Ул ваҡытта бәләкәстәренә ни бары бер генә йәш була. Мөбинә инәй, баш була булараҡ, әсәһе менән бергә донъя көтөүгә, бәләкәс ҡустылары Әмир менән Рәжәпте тәрбиәләп үҫтереүгә бар тырышлығын һала. "Дүртебеҙ бер юрған аҫтында йоҡлай торғайныҡ, - тип һөйләй Мөбинә инәй. - Малайҙар үҫә бара беҙҙән тартыла башланы. Шуға күрә әсәйем, иҫке фуфайкаларҙы һүтеп, шуларҙан юрған эшләп бирҙе. Бер ҡанат аҫтында үҫкән ҡустыларым менән тормошта ла бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәнек. Әмир ғүмер буйы механизатор булып эшләне. Рәжәп ҡустым лесник булды..."
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Мөбинә Сибәғәт ҡыҙына 13 йәш була. Тиҫтерҙәре менән бер рәттән, ул да колхоз эшенә егелә. "Иң ауыры ҡышҡыһын ағас бысыу ине, - тине инәй. - Бөрйән районына диләнкәгә бара торғайныҡ. Ике ҡыҙ бергә ҡул бысҡыһы менән бысып, ағасты ауҙарабыҙ, өсөнсөбөҙ ботаҡтарын турай, ағастың ҡайырыһын юнып ала. Шулай таҙартмаһаң, һал менән ағыҙғанда аҡмай аптырата бит. Ул йылдары беҙҙең колхозға мең кубометр ағас әҙерләргә план бирелә ине. Уны ҡайҙа ебәргәндәрҙер, беҙгә билдәһеҙ. Норманы үтәргә тырышып, иртә таңдан ҡара кискә тиклем ҡулдан бысҡы төшөрмәнек. Биш колхоздан йыйылған эшселәр, күмәкләшеп, ике яҡлап урындыҡ һалынған һыуыҡ баракта яттыҡ. Икеһе ике яҡта урынлашҡан сыуал баракты йылытып та өлгөрмәй ине. Өҫтөбөҙ лыс һыу була торғайны. Кейемде аҫтыбыҙға түшәп ятабыҙ, шулай ул тән йылыһына һурыға торғайны. Бер-беребеҙгә һыйынышып ятып йоҡлай инек. Берәй сәбәп менән тороп китһәң, урынһыҙ ҡалаһың. Ә бит шундай шарттарҙа йәшәп, эшләһәк тә, бер кем зарланманы. Бөтәбеҙ ҙә фронт өсөн, Еңеү өсөн тип тырыша инек..."
Мөбинә инәй ҡыш айҙары Бөрйән урманында ағас бысһа, яҙлы-көҙлө колхоз эшендә йөрөй. Һарыҡ көтөүен көтә. Бер шулай һалҡын көҙ айҙары бергә эшләгән иптәш ҡыҙы менән Темәстән Баймаҡтағы заготконтораға һарыҡтар ҡыуа сыға. Ләкин ҡапыл ҡарлы ямғыр яуып, һауа торошо боҙола. Яланаяҡ булғанлыҡтан, икеһе лә туңып ҡата. Сереккүлгә килеп, шунда ҡуналар. Иртәгәһенә Баймаҡҡа етеп, һарыҡтарҙы тапшыралар. Арттарынан һыбай килеп еткән бригадир ҡабул ителмәгән ике һарыҡтың береһен сала һалып, аш бешереп, аслыҡтан, һыуыҡтан йонсоған ҡыҙҙарға ашатып, ҡотҡарып ҡала. Шунан һуң ғына бер аҙ хәл алған ҡыҙҙар ҡайтырға юлға сыға.
- Һуғыш ваҡытында һәр өй башына һалым һалына торғайны, - тип хәтирәләрен дауам итә Мөбинә инәй. - Һыйырың, тауығың бармы-юҡмы - уға ҡараманылар. Мотлаҡ 8 килограмм иретелгән май, 45 килограмм ит, 100 дана йомортҡа тапшырырға тейеш инек. Атайһыҙ үҫһәк тә, әсәйем йыл да һалымды һуңлатмай, ваҡытында түләп килде. Һуңғараҡ, үҫә төшкәс, һауынсы булып эшләй башланым. Фәғилә Урмантаева еңгәй һыйыр һауырға өйрәтте. Ҡул менән һауа инек. Әле нығынып та етмәгән бала беләге нисек түҙгәндер? Хәҙер ҙә аптырайым. Бармаҡтарҙың көсө етмәй, быуындар шешеп китә торғайны. Әҙләп-әҙләп кенә һөт эсеп, туҡлана инек. Һарығын да, кәзәһен дә һауа торғайныҡ. Шул да беҙҙе ҡотҡарғандыр инде. Ул саҡтарҙы иҫемә төшөрһәм, бөгөн дә илағым килә..."
Мөбинә Яхина бөгөн Баймаҡ ҡалаһында Венера ҡыҙында йәшәй. "Беҙ бергә!" акцияһы иғлан ителгәс тә Венера Әминева әхирәттәре Мәрйәм Бикмәтова, Вәсилә Янбаева, Гөлгөнә Вәхитовалар менән йыйылып, йылы ойоҡ, өс бармаҡлы бирсәткә бәйләй башлайҙар. Бирсәткәләр эсенә доғалыҡтар, бетеүҙәр эшләп һалалар. "Теге саҡта ла халыҡ илгә килгән ауырлыҡты бергә күтәрҙе. Фронттағылар алғы һыҙыҡта булһа, беҙ, балалар, ҡарт-ҡоро, тылда хеҙмәт иттек, - ти Мөбинә инәй. - Әле быуыны нығынып та етмәгән балалар ололар менән бер рәттән эшләй торғайныҡ. Бөйөк Еңеү шулай яуланды. Бөгөн дә беҙ бергә. Яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә бөтә халыҡ күтәрелгән. Шуға ла Венера ҡыҙымдың әхирәттәренә ҡушылып, хәлемдән килгән тиклем булышлыҡ итәйем, тип, ҡулыма энә, еп алдым. Колхозда һарыҡ көткән ваҡытта һиҙҙермәй генә йөндәрен йолҡоп, оҙон ҡуңыслы йылы ойоҡтар бәйләп ала торғайныҡ. Шул ваҡыттарҙа уҡ мине әсәйем бәйләмгә өйрәткән ине. Үҙ ғүмеремдә күпме ойоҡ, бирсәткә бәйләгәнемде иҫләмәйем дә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ҡыҙҙар, апайҙар менән кис ултырып, бәйләм бәйләнек. Хәҙер бына тағы ла йыйылабыҙ. Кем уйлаһын тарих шулай ҡабатланыр тип... Әле ике бирсәткә бәйләнем. Өсөнсөһөн башланым. Миңә 95 йәш булһа ни! Ҡарыуым әле бер ҙә ҡайтмаған, хатта ғына эшкинеп ултырам, - тип инәйебеҙ башҡаларға ла дәрт өҫтәп, таҡмағын әйтеп ебәрҙе: "Маладис ҡулдарыңа, Маладис ҡулдарыңа. Аллы-гөллө сәскә атһын, Йөрөгән юлдарыңа..."
Лилиә ТАКАЕВА.
Баймаҡ районы.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА