«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР - АУЛАҠ ӨЙГӘ
+  - 

Өфөлә башҡорт гимназиялары уҡыусылары өсөн "Аулаҡ өй. Өләсәйҙәр менән осрашыу" проектын ойошторалар. Саралар "Бишбармаҡ" студияһында үтә. Проекттың маҡсаты- өлкән быуындың йәштәргә башҡорт халҡының мәҙәни кодын тапшырыу.

Өфөнөң башҡорт гимназияларынан 750 уҡыусы башҡорт халҡының милли ризыҡтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, милли йолалар, костюмдар, уйындар, көнкүреш менән таныша. Проектты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында БашТурСоюз ойоштора .Оҫталыҡ дәрестәрен "Селтәр" студияһында ҡатнашыусы әүҙем пенсионер ҡатын-ҡыҙҙар һәм Башҡортостандың артистар берләшмәһе вәкилдәре үткәрә. Саралар башҡорт телендә бара.
"Күп балаларҙың ауылда өләсәйҙәре юҡ, милли традицияларҙы, фольклорҙы белеүселәр, йәнле башҡорт телендә һөйләшеүселәр менән аралар өҙөлә, - ти проектты башлаусы "Бишбармаҡ" студияһына нигеҙ һалыусы Венера Бикҡужина. - Проект ошо бушлыҡты тултырырға тейеш. Өлкән быуын вәкилдәренең һәм уҡыусыларҙың бергәләп сәй эсеп, уйын формаһында үткән сараларҙан һуң балаларҙың милли мәҙәниәткә һәм телгә ҡыҙыҡһыныуы артыр тип көтәбеҙ".
Сара бер нисә өлөштән тора. Башта балалар ашнаҡсы менән бергә ваҡ бәлеш бешерә. Тирмә нисек ҡоролоуы һәм башҡорт кейеме элементтарының нимә аңлатҡаны тураһында һөйләшәләр. Программаның төп өлөшө - милли йолаларҙы, йәғни "Килен һөйөү" йәки яңы тыуған сабыйға исем ҡушыу йолаларын сәхнәләштереү. Һуңынан балалар алып барыусылар менән бергә "Йәшел яулыҡ", "Үгеҙ йөҙөк кемдә" уйындарын уйнай. Осрашыу эремсек, ҡорот, талҡан ашап, бергәләп сәй эсеү менән тамамлана. Унда ҡатнашҡан һәр бала иҫтәлекле бүләк ала.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 284

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru