Ҡатынды әйтәм, иртәнсәктән бирле көйһөҙләнеп йөрөй. Быныһына бәйләнеп ҡарай, тегенеһенә бәйләнеп ҡарай. Ә барыбер үҙенә тынғы таба алмай. Ә миңә бәйләнергә хәленән килмәй. Был ҡатын иренән ҡурҡа, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул, мин унан үҙем ҡурҡам. Бындай саҡта уға һүҙ әйтеү ҡайҙа! Был файҙаһыҙ ғына түгел, был аҡылһыҙлыҡ. Мәйтәм, йәшерәк саҡта ыңғайына ла көйләгән, киреһенә лә һөйләгән мәлдәр булды. Ә барыбер файҙаһы булманы. Ике осраҡта ла һаулыҡтың ныҡлығы кәрәк булып сыҡты. Ошо мәлдә тәү башта ҡаршы әйтешкән һүҙҙәр ара-тирә атҡан мылтыҡ тауышын хәтерләтер ине. Аҙаҡ инде пүләмитең ары торһон. Ваҡыты менән һөжүмгә лә күсәһең, ваҡыты менән боҫоп та ятаһың, тигәндәй. Ә шулай ҙа беҙҙең халыҡ, еңеүгә тос өлөштө тыл индерҙе, тип бушҡа әйтмәй икән. Шуға хәҙер мин бындай осраҡта яу яланында түгел, ә тылда эшләйем. Фәлән-фәләнде һаулығы насарайыу сәбәпле тылға күсерергә, тигән рәсми ҡағыҙым да бар. Кем бирҙе, тиһегеҙме? Берәү ҙә бирмәне. Үҙем яҙып алдым. Бына әле лә шул справканы ҡатынға күрһәтеп, эшем бар ине, таҡта йышыр кәрәк, тигән "эшлекле" һылтау таба һалып, өйҙән тиҙерәк тышҡа сығып тайҙым.
Бына әле мин ҡул йышҡыһы менән әллә ни кәрәге булмаған таҡтаны тегеләй-былай йышҡылап торам. Бер күҙҙе ҡыҫа биреп, уның тигеҙлеген самалайым. Күҙ тигәндәй, бына элек яу яланында ошо күҙгә ишек төкөп бер булды бит, әй. Күрмәй ҙә ҡалаһың, аңғармаҫтан төкөй ҙә ҡуя. Йә ҡатындың күҙенә төкөй, йә минекенә, тигәндәй. Ваҡыты менән икебеҙҙекенә бер юлы төкөй. Әллә ниндәй хикмәтле ишек булды ул. Хәҙер рәхәт. Сөнки теге хикмәтле ишек алыҫта. Ә элек ошо ҡәһәр һуҡҡан ишек арҡаһында мин әҙ йөрөмәнем инде кәпәсте Чапай һымаҡ бер яҡҡа мөмкин тиклем ҡырын һалып. Ҡатын да аҙна самаһы йөрөп алыр ине яулығын ҡырын бәйләп, киноларҙа ғына күргән пират һымаҡ. Әле шул мәлдәрҙе иҫкә алып, көлөмһөрәй биреп, ҡул һырты менән таҡта өҫтөндәге барлы-юҡлы таптарҙы һыпырып ташлап торам. Һеҙгә генә әйтәм, минең оҫталыҡ биш тинлек самаһы ғына. Ә шулай ҙа оҫталарға оҡшарға тырышып, ҡәләмде ҡолаҡ артына ҡыҫтырып алғанмым. Уны алған булып, ары-бире һыҙып та ебәргән булам шунда. Ҡатындың, йөрөй шунда эшем эйәһе, тигән һүҙҙәре ара-тирә ишетелеп ҡала былай. Быныһына иғтибар ҙа итмәйем. Берәү әйтмешләй, төкөрөп тә бирмәйем. Күҙҙе ҡыҫа биреп, таҡтаның тигеҙлеген ҡараған булам да, кәрәк, әле кәрәк, тип һыҙғырып ебәргән булам хатта. Һәм тағы тотонам йышырға...
Шул саҡ, әллә бәхеткә ҡаршы тип әйтәйемме икән, әллә ҡыҙғанысҡа ҡаршы микән, ҡустыһын эйәртеп өлкән улым ҡайтып инде. Өлкән тигәс тә артыҡ өлкән түгел ул. Быйыл йәй биш йәш тулырға тора. Ҡустыһына, Алла бирһә, өс йәш була инде. Бына шул өлкән улым бысраҡҡа ҡолаған бит, әй. Ҡустыһын ҡолатмайым тигәнсе, үҙе бысраҡҡа барып сумған. Ҡустыһы әйтмешләй, тәс итеп ҡалған. Мәйтәм, булды былай булғас, хәҙер әсәйҙәре ҡыуана инде. Мәйтәм, был хәл нимә эшләргә белмәй йөрөгән кешегә буйтым етә ҡаласаҡ. Шул арала уныһы өйҙән сәсрәп килеп тә сыҡты. Һәм өлкән улымдың тетмәкәйен тетә лә башланы.
- Ай-һай, бынасы бысраҡты ҡайҙан таптың... Яңы ғына сығып киткәйнең бит... Шул арала... шул арала... ней рәүешле бысранып та ҡайтҡан... Кемгә оҡшап шулайһыңдыр инде... Ҡуй инде, булыр булыр ҙа әммә бындай әрпеш бала булмаҫ... Сусҡа балаһы һинән күпкә таҙа бит...
Ошо ерҙә минең ҡолаҡ ҡарп итеп ҡала. Үҙегеҙ ишетеп торағыҙ. Сусҡа тимәй, сусҡа балаһы тей. Тимәк, тип мин ҡулды ышҡып алам, мин бит сусҡа булам! Бына бит әй, улымды ҡотҡарам тиһәң, яйы ла сығып тора. Үҙ балаһын ҡурсаларға әҙер ата бөркөт һымаҡ, ике ҡулды ике яҡҡа йәйә биреп, кем бында сусҡа, тип ынтыла биргәйнем... Әммә ҡатындың бер генә уҫал ҡараш һирпеүе мине кире сүгәләргә мәжбүр итте. Бөгөн минең көн түгел, тип уйлап, һүлпән генә таҡтаны кире ҡулыма алдым. Бына бит, әй, улымды ҡотҡарам тигәнсе үҙем саҡ һәләк булманым. Ҡатын мине "тынысландырғас", балаға кире борола төшә.
- Ҡоланым, тиһеңме? Ай-һай, атаңа оҡшап, ҡолап ҡына бараһың шул. Әҙ генә ел иҫһә лә атаң да тәкмәсләргә әҙер генә тора. Аҙаҡ тотоп алырмын тимә. Нимә, тайып киттем, тейһеңме? Шул хәтлем атаңа оҡшамаһаң инде... Ә күҙ һиңә нимәгә? Үәт, тап шулай, ҡарар өсөн! Күҙ тайманы, аяҡ тайып китте, тиһеңме? Ай-һай, телләшергә атаңа еткермәһәң дә, унан бер генә лә ҡалышмайһың. Киленгә сыҙамлыҡ ҡына бирһен инде (үәт, исмаһам, әйтте һүҙ, биш йәшлек бала киленле булғансы әле).
Шул мәл ҡатын миңә борола төшә.
- Һал әле шул эшкинмәгән таҡтаңды. Торған була шунда күҙ көйөгө булып таҡта йышҡан булып. Мунса, моғайын, һыуынмағандыр. Бар, баланы йыуындырып алып ҡайт. Исмаһам, бер кәрәкле эш эшләрһең бөгөн. Бысраҡ кейемдәрен соланда ҡалдыр. Аҙаҡ йыуып алырмын. Һиңә ышанһаң, шуларҙы кире кейҙереп сығарырға ла күп һорамаҫһың.
Нишләйһең, киттем улымды етәкләп мунсаға. Ярай әле уныһы һыуынмаған. Һыуы ла апаруҡ ҡалған икән. Йыуындырып алғас, улымды арҡаһынан яратып алған булам.
- Ныҡ әрләп ташланымы әсәй?
Улым моңһоу ҡарашын миңә ташлай һәм ауыр көрһөнөп ҡуя.
- Һиңә рәхмәт инде, атай!
Бер аҙ тора биргәс, өҫтәп ҡуя:
- Һәйбәтерәк әсәй алырға булмай инеме?
Аптырап, улым эргәһенә эскәмйәгә сүгәләй төшәм.
- Эх, улым, яратам шул әсәйеңде.
Улым аптырай төшә.
- Уныһы нисек була тағы?
Нисек аңлатырға белмәй, мин бер аҙға тын ҡалам.
- Нуу... бына... ваҡыты менән үлтерә һуҡҡы килә! Нуу... бына ... шул уҡ ваҡытта үлтерә һуҡҡы ла килмәй! Нуу... бына... ошолайыраҡ була инде.
Улым бер аҙға тын ҡала. Һәм әйтеп ҡуя.
- Ярай, улай булғас, йәшәһен әйҙә!
Өйгә ҡайтып инеү менән, ҡатын беҙҙе әйҙүкләп ҡаршы ала.
- Әйҙә, әйҙә, үтегеҙ, хәҙер тәмле итеп сәй эсеп алырбыҙ. Мунса һыуынмағандыр, ибет. Йылы һыуы етһә ярар ине, тип бая уйлап ҡалғайным. Әйҙә, әйҙә, балалар, ултырышығыҙ. Атайығыҙ ҙа асығып киткәндер. Бөгөн көнө буйы бушаманы бит. Эшләне лә эшләне, эшләне лә эшләне. Донъя көтәм, тип тырышып йөрөүелер инде...
Мәйтәм, кисә яғылған мунса бөгөн дә һыуынмаған. Ә бына ҡатын беҙ мунсаға барып килеүгә тынысланып та та өлгөргән. Мәйтәм, эҫе ташҡа эҫе һыу һибеүсе булмағас, шулай була инде...
Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА