«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҠСАСЫ МАЛАЙ БУЛАСАҠ ҺӨНӘРЕНӘ ЮЛ ЯРА БУЛЫР
+  - 

Һүрәттә йылмайып торған малай - Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәүсе Искәндәр Абдуллин. Ул Т. Кусимов исемендәге гимназияның 4В синыфында белем ала.

Февраль айында Искәндәр өсөн ҡыҙыу баҡса эштәренең тәүге осоро башланды. Эйе, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, уны ысын мәғәнәһендә оҫта, тәжрибәле баҡсасылар рәтенә ҡуйырға була. Әле ҡулында тотоп торған мул ҡыяр үрсетмәһен дә ул үҙе үҫтергән. Былтыр апрель айында уҡ әле Абдуллиндар ғаиләһе теплицала үҫтергән тәүге ҡыяр уңышынан ауыҙ иткән. Һәм бында әсәһенең ҙур ярҙамсыһы, баҡса эштәренең бөтә нескәлектәрен төшөнөргә тырышып йөрөгән Искәндәрҙең хеҙмәте ҙур булған.
Быйыл иһә Искәндәр был эште үҙ ҡулына алған. Көҙҙән ҡалдырған ҡара тупраҡты минералдар менән байытылған магазин тупрағы менән ҡушып, уңдырышлы ҡушымта эшләгән. Уны махсус торф һауыттарға һалып, 5 сантиметр тәрәнлегендә соҡорҙар эшләп, ҡыяр һәм помидор орлоҡтары сәскән. Тәҙрә төбөнә ҡуйылған үҫентеләренә ҡарҙы иретеп әҙерләгән һыуҙы ҡоя. 14 февраль сәскән орлоҡтарҙан бер аҙна тигәндә 2 япраҡлы үҫентеләр ҡалҡҡан. Һауа температураһына, тупраҡтың нисек йылыныуына ҡарап, ҡыярҙарын теплицаға күсерәсәк.
Йәш баҡсасы орлоҡтар менән тәжрибәләр ҙә үткәрә. Мәҫәлән, быйыл ултыртҡан тәмле борсаҡ орлоҡтарын ул үҙе әҙерләгән. Бының өсөн былтыр баҡсаларында үҫкән борсаҡтарҙан ҡалған орлоҡтарҙы йыйып киптереп, ҡағыҙ ҡыптырҙарға һаҡларға ҡуйған. Быйыл иһә ошо орлоҡтарынан мул уңыш алырға йыйына. Орлоҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа дөрөҫ әҙерләү, уларҙы дөрөҫ сәсеү өсөн махсус тапшырыуҙар ҡарай, интернет селтәрендә тәжрибәле баҡсасылар яҙған кәңәштәрҙе уҡый, йәғни, был эште бөтә яуаплылыҡ һалып башҡара.
Искәндәргә баҡсасылыҡ эшенең бөтә төрө лә оҡшай, ти әсәһе Әнүзә Әхтәм ҡыҙы. Мәҫәлән, ул сәскә үҫентеләренә лә ашлама һала, уларҙың үҫкәнен күҙәтергә ярата. Быйыл шулай уҡ финик сәскән, уны ашлай, температура режимы боҙолмауын күҙ уңынан ысҡындырмайынса үҫкәнен күҙәтә.
Үрсетмәләрен үҙ баҡсаларында үҫтереүҙән тыш, һатырға ла иҫәп тота Искәндәр. Ғөмүмән, эшҡыуарлыҡ һәләте был малайҙа ярылып ята. Әсәһе эшләгән буҙаны ла һатырға әүәҫ, өйҙәрендә йомортҡа күбәйеп китһә, уларҙы ла аҡсаға әйләндерергә генә тора. Шулай уҡ мәктәптә уҙғарылған төрлө йәрминкәләрҙә лә ихлас ҡатнаша. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән атаһынан был эштең үҙенсәлектәре тураһында белешә, аҡса эшләүҙең һәм килемен арттырыуҙың башҡа төрлө юлдарын эҙләй. Искәндәр шулай уҡ авиамоделләү менән шөғөлләнә, үҫкәс, ошо өлкәлә эшләүсе белгес булғыһы килә. Һәм хыялына табан ныҡлы аҙымдарын әлеге мәлдә үк эшләй - ул илдең төрлө төбәгендә уҙған ярыштарҙа ҡатнаша, разряды бар. "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", тигән мәҡәлә нәҡ Искәндәр кеүек егеттәр хаҡында әйтелгәндер. Тырыш, маҡсатлы, уңған егеткә бәхетле бала саҡ, матур киләсәк теләйек.

Гөлназ САФУАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 184

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru