«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ МУЗЕЙҘА ҠЫҘЫҠЛЫ КҮРГӘҘМӘ ЭШЛӘЙ
+  - 

Башҡортостандың Милли музейында Ғаилә йылына арналған "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы тормошо" күргәҙмәһе эшләй.

Күргәҙмә "Бәпес", "Ҡыҙсыҡ", "Ҡыҙ", "Килен", "Әсәй", "Өләсәй" тип исемләнгән бер нисә бүлектән тора һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙының тыуғандан алып оло йәшкә еткәнгә тиклемге тормошон сағылдыра. Унда балаға исем ҡушыу йолаһы нисек атҡарылғанын күрергә, бишек йырҙарын өйрәнергә, ҡыҙ балаға ниндәй башҡорт исемдәре ҡушыуҙары тураһында мәғлүмәт ишетергә була. Шулай уҡ күргәҙмәлә ҡыҙҙар уйнаған уйындар, ҡул эштәрен башҡарғанда ҡулланылған ҡоралдар менән танышырға ла мөмкин. Кейәүгә сығыу, туй үткәреү, килен булып төшөү - ҡыҙҙарҙың тормошонда ҙур роль уйнай. Күргәҙмәлә башҡорт ҡыҙҙарының яңы статусы - килен булыуы менән бәйле йолаларҙы башҡарғанда ҡулланылған әйберҙәр ҙә урын алған. Мәҫәлән, киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһында кәрәкле биҙрә, көйәнтә һәм музей фондындағы башҡа экспонаттарҙы күрергә мөмкин.
Ҡатын-ҡыҙ ырыуҙы дауам итеүсе. Быуаттар дауамында ҡатын-ҡыҙ ғаилә нигеҙҙәрен, халыҡ йолаларын һаҡлап һәм яҡлап тороусы символ булып һанала. Шуға күрә күргәҙмәлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының аш-һыу әҙерләү, тормош көтөү менән бәйле ҡул тирмәне, ағас кәсәләр, иләк, тәртешкә, ҡыҫҡыс кеүек әйберҙәр ҙә урын алған.
Музей фондында һаҡланған уникаль экспонаттар һәм башҡа предметтар ҡатын-ҡыҙға ҡағылышлы башҡорт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, көнкүреш үҙенсәлектәрен асыҡ сағылдыра. Мәҫәлән, күргәҙмәлә ҡайындан эшләнгән бишек, бетеү, балаҫтар, һандыҡ, янсыҡ, аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн 20-се быуат башына ҡараған һауыт, көбө, намаҙлыҡ һәм башҡа әйберҙәрҙе күрергә мөмкин.
- Күргәҙмә иғтибарға лайыҡ, уны ни тиклем күберәк өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары ҡарай, шул тиклем яҡшыраҡ. Күргәҙмә ҡыҙыҡлы, сағыу һәм үҙенсәлекле. Был экспозиция үҙенең йөкмәткеһе менән уникаль, унда һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе өсөн ниндәйҙер мәғлүмәт табасаҡ, - тип белдерә Башҡортостан Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов.

Гөлназ САФУАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 178

Киске Өфө
 
Аҡыл - ул тар булғанды киңәйтеү, киң булғанды бәләкәйләтеү, бер-береһенә оҡшағанды күбәйтеү һәм ҡәҙимге генә нәмәләргә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

(Квинтилиан).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru