«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕВРОПА ФЕРМЕРҘАРЫ УРАМҒА СЫҠТЫ
+  - 

Мәғлүм булыуынса, үткән аҙнала Рәсәй хәрби көстәре Авдеевканы нацистарҙан азат итте, тип белдерҙе донъя мәғлүмәт сығанаҡтары. РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, был ҡала өсөн барған һуғыштарҙа ҡаршы яҡтар бер көн эсендә генә лә 1500 хәрби хеҙмәткәрен юғалтты. Украина боевиктарының ҡалғандарына ҡорал һәм хәрби техникаларын ташлап, ашығыс рәүештә тырым-тырағай ҡаланан сығып китергә тура килде.

Шулай итеп, Зеленскийҙың март айында Швейцарияла "Тыныслыҡ саммиты" үткәрергә ниәте килеп сыҡмаҫ, ахырыһы. Бындай ҡарарға донъя лидерҙарының әлеге саммитҡа етерлек ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәүе лә сәбәп булғандыр. Шулай ҙа Украина сараны апрель йә май айҙарына күсереү яҡлы, ә шул арала Украинаның сит ил эштәре министры Дмитрий Кулеба Мюнхенда барған хәүефһеҙлек буйынса конференция сиктәрендә нисек тә булһа Ҡытай коллегаһы Ван И менән осрашыу эҙләй һәм уны саммитта ҡатнашырға "ҡоҙаламаҡ" була. Бынан алдараҡ иһә Швейцария сит ил эштәре министры Иньяцио Кассис, тыныслыҡ конференцияһын Рәсәйһеҙ үткәреү мөмкин түгел, тип белдергәйне, сөнки Украиналағы конфликтты Рәсәй ҡатнашлығынан башҡа көйләргә тырышыуыҙың мәғәнәһе юҡ, тине ул.

Шаҡ ҡатырлыҡ тағы бер яңылыҡ шунан ғибәрәт булды: Еврокомиссия башлығы Урсула фон дер Ляйен... НАТО-ның генераль секретары вазифаһына кандидат итеп күрһәтелгән! Ошо уңайҙан, ҡайһы яғы әйләнептер, ГФР канцлеры Олаф Шольц Рәсәйгә ҡарата артыҡ ныҡ ҡаршы ҡарашта тороуын нигеҙ итеп, Урсуланың кандидатураһын кире ҡағыуын белдерҙе. Урсулаға, әйткәндәй, үҙ вазифаһында үҙ бурыстарын тейешлесә башҡарырға кәрәк тә бит, юғиһә, ул башында торған Еврокомиссия, шулай уҡ 27 ил лидеры ҡатнашлығындағы Евроберләшмәнең Украинаға алдағы дүрт йылға 50 млрд ярҙам бүлеү буйынса саммиты барған Брюссель кварталын бындай сәйәсәткә ҡаршы протест акцияһына сыҡҡан фермерҙар баҫып алды. Улар Евроберләшмә ҡарарын дөйөм ауыл хужалығына ҡаршы сәйәсәт тип атаны. Был дөйөм боларыш Германия, Франция, Польша, Чехия, Испания, Греция һәм, ғөмүмән, Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре буйлап киң таралды. Фермерҙар субсидияларҙы кәметеүгә, шулай уҡ уларҙың мөмкинлектәрен сикләүсе закондарға ҡаршы, ауыл хужалығы мәсьәләләрен яйға һалыуҙы, был өлкәгә аҡсалата ярҙам талап итеп сығыш яһай, баррикадалар ҡора, юлдарҙы ҡаплай... Европа фермерҙарының тормошо ауырлашыуын күрмәү мөмкин түгел: электр энергияһына, ашламаларға, транспортҡа сығымдар ҙур күләмдә арта.

Яҡын Көнсығышта ла һуғыш тынмай. Израилдең ЦАХАЛ хәрби көстәре Газа секторының төньяҡ өлөшөн артиллерия һәм авиация утына тотоуын дауам итә. 2023 йылдың 7 октябренән алып ике яҡтан да юғалтыуҙар статистикаһы бына ошондай: Израиль: 1200 кеше үлгән, 5000-е яраланған. Палестина: 28 950 кеше үлгән, 68 750-һе яраланған.
Израиль тарафынан Палестина халҡын ҡырыу үҙ эҙемтәләрен бирә: Бөйөк Британияла, мәҫәлән, антисемитизм күренеше һуңғы 40 йыл эсендә иң юғары нөктәһенә етте. Былтыр Берләшкән Короллектә йәһүдтәргә һөжүм менән бәйле 4 100 осраҡ теркәлде, был унан алдағы йылға ҡарағанда 147 процентҡа артыҡ.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru