«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙҘАР ҘА ИЛАЙ
+  - 


Миллиардер Джон Хайцман үҙ офисының 42-се ҡатында яйлап шиңә, үлеме яҡынайғанын көтә. Офистың был ҡаты тулыһынса уның уңайлыҡтары өсөн махсус эшләнгән. Ике йоҡо бүлмәһе, тренажер залы, бассейн, ҡунаҡ бүлмәһе, ике эш кабинеты - һуңғы өс йылда ул ошо арауыҡта йәшәй, бер ҡайҙа ла сығып йөрөгәне, үҙенең шәхси финанс-сәнәғәт империяһы урынлашҡан этаждарға тиҙ йөрөүсе лифтта бер тапҡыр ҙа төшөп урағаны юҡ. Вертолет майҙансығы булған ҡыйыҡҡа ла менгәне, хужаларының һәр теләген шундуҡ үтәргә әҙер дежур экипажды өс йыл дауамында бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ.
Джон Хайцман аҙнаһына өс тапҡыр эш кабинеттарының береһендә дүрт ышаныслы ярҙамсыларын ғына ҡабул итә. Оҙаҡҡа бармаған, уҙа килә, ҡырҡ минутлыҡ кәңәшмәләрҙә уларҙың докладтарын иҫе китмәй генә тыңлай ҙа, ҡай саҡ ҡыҫҡа ғына күрһәтмәләрен бирә. Миллиардерҙың бойороҡтары тикшерелмәй, бер һүҙһеҙ һәм ваҡытында үтәлә. Джон Хайцман империяһының финанс хәле йыл һайын 16,5 процентҡа арта бара. Һуңғы ярты йылда, Хайцман ниндәй ҙә булһа кәңәшмәләр үткәрмәүенә ҡарамаҫтан, төшөм кәмемәй. Үҙе төҙөгән һәм ныҡлы көйләнгән идара итеү механизмы өҙөклөкһөҙ эшләй.
Миллиардерҙың ысынбарлыҡта күпме килеме барлығын бер кем дә белмәй, уның фамилияһы мәғлүмәт сараларында бөтөнләй күренмәй. "Аҡсалар ығы-зығыны яратмай" - был Хайцмандың төп йәшәү ҡағиҙәһе.
Йәш сағында уға атаһы йыш ҡабатлай торғайны: "Ана, тиктормаҫ сәйәсмәндәр күренһен телевизор экрандарынан һәм гәзит биттәренән. Президенттар һәм губернаторҙар халыҡ алдында сығыш яһаһын, бәхетле тормош вәғәҙә итһен. Маҡтансыҡ миллиардерҙар ҡиммәтле машиналарҙа тәнһаҡсыларын эйәртеп, әллә кем булып ҡупайһындар. Һиңә, Джонни, быларҙың береһен дә эшләү кәрәкмәй. Һин һәр ваҡыт күләгәлә булырға, аҡса ярҙамында һәм уның власы ярҙамында президенттар, хөкүмәттәр, миллиардерҙар менән идара итергә тейешһең. Тик кем идара иткәнен улар һиҙергә тейеш түгел.
Бының схемаһы яп-ябай. Валюта фондын мин барлыҡҡа килтерҙем, унда бик күп вкладчиктар теркәлгән. Ысынында иһә, унда төрлө исемдәр менән минең 70 процент капиталым һаҡлана. Ситтән ҡарағанда, фонд алйоттарҙы алдау өсөн үҫешкән илдәргә ярҙам йөҙөнән барлыҡҡа килгән. Ысынында, мин уны бөтә илдәрҙән дә яһаҡ йыйыр өсөн булдырҙым.
Мәҫәлән, ике ил араһында хәрби конфликт тыуа, шуларҙың береһенә, күпселектә, икеһенә лә аҡса кәрәк. Алһындар, әйҙә, процентын арттырып түләрҙәр. Берәй илдә социаль болғаныштар була икән, аҡса кәрәк буласаҡ - алһындар, шулай уҡ процент менән арттырып түләрҙәр. Ике сәйәси көс власть өсөн тартҡылаша икән, уларҙың береһе беҙҙең йәшерен агенттар аша аҡса аласаҡ, һәм тағы ла процентын арттырып түләйәсәк. Бер Рәсәй генә беҙгә йыл һайын өс миллиард түләй..." Джон Хайцманға егерме йәш булғанда атаһы менән аралашыу уғата ҡыҙыҡ була торғайны. Элек һәр саҡ уҫал күренгән, һөйләшеүгә әүәҫ булмаған атаһы бер көн уны үҙ кабинетына саҡырҙы, камин эргәһендәге креслоға ултырырға ҡушты, Джон эсергә яратҡан ҡуйыртылған һөт ҡойолған кофе яһап бирҙе һәм ысын күңелдән ихлас һораны:
- Джон, һиңә университетта уҡыу оҡшаймы?
- Атай, миңә унда уҡыу ҡай саҡ оҡшап етмәй. Профессорҙар иҡтисад закондарын аныҡ итеп аңлайышлы өйрәтмәйҙәр шикелле, - тип яуап бирҙе Джон.
- Яҡшы. Тап өҫтөнә баҫтың. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө профессура иҡтисад закондарын аңлата алмай, сөнки үҙҙәре бер нәмә лә белмәй. Улар иҡтисад иҡтисадсылар эше, тип уйлай. Әммә улай түгел. Донъя иҡтисады менән психологтар, философтар һәм был уйында ҡатнашыусылар идара итә. Миңә егерме йәш тулғас, олатайың идара итеү процесының серҙәрен асты. Джон, һиңә лә егерме йәш тулды, мин һине беҙҙең эште дауам иттереүсе вариҫ, тип һанайым.
- Рәхмәт, атай, - тип яуап бирҙе Джон.
Шулай камин эргәһендә һөйләшеүҙәрҙән башланды серле дәрестәр. Улар университеттағы иҡтисад буйынса лекцияларға бөтөнләй оҡшамағайны. Атаһы улын бик үҙенсәлекле өйрәтте. Уҡыу ышаныслы һөйләшеүҙәргә ҡоролғайны, миҫалдар килтереп, еңел генә аңлатыу бик отошло ине. Джонға үҙ ғүмерендә тәүгә ишеткән мәғлүмәттәр иҫ киткес тойолдо, уларҙы уға иң престижлы университеттарҙа ла һөйләмәҫтәр ине.
- Әйт әле, Джон, беҙҙең илдә иң бай кешеләр нисәү? - тип һораны бер көн атаһы. - Ер шарында улар нисәү икәнен беләһеңме?
- Һуң, уларҙың исемдәре, байлығына ҡарап, бизнес-журналдарҙа баҫыла бит, - тыныс ҡына яуап бирҙе Джон.
- Улай булғас, беҙ ул исемлектә нисәнсе урында торабыҙ?
Атаһы тәүге тапҡыр "мин", тимәне, "беҙ", тип һораны. Тимәк, ул Джонды ла ғаилә байлығының тулы хоҡуҡлы хужаһы һанай. Атаһын кәмһеткеһе килмәһә лә, Джон тураһын әйтте:
- Был исемлектәрҙә һинең исемең юҡ.
- Эйе. Һин хаҡлы. Әммә... Беҙҙең бер йыллыҡ килемебеҙ генә лә был исемлектәгеләрҙең бөтөн байлығынан күберәк, сөнки аҡса янсығы үтә күренмәле булмаҫҡа тейеш. Был исемлектәгеләрҙең күбеһе туранан-тура, йә ситләтеп булһа ла беҙгә эшләй, һинең һәм минең империяға.
- Атай, һин иҡтисадта иң аҡыллы генийҙыр ул. Һуғышһыҙ, бер ниһеҙ шундай ҙур империяның беҙгә яһаҡ түләүенә ышанғы ла килмәй. Нисек итеп шундай ҙур операция яһай алдың?
Өлкән Хайцман каминдағы ҡуҙҙарҙы болғатты, шым ғына бокалына ҡиммәтле шарап ҡойҙо, бер йотом эскәс, һүҙен дауам итте:
- Мин бер ниндәй ҙә операция эшләмәнем, контролдә тотҡан капиталым бойороу мөмкинлеге бирә, ҡалғандар уны һүҙһеҙ үтәй. Илдәренең иҡтисади торошо уларҙың эшмәкәрлегенән түгел, ә минең теләгемдән тороуын белһәләр, күп илдәрҙең аналитиктарының, хөкүмәт башлыҡтарының һәм президенттарының иҫе китер ине.
Политтехнология үҙәктәре, иҡтисад, аналитика институттары, күп илдәрҙең хөкүмәттәре мотлаҡ минең бүлектәр төҙөгән йүнәлештәр буйынса эшләүҙәрен аңламайҙар ҙа. Белеп ҡуй, ундай бүлектәр һаны бик аҙ. Мәҫәлән, Рәсәйҙең социаль-иҡтисади сәйәсәтен, хәрби доктринаһын дүрт психологтан торған бүлек етәкләй һәм контролдә тота. Һәр береһенең дүрт секретаре бар, әммә улар бер-береһенең эшмәкәрлеге тураһында белмәй.
Мин һиңә нисек идара итергә була икәнен күрһәтермен, ул ябай ғына. Тик һин тәүҙә иҡтисадтың ысын закондарын аңларға тейеш, был турала университет профессорҙары бер ваҡытта ла һөйләмәйәсәк. Сөнки улар ундай закондар барлығын белмәй ҙә. Закон шундай: демократик йәмғиәт шарттарында бөтә илдәрҙең президенттары, хөкүмәттәр, банктар, эре һәм ваҡ эшҡыуарҙар иҡтисад пирамидаһының башында торған тик бер эшҡыуарға эшләй. Улар атайыма эшләнеләр, хәҙер миңә, тиҙҙән һиңә эшләйәсәктәр...
Джон Хайцман атаһына ҡараны, уның әйткәндәрен ҡапылғара аңлай алманы. Эйе, ул атаһының бай икәнен белә ине. Әммә бында бит һүҙ байлыҡ тураһында барманы, донъяға хужа булыу тураһында һөйләне атаһы. Был супервласть нәҫел буйынса уға, Джонға, күсергә тейеш. Фантастикаға тартым мәғлүмәтте аҙағына тиклем төшөнөүе бик ауыр ине. Нисек итеп, ирекле демократик йәмғиәттә президенттан башлап, йөҙәр меңләгән үҙаллы юридик эре һәм бәләкәй фирмалар асылда тик бер кешегә, уның атаһына хеҙмәт итә?
- Әле әйткәндәрҙе олатайыңдан ишеткәс, башта мин дә ҡапыл аңламаным, һин дә әлегә төшөнөп етмәйһеңдер. Шулай ҙа һин бер нәмәне белергә тейеш, - тип дауам итте өлкән Хайцман. - Донъяла бай кешеләр бар. Әммә һәр байҙан байыраҡ кеше лә бар. Һәм иң бай кеше бар. Бына шуға, иң байға ҡалған байҙар хеҙмәт итә, буйһона. Беҙ йәшәгән системаның законы шулай ҡоролған.
Үҫешкән илдәрҙең мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу тураһындағы һүҙҙәр - алдаҡ. Эйе, бай илдәр халыҡ-ара фондтар аша үҫешкән илдәргә кредиттар бирә, әммә, ысынында, уларҙан ҙур проценттар түләтеп, яһаҡ йыя.
Мәҫәлән, Халыҡ-ара валюта фонды финанстары АҠШ-тың капиталына бәйле - был турала күп иҡтисадсылар белә. Көпә-көндөҙ талаған проценттарҙың аҡсаһы АҠШ-ҡа китеүен улар яҡшы аңлай. Ә бына тәғәйен кемгә икәнен берәү ҙә белмәй.
Капитал уйынында АҠШ ел-дауылдан ышыҡлаусы уңайлы ил һанала, һәм ул башҡа илдәргә ҡарағанда был капиталға нығыраҡ бәйле. Әйт әле, Джон, Американың бурыстары барлығын беләһеңме?
- Эйе, атай, беләм. Астрономик сумма икәнен дә беләм. Былтырғы йыл өсөн... Яңылышмаһам...
- Тимәк, башҡа илдәргә бурысҡа аҡса биргән ил үҙе ҙур займдар ала? Ә кемдән ала ул? Аңлайһыңмы шуны?
- Үҙенең шәхси Үҙәк банкынанмы?
- Ә ул Үҙәк банк кемдең милке?
- Ул… Ул…
Джон Американың кемгә бурысы барлығы тураһында бер ваҡытта ла уйлап ҡарағаны юҡ ине, атаһының һорауҙарына яуап бирә торғас, АҠШ-тағы һәр һалым түләүсе Үҙәк банкты байытыуын аңланы. Ә банк... АҠШ-тың Үҙәк банкы шәхси банк та баһа! Һәм, тимәк, бөтә Америка йөҙәр миллиард долларҙы ниндәйҙер шәхси кешеләргә түләй... Бәлки, бер кешегә...

* * *

Хайцман ғүмере буйы тыныс булды: айыҡ тормош алып барҙы, эсмәне-тартманы, һауыҡтырыу диеталары ҡулланды, көн һайын тренажер залына йөрөнө. Һуңғы ярты йылда ғына залға ингәне юҡ, киң йоҡо бүлмәһендә ультразаманса медицина аппараттарына тоташтырылған килеш түшәктә ятыуын белде. Күрше бүлмәлә, бер-береһен алыштырып, тәүлек әйләнәһенә табиптар дежурлыҡ итте. Әммә Джон Хайцман замана медицинаһына артыҡ ышана һалып барманы, врачтар менән һөйләшеп тә торманы. Тик бер профессор-психологтың һорауҙарына ғына ҡай саҡ ҡыҫҡаса яуаптар бирә ине. Хайцман уларҙың исемдәре менән дә ҡыҙыҡһынманы, баяғы психологтың да кем икәнен белмәһә лә, башҡаларға ҡарағанда ихласыраҡ һәм намыҫлыраҡ булыуын тоя ине. Профессор күп һөйләй, медицина фәненә ят булған һығымталар яһай, ауырыуҙың сәбәптәрен асыҡларға тырыша. Бер көндө ул тулҡынланып килеп инде лә һөйләй башланы:
- Мин һеҙҙең хәлегеҙ тураһында төнө буйы уйлап сыҡтым, таңға ҡарай шундай фекергә килдем: ауырыуығыҙҙың сәбәптәрен аңланым шикелле, тимәк, тиҙ арала аяҡҡа баҫыуығыҙ тураһында әйтә алам. Ғәфү итегеҙ, Хайцман әфәнде, һаулыҡ һорашырға ла онотҡанмын. Хәйерле көн, Хайцман әфәнде. Һүҙгә әүрәп киткәнмен.
Миллиардер профессорҙың сәләмләүенә өндәшмәне, әйләнеп тә ҡараманы, ул шулай өйрәнгән. Бармаҡтарын һелкетеүе етә - был "сығып китегеҙ", тигәнде аңлата.
Профессорға ул бармаҡтарын һелкетмәне, шуға психолог һөйләүен дауам итте:
- Мин коллегаларымдың, бауырығыҙҙы, бөйөрҙәрегеҙҙе һәм йөрәгегеҙҙе күсереп ултыртыу тураһындағы ҡарары менән риза түгел. Эйе, әлеге мәлдә ул ағзаларығыҙ ысынлап та етерлек кимәлдә һөҙөмтәле эшләмәй. Эйе, был факт. Әммә күсереп ултыртҡан ағзалар ҙа һөҙөмтәле эшләмәйәсәк. Уларҙың һөҙөмтәһеҙ эшләүенең төп сәбәбе һеҙҙең тәрән депрессияғыҙға бәйле. Эйе-эйе, депрессияға. Мин һеҙҙең ауырыуығыҙ тарихын бер нисә тапҡыр ентекләп уҡып сыҡтым. Минеңсә, бик етди асыш яһаным. Һеҙҙе дауалаусы табипҡа рәхмәт, ул бөтәһен дә тәфсирләп яҙған, психологик хәлегеҙҙе һәр саҡ билдәләп барған. Депрессив хәлдә булған саҡта эске ағзаларығыҙҙың эшмәкәрлеге насарайған. Эйе-эйе. Хәҙер шундай мөһим һорау тыуа: эске ағзаларығыҙҙың насар эшләүе арҡаһында депрессияға биреләһегеҙме, әллә, киреһенсә, депрессия арҡаһында тәнегеҙ ауырыуға дусар буламы? Мин быға ныҡ ышанам, ауырыуҙың тәү сәбәбе - депрессия. Эйе. Һеҙҙең тәрән депрессив хәлегеҙ. Кеше ниндәйҙер маҡсатҡа ынтылыуҙан туҡтаһа, эргәһендәге ваҡиғаларға битараф булһа, ул йәшәү мәғәнәһен юғалта. Шул ваҡытта мейе бөтөн организмға һүлпән генә командалар бирә башлай.

Радик ӨМӨТҠУЖИН тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 197

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru