«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРШЫ ТОРОУ - ЕҢЕҮМЕ?
+  - 

Үткән аҙнала Катарҙың баш ҡалаһы Дохала Египет, Катар, АҠШ, Израил һәм "Хамас" Палестина хәрәкәте вәкилдәре Газа секторында тыныслыҡ килешеүе буйынса Парижда башланған һөйләшеүҙәрҙе дауам итеү маҡсатында осрашты. Египет мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанып, киләһе осрашыуҙың Ҡаһирәлә үтәсәге хаҡында хәбәр ителә.

Газа секторын утҡа тотоуҙы туҡтатыу һәм Израил менән Палестина әсирҙәрен алмашыу хаҡында һүҙ барғайны унда. Тәүге этапта "Хамас" һуғышсылары ҡулындағы 40 әсирҙе Израил төрмәһендә яфа сигеүсе 200-300-ләгән палестинға алмаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Украина менән Рәсәй конфликтында ла ыңғай үҙгәрештәргә ишаралаусы хәбәрҙәр юҡ-юҡта ишетелә биреп ҡуя. Евросоюздың сит ил эштәре һәм хәүефһеҙлек сәйәсәте буйынса вәкиле Жозеп Боррель фаразлауынса, Украина конфликтының яҡындағы айҙар эсендә хәл ителеүе ихтимал. Шулай тип белдереүенә ҡарамаҫтан, ул үҙенең бындай хәл ителеш яҡлы түгеллегенә баҫым яһай: "Әгәр беҙ Украинаның ҡаршы тороуын теләйбеҙ икән, уға ярҙамды тиҙләтергә тейешбеҙ. Ҡаршы тороу - тимәк, еңеү ул", - тине ул El Pais гәзите менән әңгәмәһендә. Бының менән Боррель Европаны "уянырға" саҡырыуын белдерҙе.
Уның һүҙҙәрен йөпләгәндәй, Владимир Зеленский Fox News телеканалына интервьюһында Украинаның яңы контрһөжүмгә әҙерләнеүе хаҡында һөйләне һәм бының Рәсәй армияһы өсөн "сюрприз" буласағын белдерҙе. Ләкин күҙәтеүселәр башҡасараҡ фекерҙә. Мәҫәлән, журналист Штеффен Шварцкопф, Украина Ҡораллы көстәренең территорияларҙы ташлап китеүенә боеприпастар ҡытлығы сәбәпсе булып тора, ти. Хәрби эксперт Андрей Кошкин да "Известия" гәзите менән әңгәмәһендә, снаряд ҡытлығы Украина Ҡораллы көстәрен яҡшыға килтермәйәсәк, тине. Белоруссия президенты Александр Лукашенко: "Әгәр Көнбайыш Украинаға әлеге кеүек "ярҙам итә" икән, уның көндәре һанаулы", - тип белдерҙе. Украинаның финанс министрлығы ла Көнбайыштан етерлек күләмдә ярҙам булмауына зарланды. "Рәсәй менән һөйләшеүҙәргә әҙер булыу өсөн Украинаға көслөрәк позиция алыу кәрәк",- тине АҠШ Дәүләт секретарының сәйәсәт буйынса урынбаҫары Виктория Нуланд.
Рәсәй Президенты Владимир Путин иһә был хаҡта бер нисә тапҡыр инде, Мәскәү һөйләшеүҙәргә әҙер, тип белдерҙе, тик бына Киевтың был йәһәттән ҡуҙғалырға йыйынмауын күрәбеҙ. Өҫтәүенә, Украина быйыл йәй НАТО составына инергә өмөт итә, ләкин уның бөгөнгө хәле ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итә. Германияның Tagesschau баҫмаһында сыҡҡан мәҡәләһендә хәрби күҙәтеүсе Хендрик, Украина миллиондарса һанда артиллерия ҡоралы алған хәлдә лә конфликтта өҫтөнлөккә өлгәшә алмаясаҡ, тип белдерҙе.
Үткән аҙнаның һуңғы яңылыҡтары таҫмаһынан алынған хәбәр иғтибарҙы йәлеп итә. Зеленский офисы башлығы Андрей Ермак һүҙҙәренсә, 160-тан ашыу ил лидерҙары ҡатнашасаҡ "Украина тыныслыҡ форумы"ның Киевта үтәсәк беренсе саммитына Рәсәйҙе лә саҡырыуҙары ихтимал. Әммә Владимир Путин Зеленскийҙың "тыныслыҡ форумы"н тәнҡитләп сыҡты. "Көнбайышта һәм Украинала һүҙ алып барылған "тыныслыҡ форумы ", асылда, Украина президентының Рәсәй менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙы тыйыусы декретын бойомға ашырыуҙы дауам итеү ул", - тине В. Путин РФ субъекттары башлыҡтары менән осрашыуында.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 166

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru