«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШ МЕНӘН АТҠАНҒА АШ МЕНӘН ЯУАП ҠАЙТАР
+  - 

Хәҙерге заман күҙлегенән ҡарағанда, һиңә таш атыусыға аш менән яуап ҡайтарыу нисектер мәхлүк хәлендәге кешенең халәте һымаҡ тойола. Әммә әйтемдең төпкәрәк һалынған мәғәнәһен юллаһаң, уның кешелекте һәләкәттән һаҡлап ҡалыр милли идеяға торошло мәғәнәһен дә тойомлайһың. Улай ғына ла түгел, кешелекте һәм милләтте, асылда, тап ошо ҡағиҙә йәшәтә кеүек.

Был әйтемдең "Эт менән эт булма", "Алйот еңдем, аҡыллы ҡуйҙым, тиер" тигән варианттары ла бар. Уларҙың араһында "Таш менән атҡанға аш менән яуап ҡайтар" тигәне һәлмәгерәк барыбер. Ни өсөн тигәндә, был әйтемгә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы позицияла тороусы ике кешене, ике яҡты, ике дәүләтте, ике илде яраштырыу, мөнәсәбәттәрен көйләү механизмы һалынған. Һәр бер таш атыуға яуап итеп таштар яуҙырыла башлаһа, кешелек һәләкәткә осрау ғына түгел, күптән инде еребеҙ күсәренән ысҡынып киткән булыр ине.
Ә бит илебеҙ, милләтебеҙ өсөн тап ошондай һәләкәттең сигенә килеп еткән, ҡыл осонда торған мәлдәребеҙ күп булды. Тарихыбыҙға күҙ йүгертһәк, беҙ бындай мәлдәргә Алтын Урҙа, һуңынан Рус батшалығы менән килешеүле мөнәсәбәт ҡороуыбыҙҙы индерәбеҙ. Беҙгә уларҙың таш күтәреп килгән саҡтары ла күп булған һәм хәҙерге көндә милләтебеҙ үҙ республикаһында йәшәп ята икән, бында, әлбиттә, "таш-аш" нисбәте дөрөҫ билдәләнгәндер тип уйлағы килә. Беҙҙең еребеҙгә килеп төпләнеп, ерләшеп китеүселәр араһында беҙҙең башҡа тәғәйенләнгән ташты ҡуйындарында йөрөтөүселәр әле лә юҡ түгел. Әммә беҙ иһә, беҙгә таш атыусыларға һаман да аш атабыҙ. Сөнки беҙ башҡаса эшләй алмайбыҙ. Был беҙҙең ҡаныбыҙҙа... Миңә бала сағымдан ҡартәсәйемдең тәрбиә йоғонтоһо ғәжәйеп ҙур тәьҫирле булды. Уның миңә: "Улым, яҡшы бул. Яҡшы кешене яман кеше лә ярата", - тип әйткәне хәтеремә ныҡ уйылып ҡалған. Әллә совет осороноң һуғышсан атеизм йоғонтоһо көслө булдымы, әллә тәрбиәнең күберәк "ярамай"ға ҡоролоуы һөҙөмтәһеме, ололарҙың тап ошолай тип әйткән һүҙҙәре, бер ҡолағыбыҙҙан инеп, икенсеһенән сығып китмәгән хәлдә лә, тормош беҙҙе икенсе төрлөрәк ҡаршы алып, башҡасараҡ уйҙар менән йәшәргә мәжбүр итте кеүек. Ул сағында һәр ҡайһыбыҙ ҡысҡырып әйтмәгән хәлдә лә, эстән генә ошондай хәҡиҡәтте таныны буғай:
- Нисек инде, һиңә таш менән һуғыусы кешене аш менән һыйлап тораһың, инде шул ғына етмәгәйне...
- Мин лутсы ташын алып үҙенең башын яра һуғам, тотһон бына йоҙроғомдо...
Мин үҙем дә, мәҫәлән, совет осоронда был мәсьәләгә ошолайыраҡ ҡарашта инем. Яйлап донъяның һәм тормоштоң асылына төшөнә килә, күп нәмәгә ҡараштар үҙгәрә икән. Был йәһәттән атаҡлы урыҫ яҙыусыһы Лев Толстойҙың "Яуызлыҡҡа көс менән ҡаршы тормау" идеяһы хәҙерге ҡараштарыма тура килә. Йәшәйештең иң юғары серҙәренә үтеп инеүсе аҡыл эйәһе хатта христиан дине ҡанундарына ҡаршы килеп булһа ла, "Таш менән атҡанға аш менән яуап ҡайтар" фекерен яҡлап сыға. "Урал батыр" эпосының төп фекерҙәренең береһе лә быға ауаздаш. Үҙ халҡына, үҙенә ҡаршы ниндәй генә этлек эшләмәһен, Урал батыр Шүлгәнде аяй, уның ғүмерен һаҡлап ҡала. Сөнки ул бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: кеше йәнен ҡыйыусы кеше - шул уҡ яуызлыҡ юлына баҫыусы ла...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 167

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru