Салауат башҡорт дәүләт драма театрында "Метранпаж мажаралары" тигән яңы спектакль сәхнәгә ҡуйылды. Премьера Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһариндың юбилейына ла арналған. Актерҙар тамашасыны нимә менән шатландырыр, спектакль нимә тураһында - ошо һәм башҡа нәмәләр хаҡында спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Эдуард Шахов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Эдуард Зөфәр улы, белеүебеҙсә, Салауат театры һеҙгә сит түгел. Режиссерлыҡ карьераһын да ошонда башлағанһығыҙ түгелме?
- Тап шулай, Салауат театры миңә бик яҡын. Диплом эшемде, Мольерҙың пьесаһы буйынса "Ҡарун" спектаклен, ошонда ҡуйҙым. Институтты тамамлағандан һуң дүрт йыл Ырымбурҙа эшләнем. 2003 - 2005 йылдарҙа Салауат театрында баш режиссер булдым. "Кавардак Forever" тигән тәүге спектаклем бик шәп килеп сыҡты һәм тәнҡтиселәр уны юғары баһаланы. Ошо спектакль өсөн Өфөләге фестивалдә иң яҡшыһы тип танылдыҡ, Мәскәүҙәге фестивалдә лә ыңғай фекерҙәр ишеттек. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был фестиваль театр тарихында илебеҙҙең баш ҡалаһындағы тәүге гастролебеҙ булды.
Яңы премьера нимә тураһында?
- Спектакль Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһариндың апрель айында билдәләнәсәк матур юбилейына арнала. Александр Вампиловтың пьесаһы ике ҡыҫҡа пьесанан тора: беренсеһе - "Метранпаж мажаралары", икенсеһе - "Фәрештә менән бер минут". Беҙ беренсеһен һайланыҡ. Пьеса бәләкәй чиновниктың ҙур ҡурҡыуы тураһында. Пьесаның төп геройы Калошин - ҡунаҡхана администраторы, мәртәбәле булып күренергә теләгән ғәҙәти ябай кеше. Мәскәүҙән командировкаға килеп, ул эшләгән ҡунаҡханала туҡталған Потапов әфәнде менән уның араһында ыҙғыш сыға һәм администратор ҡунаҡты үпкәләтә. Уға кемдер теге кешенең метранпаж, йәғни ҙур кеше булыуын әйтә. Ә ул метранпаждың кем икәнлеген белмәй, быны ул ҙур начальник тип уйлай һәм урынынан ҡолаҡ ҡағыуынан ҡурҡа. Кем ул метранпаж, артабанғы ваҡиғалар ниндәй боролош ала - серҙе асып бөтөрмәйек. Тамашасы быға үҙе төшөнөр. Төп темаһы, әлбиттә, намыҫлы, кешелекле булып ҡала белеү. Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, төп роль администратор Калошин юбиляр Фәтих Ҡолһаринға бирелгән. Был роль уның артист талантын асыуға бик тап килә.
Оҙаҡ йылдар үткәндән һуң Салауат театрына кире килеп спектакль ҡуйырға ниәт иткәнһегеҙ. Был коллективты нисек ҡылыҡһырлай алаһығыҙ?
- Салауат театры, һис шикһеҙ, республикалағы иң уңышлы, үҫешеүсән театрҙарҙың береһе. Уларҙың ижади мөмкинлеге ҙур. Дөрөҫ, мин эшләгән ваҡыттағы артистар хәҙер хаҡлы ялдалар инде. Иң өлкәндәрҙән Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар ҡалды. Йәш артистарҙың уйнағанын ҡарайым да, уларҙың киләсәге өмөтлө, тигән фекергә киләм, һәләтлеләр, яҡшы уйнайҙар. Уларға өлкән ағай-апайҙарынан өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Шулай булырға тейеш тә. Был бит - быуындар күсәгилешлеге.
Динә ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|