«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Көнбайыш Төрки ҡағанаты

Ҡағанатты булдырыусылар һәм уның төп халҡын тәшкил итеүселәр - гундарҙың иң яҡын вариҫтары булған төрки телле ҡәбиләләр. Төркиҙәрҙең иҡтисады, хәрби-сәйәси уңыштары нигеҙендә ныҡ үҫешкән күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡ, тимер һәм төҫлө металдар металлургияһы ята. Әммә Төрки ҡағанаттары составына тотошлайы менән ер эшкәртеүсе халыҡтар, сәйәси-мәҙәни тормош һәм төрлө һөнәр үҙәктәре булған ҙур һәм бәләкәй ҡалалар инә. Төрки ҡағанаттары дәүере Евразия далаларында яңы формалы предметтар уйлап табылыуы һәм уларҙың киң таралыуы менән тап килә. Был ҡаҙаныштар, башлыса, төрки ҡәбиләләренә ҡарай. Улар иҫәбенә ағас нигеҙле ҡаты эйәрҙәрҙе һәм өҙәңгеләрҙе индереп була. Өҙәңге тәү башлап Японияла һәм Кореяла уйлап табылып, уларҙан уны ҡытайҙар үҙләштергән, ә һуңынан төркиҙәр тиҙ арала дала киңлектәренә таратҡан, тигән фекер бар. Ҡаты нигеҙле, өҙәңгеле эйәр һыбайлы яугирҙарҙың ҡоралдарын тамырынан үҙгәртә. Аяҡтары менән өҙәңгегә терәлеп, ат өҫтөндә иркен ултыра алған яугир дошманына ҡоралы менән һеңдерә һуға йә иһә өҙә саба ала. Бындай мөмкинлек һыбайлыларҙың ҡылыс менән ҡораллана башлауына, ҡылыстың үткер яғы бер аҙ бөгөбөрәк эшләнеүенә нигеҙ була. Шулай уҡ тимер селтәрле һайман йә иһә панцирлы кейем кейгән яугирҙарҙы яралай алыу өсөн тар ғына өсмөйөшлө йә иһә ромб формаһындағы уҡ башаҡтарын ҡулланыуҙы мәҙәниәттең яңы элементы итеп ҡарау фарыз, ҡаҙыу эштәре барышында уларҙың ҡалдыҡтары йыш табыла.
Төркиҙәр үҙҙәренән һуң руна яҙмаһы ҡалдырған. Күреүебеҙсә, ул мең йыл элегерәк барлыҡҡа килгән, һәм VI-VIII быуаттарға тиклем яҙма ҡомартҡылар һаны күпкә артҡан. Төркиҙәр бил ҡайыштары ҡаптырмаларында, көҙгөләрҙә, балсыҡ һауыт-һабаларҙа, ҡая таштарҙа яҙған, әммә рәсми мәғлүмәттәр оҙон (3-4 метрға тиклем) һәм күп ҡырлы (киңлеге 40-60 см) таштарға яҙып ҡалдырылған. Яҙмалар ҡағандың дәүләт аппаратында эшләүсе, ташҡа соҡоп яҙа белеүсе оҫталар тарафынан башҡарылған, уларҙа ҡағандарҙың һәм уларҙың ярандарының ҡаһарманлыҡтары бәйән ителгән. Ташҡа соҡоп яҙыу йолаһы боронғо башҡорттарға ла билдәле булған. "Илсе Ғайса" тигән башҡорт йырында ошондай һүҙҙәрбар: "Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма тарих яҙыр инем ташына".
Яҙма сығанаҡтар төркиҙәр йәмғиәтенең ижтимағи- иҡтисади яҡтан башҡа иртә феодаль дәүләттәрҙән артыҡ айырылып тормауы хаҡында һөйләй. Ҡаған дәүләттең барса халҡы өҫтөнән сикләнмәгән власҡа эйә булған һәм бөтөн ерҙең иң юғары хужаһы тип иҫәпләнгән. Ул һуғыш һәм солох мәсьәләләрен бер үҙе хәл иткән, министрҙарын, вәзирҙәрен (кәңәшселәрен), айырым провинцияларҙың наместник-хакимдарҙарын үҙе тәғәйенләп ҡуйған, үҙенең ярандарына халҡы-ние менән бергә ҙур биләмәләр бүләк иткән. Төркиҙәр үҙ дәүләтен "ун уҡлы ил" тип атаған ("ун ук будун"), сөнки ул башында наместник торған ун провинцияға бүленгән. Наместниктың дәүләт аппараты ҡағандың шундай уҡ аппаратының бәләкәйерәк бер вариантын хәтерләтә. Төркиҙәрҙең үҙҙәренең яҙма сығанаҡтарында 30-ға яҡын ижтимағи төркөмдәре телгә алына. Дәүләттәге бөтөн матди байлыҡтарҙы етештереүселәр - ырыу-ҡәбиләләрҙең ябай малсылары, ер эшкәртеүселәре һәм һөнәрмәндәре, улар өҫтөнән эре феодалдар хакимлыҡ ҡылған.
Ҡаған ҡулы аҫтындағы барса халыҡ һалым түләгән, һәм уны көйләү маҡсатында дәүләттә йыш ҡына халыҡ һәм, бәлки, мал иҫәбен алыу үҙғарылған. Ярлы малсылар һәм байҙар араһындағы контрастың ни тиклем киҫкен булыуына дәлил итеп Енисей йылғаһы буйындағы бер таштағы ошондай яҙыуҙы миҫалға алырға була: "Мин 6 мең атымды ҡалдырып киттем" (йәғни, теге донъяға күстем).
Төркиҙәрҙең инаныстарын маздеист диненә ҡараған тип классификациялап була, сөнки улар зороастризм йоғонтоһонда формалаша. Уларҙың баш илаһы Тәңре мәңгелек күк һәм ҡояшҡа тиңләнгән. Төрки ҡағандары, илаһи сығыштарын раҫлау маҡсатында, үҙҙәрен Күк менән сағыштырған, йә иһә Күк улдары, тип атаған. Руник яҙмалар текстарында йыш ҡына ҡағандар хаҡында "Күккә оҡшаш", йә иһә "Күктә тыуған" кеүек сағыштырыуҙар ошоға дәлил булып тора. Боронғо төркиҙәр һәр бер тәбиғәт күренешен ҡурсалаусы илаһтар булыуына инанған, улар араһында иң ныҡ хөрмәт ителгәне - Умэй алиһәһе (боронғо иранлыларҙа Хуми), ул барса ҡоштар һәм йәнлектәр донъяһы башында тороусы, тип иҫәпләнгән. Руна яҙмалары текстарында уға махсус арналған юлдар осрай. Уларҙың береһендә ошолай тип әйтелә: "Күк, Умэй алиһә, изге Ер-Һыу - бына шулар беҙгә еңеү бүләк итте, тип уйларға кәрәк". Шулай уҡ төркиҙәр Умэйҙы (башҡортса Һомайҙы) йорт-ҡураны, бала-сағаны һәм бәғзе бер ижтимағи эштәрҙе ҡурсалаусы итеп иҫәпләй. Төркиҙәрҙә төрлө дини йолаларҙы үтәгәндә мөһим урын биләгән шамандар ҙа булған. Улар шамандарҙың ҡош һәм илаһтар телен белеп, улар менән аралаша алыуына ышанған.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru