Ул йырға ғашиҡ. Уның йөрәге тулы йыр-моң. Сәнғәткә булған һөйөүенән ҡасып, көтөүсе лә булып ҡарай, тракторға ла ултыра, шахтаға ла төшә... Әммә ул ҡайҙа ғына йөрөмәһен, йөрәгенә тулған көй-моң, күңелен ҡанатландырған илһам ҡошо уны ташлап китергә уйламай. Һөҙөмтәлә, ул үҙ-үҙеңдән ҡасып булмауына, йыр-моңдан айырыла алмауына төшөнә.
Бына шундай ҡыҙыҡлы сценарийға ҡоролған "Йөрәк тулы йыр булғас" концерты. Был шәп тамашаның төп геройы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берекмәһе солисы Ғаяз Ғәйетбаев. Яңғыҙ концертында Ғаяз йырлай ҙа, бейей ҙә, гармунда ла уйнай, тамашасыларҙы көлдөрә лә, хатта илата ла.
Ғаяз Ғиниәт улы Ғәйетбаев 1980 йылдың 28 ғинуарында Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Таланттар төбәге Буранбайҙа бит сабыйҙар илап түгел, йырлап тыуа, тиҙәр. Йырлап тыуғас, йырлап йәшәйҙәр ҙә, йыр-моңон башҡаларға бүләк итәләр, дан ҡаҙаналар. Ғаяз да Сибай филармонияһында 2002 йылдан алып эшләй. Әле ул Сибай концерт-театр берекмәһенең алдынғы артист-вокалисы, солисы, 2021 йылдан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Ҡала, республика кимәлендәге күләмле мәҙәни сараларҙы алып барғаны, тел, милләт, рух һағындағы йәмәғәт эшмәкәрлеге Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән баһаланған.
- Ғаяз Ғәйетбаев моңло тауышлы йырсы ғына түгел, оҫта актер ҙа, нәфис һүҙ оҫтаһы ла. Ул тамашасыларҙы халыҡсанлығы, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙәккә үтерлек, халҡыбыҙҙың аһ-зарҙарын ишетерлек, тойорлоҡ итеп башҡарыуы менән әсир итә, - ти уның хаҡында Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Азат Арыҫлан улы Нәбиуллин.
Уның һүҙҙәрен берекмәнең музыкаль етәксеһе Лилиә Солтанова ла ҡеүәтләй.
- Ғаяз Ғәйетбаев ҡатмарлы һәм төрлө жанр йүнәлешендәге репертуарҙы: патриотик тематикалы, заманса эстраданан алып вокаль-хор классикаһының ҡатмарлы әҫәрҙәрен дә башҡара алыуы менән башҡаларға үрнәк. Йырлаған йырҙарына етди, грамоталы ҡарай, ҡабатланмаҫ художестволы образ тыуҙыра, башҡарыусы ғына түгел, артист булараҡ та үҙен сәхнәлә тота белә, - тип маҡтай йырсыны Лилиә Сәлим ҡыҙы. - Башҡорт халыҡ йырҙарын урын-еренә еткереп башҡарып ҡына ҡалмай, уларҙың тарихтары менән дә ҡыҙыҡһына. Һирәк башҡарылған йырҙарҙы эҙләп табып, шуларҙы йырларға тырыша. Уның менән халыҡ йырҙары тураһында һөйләшә башлаһаң, оҙон бер әңгәмәгә әүерелә. Сөнки ул шул тиклем күп белә, йөрәге тулы йыр ғына түгел, хазина һандығы ла. Фольклор менән ныҡ ҡыҙыҡһына.
Коллегалары ла уның хаҡында тик яҡшы фекерҙә.
- Ғаяз менән беҙ курсташтар, Сибай сәнғәт училищеһында 1998 йылдан алып бергә уҡыныҡ. Бына хәҙер 22 йыл филармонияла эшләйбеҙ. Гастролдәргә бергә йөрөнөк, әле лә бергә сығабыҙ. Артист булараҡ та, кеше булараҡ та, уны ныҡ ихтирам итәм, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Хәсәнов.
- Ғаяз Ғәйетбаев менән 15 йылға яҡын бергә эшләү дәүерендә бик күп юлдар үтергә, бергә йырларға тура килде. Ул үҙенсәлекле, киң диапазонлы тауышы менән халыҡты таң ҡалдыра. Ул ниндәйҙер серле лә, сәйер ҙә кеше. Ниндәйҙер бер өйрәнеп бөтөлмәгән фән, аҙағына тиклем уҡылмаған китап һымаҡ. Гармунда уйнап йырлауын бик оҡшатам. Балаларына яҡшы атай булыуына һоҡланам, - ти Фаил Йортбәков.
- Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ моңға эйә Ғаяздың яуланаһы үрҙәре алда әле! Халыҡ уны ярата, тыңлай, алҡыштарға күмә, сәскәләр бүләк итә, ҡушылып йырлай, һағышлана, моңлана. Бәрхәт баритон тауышлы йырсыбыҙҙың маҡтаулы исемдәре артһын, халыҡ йырсыһы булып китергә яҙһын! - ти Айгөл Әсәҙуллина.
- Зәңгәр күҙле, шаян, моңло тауышлы Ғаяз Ғәйетбаев менән 7 йыл бергә эшләйем. Ошо дәүерҙә ике дуэт - Н. Нәжми һүҙҙәренә Р. Хәсәнов ижад иткән "Йөрәктән булһа", "Таһир һәм Зөрһә" йырҙарын башҡарҙыҡ. Йырҙы башҡарыу оҫталығы юғары булғанғалыр, уның менән йырлауы рәхәт. Шаянлығы, шуҡлығы ла бар, - ти Зәбирә Әминева.
- Хеҙмәттәштәрем араһынан минең һәләтемә, мөмкинлегемә ышанған кешеләрҙең береһе ул Ғаяз Ғәйетбаев. Ул мине дәртләндереп, ҡанатландырып ебәреүсе лә. Уның концертында ҡатнашыуыма, уның менән дуэт йырлауыма бик шатмын. Мин уны остазым тип тә һанайым, уның ағайҙарса хәстәрләүенә һөйөнәм. Яңынан-яңы үрҙәр яулауын, сағыу концерттар сығарыуын теләйем! - ти йәш йырсы Зәриә Рыҫмөхәмәтова.
Ә йырсы үҙе тураһында шуларҙы һөйләне: "Мин бәләкәйҙән йырлайым. Ауылда уҙғарылған ниндәйҙер сарала "Кәркәле тауҙары"н йырлап торғанымды хәтерләйем. Беҙ ғаиләлә 5 бала, мин кинйә. Өлкән ағайым Әхиәт Ғиниәт улы - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы. Бер генә апайым бар, ул бик шәп хужабикә. Икенсе ағайым ауылда тора, һөнәре буйынса мал табибы. Йырларға ярата. Өсөнсө ағайым Сибай сәнғәт колледжында эшләй, әммә мәҙәниәт кешеһе түгел, физкультура уҡытыусыһы. Атайым менән әсәйем мәрхүмдәр ҙә йырға маһир булды. Атайым гармунда ла, скрипкала ла, мандолинала ла уйнаны, бик матур йырланы. Әсәйемдең дә тауышы матур булды.
Шундай ғаиләлә үҫкәс, күрше Сыңғыҙ мәктәбендә 11-се класты бөтөү менән Өфөгә юлландым, Өфө сәнғәт институтының театр бүлегендә өс ай уҡығас, әрмегә саҡыра башланылар. Хәрби комиссариат саҡырыуы менән баш ҡаланан Баймаҡҡа бер нисә ҡат ҡайтырға тура килде. Сәләмәтлегем торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тигәстәр, кире баш ҡалаға барманым, Сибайҙа тороп ҡалдым да Сибай сәнғәт училищеһының йыр бүлегендә уҡыуымды дауам иттем. Камил Вәлиев класында 4 йыл уҡыным. Хеҙмәт юлымды Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда башланым, унан Сибай филармонияһына килдем. Халыҡ һәм ретро йырҙарға өҫтөнлөк бирәм.
Ҡатыным Рәзилә Хөснулла ҡыҙы менән Сибай филармонияһында танышып, өйләнештек. Ул "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы булды. Балалар тыуғас, икебеҙгә лә гастролдә йөрөү ҡыйынға тура килде. Шуға ла ул Иҫке Сибай музыка мәктәбенә эшкә барҙы. Хәҙер инде оҙаҡ йылдар шунда эшләй, "Атайсал" өлгөлө балалар ансамблен етәкләй. Бик күп сығыш яһайҙар. Былтыр "Шайморатов вариҫтары" киң күләмле проект менән Президент фондынан мәҙәниәт инициативаларын үҫтереүгә грант алыуға өлгәштеләр. Аҡсаға музыка мәктәбенә милли кейемдәр, музыкаль инструменттар һатып алдылар.
Өс балаға атаймын. Өлкән улым Ғәзиз Баймаҡ яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Икенсе улым Исламетдин Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында 5-се класта уҡый. Сәлимә ҡыҙыма 5 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Ҙур, күркәм йорт һалып индек..."
Шулай итеп, Ғаяз Ғәйетбаев инде күптән ир-ҡорона инеп, Сибай ҡалаһында ныҡлы төпләнһә лә, тәүге һулыш алған, тәпәй баҫҡан мәлдәрен, вайымһыҙ бала сағын, тыуған яҡтарын, ата-әсәһе йәшәгән төп йортто, туғандарын, яҡындарын һағына. "Йөрәк тулы йыр булғас" тип исемләнгән шәп концертында ла тап шул күңел түренән, йөрәгенән сыҡҡан йырҙарын аһәңләнеп, моңланып башҡара ла инде йырсы. Быны Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән концертта Өфө тамашасыһы ла һиҙмәй булмағандыр, тип ышанайыҡ.
Гөлдәр ҠАДАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА