«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТ КЕНӘ КЕШЕ ИТӘ…
+  - 


Пионер галстуктары таҡҡан тиңдәштәрем менән тигеҙ сафта тороп, дәртләнеп йырлай инек беҙ шундай йырҙарҙы: "Эх, хеҙмәт йыры, шаула, яңғыра бөтә ерҙәрҙә. Ҡала-ауылды осоп һин иңлә барлыҡ телдәрҙә!.." Һуңғы осорҙа мәктәп уҡыусылары өсөн хеҙмәт дәрестәрен ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу хаҡында хәбәрҙәр ишетелә башлағас, ярты быуаттан ашыу элек күңелемә ныҡ инеп оялаған ана шул йыр йышыраҡ иҫемә төшә. Ысынлап та, ҡәҙерле туғандар, ҡасандыр һәр кемебеҙгә яҡын булған "хеҙмәт" һүҙен инде байтаҡ йылдар лөғәтебеҙҙә (йырҙарыбыҙ хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ) һирәгерәк ҡулланабыҙ һымаҡ. Илебеҙ халҡы эшһеҙлектән йонсомай, әлбиттә, ә шулай ҙа ошо төшөнсә тураһында бер аҙ фекерләп алмаҡсымын.

Ифрат файҙалы булған ана шул хеҙмәт дәресенең мәктәптәрҙә туҡталып ҡалыуы хаҡында белмәй ҙә инем, дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, башыма ла килмәгәйне. Был предметтың балаларыбыҙ өсөн тик яҡшыға ғына булыуын берәү ҙә инҡар итмәйҙер, моғайын. Мәктәп йылдарында хеҙмәт дәрестәрендә алған ғилемем бөгөнгәсә үҙемә кәрәге тейә тип һанайым. Минең иң яратҡан дәрестәремдең береһе ине ул. Беҙ - парта артында ултырып бер аҙ ялҡҡан балалар, аҙнаһына бер мәртәбә була торған "труд"ҡа ашҡынып бара инек. Хеҙмәт уҡытыусыһы биргән һабаҡтарҙы оло ҡәнәғәтлек менән үҙләштерергә тырышыуым хәтеремдә. Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында Баймаҡ интернат мәктәбендә малайҙарҙы мәктәп оҫтаханаһында ағас эшкәртеү эшенә өйрәттеләр. Хеҙмәт уҡытыусыһы Сәлих Фәйзулла улы Ҡарабандиндың иң беренсе дәрестән үк хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләре менән таныштырыуы, ҡулды йәрәхәтләмәҫ өсөн йышҡыны нисек дөрөҫ тоторға, хатта умыртҡа бағанаһында сколиоз-фәлән булмаһын өсөн эш өҫтәле янында аяҡтарҙы ҡайһылайыраҡ итеп баҫып тороу хаҡында һөйләгәне хәтеремдә. Дәрес һайын ағас эшенең бихисап нескәлектәрен аңлатып, беҙгә үҙаллы эштәр бирә торғайны. Өҫтәл, парта, ултырғыстар ремонтлау, туҡмас таяғы йә һалма ҡырҡа торған таҡта, кейем элгес һымаҡ әйберҙәр яһау беҙҙең өсөн ғәйәт ҡыҙыҡлы ине. Хатта дәрестән тыш та шунда барып, ниҙер эшләп, мыштырҙап йөрөгәнем хәтеремдә.
Туғыҙынсы-унынсы синыфтарҙа уҡығанда Рафаил Әхмәт улы Сырлыбаев беҙҙә "Производственное обучение" программаһына ярашлы "Электротехника" дәресен дә алып барҙы. Уның: "Не знаешь закон Ома - сиди дома!" - тип, шаян һүҙҙәр менән беҙгә электр көсөргәнеше, "сила тока", "сопротивление" һымаҡ төшөнсәләрҙе, электромонтаж ысулдарын ябай ғына итеп аңлатыуы әле булһа күҙ алдымда. Урта мәктәпте тамамлағас, ҡулыбыҙға аттестат менән бергә "III разрядлы электромонтер" тип аталған һөнәрҙе раҫлаусы документ тапшырҙылар.
Ә ҡыҙҙарға Альмира апай теген эшен өйрәтте. Мәктәпте тамамлауға уларға "тегенсе" тигән һөнәр хаҡында таныҡлыҡ биреп сығара торғайнылар. Үҙҙәренә нимә теккәндәрен белмәйем, әммә беҙгә, малайҙарға, эске кейемдәр етештерә инеләр (ул саҡта беҙҙе интернат кейендерҙе). Минең менән бергә шул уҡ интернатта уҡыған, бөгөнгө көндәге хәләл ефетемә әле булһа "Һеҙ теккән трусиктарҙы кейеп уҡыныҡ инде", тип көлөп алам. Мәктәп территорияһында ҙур ғына алма баҡсаһы ла булды. Алмағастарҙы ла, әлбиттә, беҙ - уҡыусылар тәрбиәләнек. Көҙөн йыйып алған алмаларҙан мәктәп ашнаҡсылары компот ҡайнатып, беҙҙе витаминландырҙылар.
Һаҡмар йылғаһы буйында интернаттың хеҙмәт лагеры ла бар ине. Ярайһы киң ер билмәһенә картуф, кәбеҫтә сәсеп, йыл әйләнәһенә бөтәбеҙгә (өс йөҙҙән ашыу балаға) етерлек йәшелсә әҙерләп ала торғайныҡ. Мәктәп автобусына тейәлеп, утыҙлап саҡрым арала ятҡан Һаҡмар буйына йырлаша-йырлаша барабыҙ, унан теҙелешеп алып, әллә күпме майҙанға картуф сәсәбеҙ. Малайҙар көрәк менән ҡаҙа, улар артынан ҡыҙҙар сәсеп килә. Йәй буйы, ике-өсәр аҙналап, бишенсе - һигеҙенсене тамамлаған балалар ана шул лагерҙа йәшәй, картуф утай, күмә, кәбеҫтәләргә көн дә һыу ҡоя. Лагерҙа тәрбиәсе, физрук, пионервожатый итеп юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән студент апай һәм ағайҙар йәлеп ителә ине. Улар менән күңелле. Элек ошо мәктәптә үҙҙәре уҡыған саҡтағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләп беҙҙе көлдөрәләр. Йүгереү, һикереү һымаҡ спорт уйындары, хатта балыҡ тотоу буйынса бәйгеләр ойоштороу саралары ла булды. Ҡыҙҙар таҡтанан яһалған барак йорттарҙа, ә малайҙар палаткаларҙа йоҡлап йөрөнөк. Барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе бәхетле итеп тойҙоҡ, шатланып, дәртләнеп эшләнек, ял да иттек.
Көҙ, инде мәктәпкә уҡырға килгәс, аяҙ көндәрҙе һайлап, күмәкләшеп картуф алырға барыу - үҙе бер күңелле ял ине! Картуф тубырсығы менән сәпләшә-сәпләшә, сыр-сыу килеп, уңышыбыҙҙы йыябыҙ. Беҙҙең менән барған уҡытыусы-тәрбиәселәр ҙә яҡшы кәйефтә, беҙҙең шаярғанды күрмәмешкә һалышалар. Эш тамамланыуға ҡарай,ҡыҙҙарыбыҙ телеңде йоторлоҡ итеп "мундирлы" картуф бешерә. Йыйған уңышты йөк машинаһына тейәп, үҙебеҙ автобусыбыҙға ултырып, йырлаша-йырлаша йәнә ҡайтып китәбеҙ. Ҡайтҡас та эш етерлек. Йәшелсә һаҡлай торған ҙур баҙҙа кәбеҫтәләрҙе үткер көрәк менән турап, тоҙлап, ҙур мискәләргә тултырып, таҙа резина итектәр кейеп, шаяра-шаяра тығыҙлап тапап йөрөгәндәребеҙ ҙә әле булһа онотолмаған. Бынан тыш, мәктәбебеҙҙең ярҙамсы хужалығында йорт хайуандары ла булды. Иткә тәғәйенләнгән эре мөгөҙлө малдарҙы оло ағайҙар ҡарай ине, әлбиттә. Ә өлкән синыф малайҙары (туғыҙынсыны тамамлағандар) йәйге практика ваҡытында Әбдрәшитов Фәйрүз ағай етәкселегендә Ирәндек итәгендә йәйләүҙә ятып, ҡышҡылыҡҡа етерлек бесән әҙерләне.
Мәктәп ашханаһына сиратлап дежурға йөрөнөк. Аҡ алъяпҡыстар бәйләп алып, ашнаҡсыларға картуф әрсеүгә, өҫтәлдәргә аш ташырға, унан ҡабаттан һауыт-һабаны йыйып алырға, өҫтәл һөртөргә ярҙамлашабыҙ. Иҙән йыуырға ла булышабыҙ. Ҡыш көндәре мәктәп тирәһендәге ҡарҙы көрәү ҙә беҙҙең өҫтә булды.
Бының менән нимә әйтмәксемен? Ошо эштәрҙе эшләп үҫһәк тә беребеҙ ҙә зарланманыҡ, уҡыу ҙа барҙы. Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә "Баламды эшкә ҡушалар" тип һөйләнмәне, киреһенсә, беҙҙе мәктәптә эшкә өйрәткәндәре өсөн был яҡындарыбыҙ шатланып туя алмай ине. Бына шундай күңелле тормош менән тәьмин итте беҙҙе элекке мәктәп.
Әгәр ҙә ана шул хеҙмәт дәрестәре индерелеүгә бөгөнгө ата-әсәләрҙең бәғзеләре "Һәр төрлө сит эштәр менән балаларыбыҙға уҡырға ҡамасаулайҙар", тип ҡараһа, бик ныҡ хаталанасаҡ, әлбиттә. Был дәрестәр, киреһенсә, уҡыусыларҙың дөйөм белем алыуына, киләсәк тормошо өсөн тик файҙаға ғына тиер инем. Балаларҙы эшһөйәрлек рухында тәрбиәләү мөһим. Егеттәргә ағас-таш, тимер-томор эштәре, техника менән танышыу тормош көтөү өсөн ғүмерлек кәрәк нәмә. Шуға күрә уларға - буласаҡ ғаилә башлыҡтарына, башлыса тыштағы хужалыҡ-ҡа бәйләнешле эштәрҙе үҙләштеү зарур. Ә ҡыҙҙарыбыҙға, минеңсә, өй эштәрен күберәк өйрәтеү хәйерле-рәктер. Киләсәктә балалар тәрбиәләү, аш-һыу тирәһендә булышыу, тәмле аштар бешереп, ирҙәрен эштән һағынып, йылмайып ҡаршы алыу өсөн… Әйткәндәй, әлеге хеҙмәт дәрестәрендә ҡыҙҙарыбыҙға тегеү-маҙарҙан тыш, бешеренеү серҙәрен өйрәтеүҙе лә программалағандарҙыр, моғайын, тип ышанам. Баҡса эшенең нескәлектәрен дә өйрәтһәләр, бигерәк тә яҡшы булыр. Бәғзе мәктәптәрҙә шофер, икенселәрендә тракторист һөнәрҙәрен үҙләштереү ҙә ҡаралғандыр. Балаларыбыҙға Аллаһ Тәғәлә эшһөйәр, илһөйәр, ғөмүмән, һәр яҡлап камил булып үҫергә насип итһен. Амин!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 195

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru