Өфө ҡалаһындә йәшәүсе Мортаза исемле 4 йәшлек малайҙың әсәһе Лениза Булат ҡыҙы Нафиҡова һөйләй: 2003 йыл. Мин 2-се курс студенты. Ҡурҡыу белмәгән, юғары маҡсат менән янып йөрөгән 19 йәшлек ҡыҙ бала. Мортаза Рәхимовты Президентлыҡҡа үткәреү кампанияһында агитацион эш алып барыусылар рәтендә йөрөйөм.
Шулай Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан 9 ҡатлы биш йортто үтеп сығырға тейешмен. Һәр ишеккә шаҡып, төрлө кешеләр менән һөйләшеп, кемеһенән маҡталып, кемеһенән әрләнеп, ишетмәгәнде ишетеп йөрөй торғас, ҡурҡа башланым. Шулай ҙа бөтә көсөмдө йыйып, ҡурҡыуымды баҫып, биш йорттоң барыһын да үтеп сыҡтым. Әйткәндәй, шул ваҡыттан алып был урам яғына бөтөнләй бармаҫҡа тырышам.
Подъездар, ҡаттар буйлап йөрөгәндә: "Иҫән-һау булһам, Мортаза Рәхимов Президент булып үтһә, киләсәктә улым тыуһа, уға мотлаҡ Мортаза тип исем ҡушасаҡмын!", - тип үҙемә һүҙ бирҙем.
Ул ваҡыттан һуң 16 йыл үткәс, улыбыҙ тыуҙы. Малай буласағын белгәс, алдыбыҙҙа исем һайлау мәсьәләһе лә торманы, исем әҙер ине бит инде. Исемдең дә ниндәйе бит әле!
Улым Мортазаға хәҙер 4 йәш. Уны исеменә тап төшөрмәҫлек итеп, илебеҙгә, телебеҙгә, милләтебеҙгә кәрәкле, иманлы, тәүфиҡлы һәм тәүәккәл шәхес итеп тәрбиәләргә яҙһын. Беҙгә бәхетле бала саҡ, өмөтлө үҫмер-йәшлек йылдары, иркенләп, ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшергә мөмкинлектәр тыуҙырған, Башҡортостаныбыҙ өсөн бихисап матур эштәр эшләгән, халҡыбыҙҙың олуғ шәхесе - Мортаза Рәхимов һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә. Үҙенең артынан күпме Мортазалар ҡалдырҙы ул. Уларҙың һәр ҡайһыһы республикабыҙ, илебеҙ өсөн ныҡлы терәк булһын.
Мортаза Ханнанов, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты һөйләй: Институттың "Драма һәм кино актеры" факультетында уҡыйым. Үҙем Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан.
Мортаза Ғөбәйҙулла улын, әлбиттә, бик яҡшы беләм. Ул беҙҙең республиканың Беренсе Президенты, билдәле сәйәсмән, рухлы һәм бөйөк шәхесебеҙ. Мин 2003 йылдың декабрендә, ҡыҙыу һайлауҙар барғанда, ғаиләбеҙҙә дүртенсе бала булып донъяға килгәнмен. Атайым менән әсәйем Мортаза Ғөбәйҙулла улына теләктәшлек белдереп, миңә уның исемен ҡушҡан. Был исемдең мәғәнәһе бик матур, ул "яҡты, һайлап алынған", тигәнде аңлата.
Исемемдең яҙмышыма тәьҫире көслө булыуына ышанам. Исемдәр бер үк булһа ла, мин Мортаза олатайға оҡшарға тырышмайым, сөнки һәр кемдең үҙ булмышы, характеры, ынтылыштары, ғөмүмән, кешеләр бер үк төрлө була алмай. Шулай ҙа мин үҙемдә, уның кеүек үк, ҡыйыулыҡ, ойоштора белеү һәләте барлығын күрәм һәм уларҙы үҫтерәм, нығытам. Шулай уҡ рухлымын, Башҡортостанымды, халҡымды, тыуған телемде, сәнғәтебеҙҙе яратам. Республикабыҙҙың Рәсәй составындағы көслө, ҡеүәтле төбәк булыуына һәм беҙ күп төрлө милләттәр менән бергә дуҫ һәм татыу йәшәүебеҙгә ҡыуанам.
Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА