«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРТӘ ӨЙЛӘНГӘН УЛЫНАН, ҠЫҘЫНАН КИНӘНГӘН
+  - 


Бөтөн нәмә ғаиләнән башлана. Баланың холоҡ-ҡылыҡтары, донъяға ҡарашы ғына түгел, милләтенә ниндәй ул йәки ҡыҙ булып үҫеүе лә ғаиләнән тора. Яҙҙың тәүге байрамы Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан ҡорға саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ - баш ҡалала йәшәүсе АСАИНОВтар ҙа күптән инанған быға. Уларҙың татыу һәм рухлы ғаиләһендә 4 бала үҫә. Дилара һәм Вадим менән уларҙың ғаиләһе, балалар тәрбиәһе тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Ғәҙәттә, кем менән генә танышһаҡ та, ҡайһы яҡтанһың, тиеп һорау йолаһы бар халҡыбыҙҙа. Өфөлә йәшәһәгеҙ ҙә, сығышығыҙ менән ҡайһы яҡтарҙан һеҙ?

Вадим:
Мин Йылайыр районы Һабыр ауылынан. Саҡрымлап һанағанда, Өфөгә йыраҡ ҡына булһа ла, күңелгә яҡын ул. Ауылда тыуып, унан ситтә йәшәгәндәрҙең барыһының да шулайҙыр. Унда атайым, әсәйем йәшәй, форсат сыҡҡан һайын ҡайтырға тырышабыҙ.
Дилара: Беҙ бер ауылдан, тейем дә ҡуям ул мин. Үҙем Өфөлә тыуғанмын, әммә атайым Һабырҙан, шуға ла йыл һайын йәйге каникулдарҙы ауылда, ҡартәсәйемдәрҙә үткәрә инем. Шунда Вадимдың Гөлфара исемле һеңлеһе менән дуҫлашып, яҡынайып киттек. Әммә ағаһын күргән-белгән кеше түгел инем. БДУ-ның Сибай институтында ситтән тороп белем алғанда сессия мәлендә шул буласаҡ бикәсем әрмеләге ағаһына бер нисә тапҡыр минең телефондан шылтыратты. Ул саҡта кеҫә телефондары саҡ күренә башлаған ғына мәл, барыһында ла юҡ. Аҙаҡтан инде Вадим миңә шылтырата, һөйләшә башланыҡ. Ошо һөйләшеүҙәр аша арала һөйөү уянды.
Вадим: Мин әрменән һуң бер йылға контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡалдым. Шунан ҡайтып килешләй тура Дилараларға инеп, аталары менән таныштым да, уны ауылға алып ҡайтып та киттем.
Дилара: Мин уны ошо хеҙмәтенән, оҙайлы командировкаларынан көтөп алдым. Утлы нөктәләргә китә, тап шул саҡта Абхазия менән Грузия араһында низағ булды. Яңы йыл алдынан ҡайтҡайны, ата-әсәләребеҙ тиҙләтеп, мартта никах уҡытып, йәй туй үткәреп тә ҡуйҙылар. Ҡайным менән атайым класташ, бер ауылдан булғас, бер-береһен яҡшы беләләр, ике яҡтан да атай-әсәйҙәр беҙҙең дуҫлашып йөрөгәнде белгәс, беҙгә әйтеп тә тормайынса, шунда уҡ туй тураһында ла һөйләшә башланылар.

Бөгөнгө көн күҙлегенән ҡараһаҡ, һеҙ иртә ғаилә ҡорғанһығыҙ, бының, һис шикһеҙ, ыңғай яҡтары күп, шулай ҙа уларҙың иң ҙуры нимәлә?

Дилара:
Беҙ ул саҡта иртә тип уйламаныҡ та. Шулай ҙа атай-әсәйҙәрҙең шулай барыһын да үҙ ҡулдарына алып, беҙҙе өйләндереп ҡуйыуының да үҙ мәғәнәһе булған. Граждандар никахы тигән нәмә таралып киткәйне, былар һуҙылып йөрөмәһен, тип уйлағандарҙыр. Халҡыбыҙ ҙа борон-борондан ҡыҙҙарын иртә кейәүгә биргән, улдарын йәһәтерәк өйләндерергә тырышҡан. Шулай ҙа ике арала хистәр булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Һөйөү булмаһа, ғаилә ҡорғанда ла йәшәп китеп булмайҙыр ул. Вадим: Өйләнгәндә миңә - 21, Дилараға 20 йәш ине. Әле үҙебеҙ 40-ҡа ла етмәгәнбеҙ, балаларыбыҙ инде ҙурайған. Өлкән ҡыҙыбыҙ Азалияға 14 йәш тулды. Илназарға - 12, Миланаға - 7, оя төбө, кинйәкәү Вилданға 4 йәш. Бына улар инде беҙҙең иң ҙур бәхетебеҙ һәм уңышыбыҙ. Иртә өйләнгән улынан, ҡыҙынан кинәнгән, тиҙәр бит. Атай-әсәйҙәребеҙҙең һау-сәләмәт булыуы, балаларҙың уларҙың тәрбиәһен ала алыуы ла бәхет ҡәҙерен белгән кешегә.
Дилараға ныҡ рәхмәтлемен, уның, көтөп алдым, тиеүе дөрөҫ. Контракт тамамланғас, Эске эштәр министрлығына эшкә урынлашҡайным, унда ҡыҫҡартыуға эләгеп, аҙаҡтан тағы ла ғаиләнән ситкә китеп, хәрби хеҙмәткә күсергә тура килде. Әле генә мин хаҡлы ялдағы хәрби, ә ул мәлдә тағы ла оҙаҡ йылдар шулай командировкаларға йөрөнөм. Балаларҙы бәләкәй саҡтарында Дилара ҡараны. Ай ярымға отпускыға ҡайтып киткәндә генә күрә инем уларҙы. Хатта Милананы бала тыуҙырыу йортонан барып ала алманым, мин ҡайтҡанда ҡыҙыма 5 ай булып киткәйне. Ҡайным менән ҡәйнәмә рәхмәтлемен, беҙ башта улар менән бергә йәшәнек. Мин балаларҙың эргәһендә була алмағанда ла күңелем тыныс ине. Улдарға ғаиләләге ир тәрбиәһен бирергә ҡайным булды.
Дилара: Ҡатын-ҡыҙҙар төрлө була, әлбиттә. Тик мин бер ҡасан да бала ҡарауҙы үҙем өсөн ауыр эш тип иҫәпләмәнем. Һис шикһеҙ, мин дә карьера эшләйем, йәки, һин гел ситтә, яңғыҙыма балалар менән ҡыйын, тип тә әйтә ала инем. Әммә беҙ бындай уйҙарҙан, ғәйепләүҙәрҙән өҫтөн була белдек, шөкөр. Һәр бала - бәхет, тип тулы ышаныс менән әйтәм. Азалия менән Илназарҙың йәш араһы ныҡ яҡын, улар бер-береһе менән уйнап, бер-береһенә әүрәп үҫтеләр. Бер бала ул үҙенә иғтибарҙы ла күп талап итә, холҡо ла башҡараҡ була. Шуға ла Милана тыуғас, уға ла иптәш булһын тип, 4-сеһен табырға ниәтләнем. Хәҙер улар, ысынлап та, Вилдан менән дуҫтар, бергә уйнайҙар, ҡыҙыҡһыныуҙары уртаҡ.

Егет кәләшен әсәһенә, ҡыҙ атаһына ҡарап һайлай, тигәне дөрөҫмө? Ҡайны-ҡәйнәләр һеҙҙе нисек ҡабул итте?

Вадим:
Ҡайным-ҡәйнәмдәр менән 10 йыл бергә йәшәнек, тип әйткәйнем инде. Беҙҙең ғаиләнең ныҡлығында уларҙың да өлөшө бар. Ә Дилара, ысынлап та, әсәйемә ныҡ оҡшаған. Хатта килене тип түгел, ҡыҙы тип ҡабул итә белмәгән кешеләр. Холҡо ла оҡшаған, икеһе лә эшкә шәп, талапсан да. Бер урында ултыра белмәйҙәр, улар өсөн даими хәрәкәттә булырға, нимә менәндер булышырға кәрәк.
Дилара: Күреп йөрөйбөҙ, ҡайһы бер ғаиләләрҙә ирҙәр бала тәрбиәләү эшенә бөтөнләй ҡыҫылмай. Атайым бәләкәйҙән гел эргәлә булғас, Вадимдың да балалар менән яҡын булыуына ҡыуанам. Икеһе лә балалар ярата. Шулай уҡ эсеү-тартыу кеүек кире ғәҙәттәр уларға хас түгел, минең өсөн быныһы ла бик мөһим. Атай кеше рухи һәм физик йәһәттән сәләмәт булғанда ғына ғаилә имен була ала.
Ә бейем менән ҡайнымдың миңә ҡарата мөнәсәбәте ныҡ һәйбәт, 14 йыл эсендә бер насар һүҙҙәрен ишетмәнем. Малын да көтәләр, баҡсаһын да үҫтерәләр, тик торған көндәре юҡ. Беҙгә лә ярҙамдары ҙур. Бейем өйөн дә бөхтә тота, фольклор ансамленә лә йөрөп өлгөрә. Мин дә бәләкәйҙән бейергә яратҡас, хатта декрет ялында ултырғанда "Байыҡ" телевизион бәйгеһендә ҡатнашып өлгөрҙөм. Ҡатын-ҡыҙ ғаилә, бала тип, үҙен оноторға тейеш түгел. Был шөғөл минең күңелемде үҫтерә, ә яҡшы кәйефле әсәй балаһына ла күпте бирә ала. Шуға ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү миңә хас түгел.

Дилара, һеҙҙе күптәр милли биҙәүестәр оҫтаһы итеп тә белә, был шөғөлгә нисек килдегеҙ?

Дилара:
Тап декрет ялында саҡта биҙәүестәр модаға инеп китте лә, мин дә уларҙы үҙем өсөн эшләп ҡараным. Миндәген күреп, миңә лә эшләп бирмәҫһеңме, тип әйтеүселәр күбәйеп китте. Яйлап миңә һеңлем дә ҡушылды. Һаҡал, селтәрҙәрҙе төрлөсә итеп эшләйбеҙ - боронғоларына оҡшатып та, стилләштереп тә. Башҡорт халҡының боронғо биҙәүес әйберҙәрен тергеҙеү маҡсаты менән янып йөрөйбөҙ. Төрлө сараларҙа ҡатнаша башланыҡ, хәҙер инде оҫталыҡ дәрестәре һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Үҙең белгәнде башҡаларға өйрәтеү ҙә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен күтәрмәләп, уны күрһәтә алыу ҙа шатлыҡ. Мәскәүҙә ВДНХ-ла булған Башҡортостан көндәрендә лә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп ҡайттыҡ.
Иң мөһиме, минең был шөғөлөмә ғаиләм көлөп ҡарамай. Киреһенсә, ирем менән улдарым тәңкәләр тишеп бирә, өлкән ҡыҙым үҙе хәҙер биҙәүестәр яһай. Ошолар балаларҙы ла милли мәҙәниәткә ылыҡтырырға ярҙам итә. Беҙ башҡорттар, былары беҙҙең милли кейемебеҙ, тип әйтеүгә ҡарағанда, бергә уларҙы эшләү күпкә әһәмиәтлерәк. Ғаиләлә нимә күреп үҫәләр, шуны аҙаҡтан үҙ ғаиләләрендә ҡабатлаясаҡтар. Һәр береһенең милли костюмы бар, уларҙы уҡыған лицейҙарындағы төрлө сараларға, башҡорт кейеме көнөндә мотлаҡ кейеү ғәҙәттәренә ингән.

Атай балалар тәрбиәһендә нисек ҡатнаша? Улдарға ниндәйҙер айырыуса талаптар ҡуяһығыҙмы?

Вадим:
Ҡыҙҙар, ысынлап та, әсәй тәрбиәһендә. Ә улдар мотлаҡ спорт менән дуҫ булырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Бының маҡсаты ябай ғына - егет кеше үҙен яҡлай белергә тейеш. Әрмелә хеҙмәт иткәндә күп күрелде, саҡ ҡына сибегерәк, көсһөҙөрәк егет булһа, уны шунда уҡ рәнйетергә генә торалар. Өйҙә, әлбиттә, һәр бала ҡәҙерле, әммә урамда ла тормош бар бит. Уның үҙ ҡанундары, шуға ла үҙҙәре өсөн тора, үҙҙәрен яҡлай алһындар тигән бәләкәй генә ниәт менән тотонғанбыҙ был эшкә. Киләсәктә профессиональ йәһәттән шөғөлләнергә уйлаһалар, үҙҙәре хәл итер. Үҙем дә бәләкәй саҡтан бокс, көрәш менән шөғөлләндем һәм был миңә тормошта ярҙам ғына итте.
Өйҙә махсус спорт мөйөшө булдырғанбыҙ. Илназарҙы бокс алымдарына өйрәткәйнем, Вилдан да ҡушылып китте. Спорт бит ул беләкте генә түгел, рухты ла нығыта. Үҙенә ышанысы булған кешенең ҡарашы ла башҡа. Ҡурҡаҡты тәүҙә ҡарашы "һата".

Һәр ғаиләнең үҙенең генә йолалары була. Асаиновтарҙа бармы бындай йолалар?

Дилара:
Кисен барыһы ла өйҙә йыйылғанда бергәләп ултырып киске аш ашауға, һөйләшеүгә ныҡ иғтибар бирәбеҙ. Иртәнге, төшкө аш мәлендә бындай мөмкинлегебеҙ юҡ, ә бына кис беҙҙең бергә уҙғара торған мәлебеҙ. Көнө буйына кем менән ниндәй хәлдәр булды, нимә хәтерҙәрендә ҡалды, нимәгә ҡыуандылар, нимәгә борсолдолар - барыһы менән дә уртаҡлашабыҙ.
Вадим: Үҙебеҙ ҙә, балалар ҙа сәйәхәт ярата. Йәш ярым булһа, йөрөтә башлайбыҙ. Бала бәләкәй тип, өйҙә ултырыу дөрөҫ түгелдер ул. Ете урынлыҡ машинабыҙ бар, тейәләбеҙ ҙә, сыға ла китәбеҙ. Балалар, был ялда ҡайҙа барабыҙ, тип үҙҙәре үк һорай башлай. Өфө тирәһенән башлап, республиканың Аҡташ, Шүлгәнташ, Мораҙым тарлауы, Асылыкүл кеүек ерҙәрендә булдыҡ, планда төньяҡ-көнсығыш райондар. Шулай уҡ Ҡырымды ла барып күрҙек. Бергә йөрөгәндә бала асыла, үҙен борсоған темаларға ла һөйләшә, был да улар менән яҡын булыуҙың бер ысулы.

Ҡала шарттарында баланың башҡортса аралашыуы ла сетерекле мәсьәлә, һеҙҙең был йәһәттән ниндәй тәжрибәгеҙ бар?

Дилара:
Үҙебеҙ өйҙә башҡортса һөйләшкәс, Азалия менән Илназарҙың теле башҡортса асылһа ла, өй эргәһендәге рус балалар баҡсаһына йөрөгәс, улар русса белһен тип, русса күберәк өйрәттек. Был яңылышлыҡ булыуын бөгөн яҡшы аңлайым. Ул саҡта был шартҡа күнергә тура килгәйне.
Тел - ул милләтте һаҡлаусы. Башҡорт ғаиләһе башҡортса һөйләшергә, башҡортса уҡырға тейеш. Тел булмаһа, милләт тә булмай. Хәҙер йөрөтөргә лә, һайларға ла мөмкинлек булғас, Вилданды 308-се башҡорт балалар баҡсаһына бирҙек. Сөнки рус балалар баҡсаһынан 136-сы Башҡорт лицейына уҡырға барғас, Илназарға ҡыйыныраҡ булды, ә Азалия тиҙ генә башҡорт теленә күсте лә китте. Ҡыҙҙарға тел өйрәнеүе еңелерәктер, ахыры. Вилдандың башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгәненә үҙебеҙ ҡыуанабыҙ. Бер көндө аталары унда инеп сыҡҡан да, "Ҡалай йәнгә йылы ул балалар баҡсаһында, барыһы ла башҡортса һөйләшә, ауылға ҡайтҡан кеүек булдым", тип, ҡыуанып ҡайтҡан.
Вадим: Йәйге каникулда балаларҙы мотлаҡ ауылға ҡайтарабыҙ. Велосипедтары, башҡа техникалары менән алып барып ҡуябыҙ. Әсәйҙәр улар менән башҡортса ғына һөйләшә. Телгә лә, эшкә лә өйрәнәләр. Ҡаҙ, өйрәк ҡарайҙар, һарыҡ ҡаршылайҙар, мал көтәләр. Апайымдың - 3, һеңлемдең 2 ҡыҙы бар, беҙҙең балалар улар менән бергәләп атайыма эйәреп, көтөү көтөргә лә сығып китәләр. Ҡартаталары балыҡ тотоп, уха бешереп ашата. Ҡала балаһы өсөн йәйгеһен генә булһа ла ошондай мөхиткә сумып алыу үҙе бер бәхет, кәрәкле нәмә. Үҙебеҙ ҙә мотлаҡ бесән эшләшергә ҡайтабыҙ.
Азалия уҡырға ла шәп, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡас, 2022 йылда "Йәйләү" лагерына барып килде. Бик оҡшатҡайны. Былтыр русса эшләгән ябай лагерҙа ял иткәйне, унда береһе лә тел белмәй, минең башҡортса һөйләшкем килгәйне, тип ҡайтты. Быйыл тағы ла башҡорт лагерына барам, тип, үҙе белешеп йөрөй. Тимәк, уға ошо мөхит оҡшай.

Өлкән ҡыҙығыҙға хәҙер 14 йәш, ул да һеҙҙең йәштә кейәүгә сығам тиһә, риза булыр инегеҙме? Буласаҡ килендәр, кейәүҙәр үҙ милләтеңдән булһын, тип әйтәһегеҙме?

Вадим:
Минең был турала уйлағаным юҡ, шулай ҙа ҡыҙымды иртә кейәүгә бирергә йәлләйем. Һәр атай кеүек үк, башта уҡыһын әле, тип әйтер инем ул. Үҙе лә уҡыйым тигән була инде.
Дилара: Әлегә киләсәк тураһында һөйләшкәндә һөнәр, уҡыу темаларын ғына ҡуҙғатабыҙ. Мин дә был хаҡта һөйләшергә иртәрәк тип уйлайым. Ә буласаҡ килен-кейәүҙәргә килгәндә, был көн дә килер, Алла бирһә. Балаларҙың үҙ милләтенән йәр һайларына ла ышанам, сөнки улар әле үк башҡорт лицейында, башҡорт мөхитендә, башҡорт балалары араһында белем ала. Быны мин үҙ миҫалымдан сығып та әйтәм. Мин уҡырға барғанда Өфөлә башҡорт мәктәптәре юҡ ине, атайымдың Сипайловола башҡорт мәктәбен асыу өсөн ҡултамға йыйып йөрөгәнен дә беләм. Беренсе класҡа 136-сы мәктәптә башҡорт класы астылар ҙа, мин шунда барҙым. 2-се класҡа иһә лицей асылды. Ә ошо мәктәптәр булмаһа, Өфөлә башҡорт теле бөгөнгө кимәлгә күтәрелмәҫ, башҡорт булып та күпме бала рус телендә һөйләшеп кенә үҫер ине. Башҡорт мәктәбендә уҡығандарҙы ундағы үҙенсәлекле мөхит тәрбиәләйҙер ул. Башҡорт балалары тәртиплерәк, итәғәтлерәк, яғымлы, тип, бер танышым балаһын рус мәктәбенән беҙҙең балалар уҡыған лицейға күсерҙе. Үҙе кеүек милли һыҙаттарға эйә булған балаға, әлбиттә, үҙ мөхитендә анһатыраҡ. Шуға ла икенсе милләт кешеһе менән ғаилә ҡороуҙы баштарына ла индермәҫтәр, тип уйлайым.
Әле бала тип ҡараһаҡ та, Азалия үҙе үк беҙҙе тәрбиәләй. Ҡыҙыҡһынып китеп, мәсеткә йөрөй башланы ла, беҙгә хәләл туҡланыу һ.б. буйынса кәңәштәрен дә бирә. Балалар ата-әсәһенә ҡарағанда яҡшыраҡ булырға тейештер инде, йәмғиәттең үҫеше лә ошоға нигеҙләнгән.

Шулай итеп...
Һәр кем ғаилә бәхетен үҙенсә күрә. Асаиновтарҙың ғаилә бәхете иһә ата-әсәләре, ҡайны-ҡәйнәләре менән аралашып, олоно - оло, кесене кесе итеп, үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәр ҡороп, халҡыбыҙҙың йола-ғәҙәттәренә таянып йәшәүгә нигеҙләнгән. Дәүләт башлыҡтары ла тап ошондай ҡиммәттәргә өҫтөнлөк биргән ғаиләләрҙе башҡаларға өлгө итеп ҡуя - былтыр улар илебеҙ Президенты ҡулынан "Ата-әсә даны" миҙалы алыуға өлгәшкән.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru