«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙҘАР ҘА ИЛАЙ - 2
+  - 


Бөтә организмға! Депрессия ни тиклем көслө булһа, командалар шул тиклем көсһөҙ була бара, һәм көндәрҙән бер көндө мейе команда биреүҙән туҡтай, шул саҡта үлем килә.
Шулай итеп, тәү сәбәп - депрессия, уны нисек тулыһынса бөтөрөүҙе әлегә медицина белмәй. Мин халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеп ҡараным. Һәм ышаныслы әйтә алам, һеҙҙең депрессияғыҙҙың төп сәбәбе - күҙ тейеү. Эйе-эйе. Тағы ла асығыраҡ итеп әйткәндә, һеҙгә күҙ тейҙергәндәр, быны мин бик күп факттарға таянып иҫбатлай алам.
Миллиардер, бармаҡтарын һелкетеп, "сығып китегеҙ", тип ишараларға уйланы. Ул боҙомдо, күҙ тейеүҙе һәм башҡа шундай ауырыуҙарҙы бөтөрөүҙе вәғәҙәләүсе эзотерик врачтарҙы яратмай ине, уларҙы ваҡ бизнесмендар, мошенниктар, тип көлә торғайны. Күрәһең, был профессор ҙа, замана медицинаһына ышаныс юғалтыуҙан, сихырсылар кимәленә төшкәндер. Миллиардер "сығып китегеҙ" ымын күрһәтеп өлгөрмәне, профессор әҙ генә булһа ла өмөт уятҡандай һүҙҙәрен әйтте: - Һиҙеп торам, һеҙ мине ҡыуып сығарырға йыйынаһығыҙ. Бәлки, ҡабат мине тыңлап та тормаҫһығыҙ. Зинһар, үтенеп һорайым, миңә тағы биш-алты минут ваҡыт бүлегеҙ. Минең әйткәндәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, бәлки, һеҙ тулыһынса һауығырһығыҙ, ә мин иң бөйөк асыш яһармын. Дөрөҫөрәге, мин ул асышты яһаным, тулыһынса раҫларға ғына ҡалды.
Миллиардер "сығып китегеҙ" ишараһын яһаманы.
Профессор эргәһендә ятҡан кешенең хәрәкәтһеҙ ҡулдарына өс секунд ҡарап торҙо ла, тиҙ-тиҙ һөйләй башланы:
- Кешеләр бер-береһенә төрлө ҡарашта була. Вайымһыҙ булғандар бар, һөйөү менән дә, нәфрәтләнеп тә ҡарайҙар, көнләшеп, ҡурҡып, йә хөрмәт итеп ҡарауҙары мөмкин. Әммә күҙ ҡараштарының тышҡы ҡиәфәте төп ролде уйнамай. Ул ябай маска ғына, официанттың йә һатыусының яһалма йылмайыуы кеүек. Ысын мөнәсәбәттәр, бер кешенең икенсе кешегә ҡарата ихлас тойғолары мөһим. Бер кеше икенсе кешегә ни тиклем күберәк ыңғай тойғоларын йүнәлтһә, уның үҙендә лә шул тиклем ыңғай энергия, көс туплана. Әгәр ҙә, киреһенсә, һеҙ йәшәгән мөхиттә икенсе кешегә ҡарата алама хистәр өҫтөнлөк итһә, һеҙҙең үҙегеҙҙә лә кире, емереүсе көстәр хасил була.
Халыҡ телендә ул "күҙ тейеү", тип атала, халыҡ табибтары үҙҙәренең эшмәкәрлеген шуға таянып башҡара. Әлбиттә, уларҙың бөтәһе лә сихырсы түгел. Эш бына нимәлә, тирә-йүнендәгеләрҙән кире энергияны бик күп алған кеше, уны үҙе лә тигеҙләп, юҡҡа сығара ала. Халыҡ табибы төрлө ысулдар менән күҙ тейеүҙе алып ташлай, кешене, һин таҙарҙың, тип ышандыра ала. Әгәр ҙә кеше дауалаусыға тулыһынса ышанһа, ул ысынлап та ыңғай һәм кире энергияны тигеҙләй. Ә инде ышанмаһа, файҙаһы юҡ. Һеҙ халыҡ табибтарына ышанмайһығыҙ, тимәк, улар һеҙгә ярҙам итә амай. Әммә был һеҙҙә организмығыҙ, психикағыҙ өсөн ҡурҡыныслы емереүсе көстәрҙең юҡ икәнен аңлатмай. Ни өсөн тик кире, алама көстәрҙеңме? Сөнки һеҙҙең кеүек кешегә көнләшмәйенсә ҡарау мөмкин дә түгел. Нәфрәт менән ҡараһалар ҙа, аптырарға ярамай. Мәҫәлән, кемдәрҙе эштән ҡыуҙығыҙ, йә иһә эш хаҡтарын күтәрмәйһегеҙ? Күптәр, ҡеүәтегеҙҙе тойоп, һеҙгә ҡурҡып ҡарай. Күрәһегеҙме, былар бөтәһе лә кире көстәр.
Мыҫҡалдың икенсе яғына ыңғай энергия кәрәк. Быны ғаилә ағзалары, туғандар бирә ала. Ҡатындарығыҙ һеҙгә хыянат иткән, балаларығыҙ, дуҫтарығыҙ юҡ, туғандарығыҙ менән аралашмайһығыҙ. Ыңғай энергия сығанаҡтары эргәгеҙҙә юҡ. Етерлек ыңғай энергияны кеше үҙе лә туплай ала. Бының өсөн бик ҡәҙерле хыял-маҡсат кәрәк, уны тормошҡа ашыра-ашыра кеше ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә, ыңғай энергия туплай. Һеҙ күп нәмәгә өлгәшкәнһегеҙ һәм артабан хыял-маҡсаттарығыҙ юҡтыр, моғайын. Ә был бик мөһим - маҡсат кәрәк, уны тормошҡа ашырыу өсөн ынтылыш кәрәк.
Мин төрлө кимәлдәге бизнесмендарҙың физик һәм психологик хәлдәрен анализлап ҡараным. Ҡамыр баҫҡан, икмәк бешереп һатҡан кеше эшен артабан дауам иттерә алырына ҡыуана. Шулай үҫешә килә генә ул был тормошта ныҡлы йәшәй ала. Ҙур банкир, йә концерн хужаһы ла шулай уҡ бизнесының үҫешенә ынтыла, күберәк килем алырға тырыша, әммә күп осраҡта уның энтузиазмы икмәк бешереүсенекенә ҡарағанда аҙыраҡ була. Был парадокс, әммә факт, энтузиазмы аҙыраҡ. Ни өсөн аҙ? Сөнки алда уны, икмәк бешереүсегә ҡарағанда, мауыҡтырғыс байлыҡтар аҙыраҡ көтә, заман ҡаҙаныштары уның өсөн байлыҡ булыуҙан туҡтай, көндәлек тормошҡа әйләнә. Артыҡ бай булмаған кеше машина һатып алһа, уның ҡыуанысының сиге булмай, бай кеше иң текә автомобиль алыуына ла артыҡ ҡыуанмаясаҡ, сөнки уның өсөн ул бер ни ҙә түгел, сүп кенә. Парадокс, әммә факт, урта хәллеләргә ҡарағанда, бай кешеләргә ҡыуаныу өсөн сәбәптәр әҙерәк. Ҡәнәғәтлек тойғоһо уятыусы тағы бер фактор бар - конкуренттарҙан өҫтөнө-рәк булыу. Әммә, Хайцман әфәнде, һеҙҙең конкуренттарығыҙ юҡ шикелле.
Шулай итеп, һеҙгә тик кире энергиялар ғына йоғонто яһай, һәм улар бик күп. Тағы бер нәмә тураһында әйтергә онотҡанмын, кире көстәр тупланмаһын тик бер көслө энергия, мөхәббәт көсө генә еңә ала. Үҙегеҙ ғашиҡ булғанда һәм кемдер һеҙҙе һөйгәндә генә була бындай мөмкинлек. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, ундай ҡатынығыҙ юҡ, үҙегеҙ ҙә, йәшегеҙгә ҡарап, улар менән ҡабат ҡыҙыҡһынмаясаҡһығыҙҙыр.
Әйткәндәремде дөрөҫләүсе һығымталарым етерлек. Статитистик мәғлүмәттәргә таянып, һуңғы йөҙ йыллыҡтағы бай кешеләрҙең, билдәле сәйәсмәндәрҙең һәм президенттарҙың ғүмер оҙайлығын сағыштырып ҡараным. Һығымта бик ышаныслы килеп сыҡты. Был донъя көслөләренең ғүмер оҙайлыҡтары ябай кешеләргә ҡарағанда күпкә ҡыҫҡараҡ. Парадокс, әммә факт факт булып ҡала. Президенттар һәм миллионерҙар, даими медицина күҙәтеүе аҫтында иң алдынғы техник саралар ҡулланып, ҡиммәтле дарыуҙар ҡабул итеп, сифатлы ашамлыҡтар ашаһалар ҙа, барыбер ауырыйҙар, башҡалар кеүек үлемһеҙ түгелдәр. Был факттар алдашмай - йәшәгән мөхиттәге кире энергия ғәйәт ҙур көскә эйә, хатта ультразаманса медицина уға ҡаршы тора алмай. Шулай булғас, хәл ҡотолғоһоҙмы ни?
Был хәлдән ҡотолоу юлы бар, бәләкәй генә, берҙән-бер генә булһа ла бар! Эйе, бар. Ул да булһа, хәтирәләр! Хөрмәтле Джон Хайцман, зинһар, ғүмерегеҙҙең күңелегеҙгә матур тойғолар бүләк иткән осорҙарын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һәм, иң мөһиме, әгәр ҙә кемгәлер етди вәғәҙәләр биреп тә үтәмәһәгеҙ, мөмкин булһа, үтәргә тырышығыҙ. Үтенеп һорайым, үҙегеҙ өсөн, фән өсөн, һис юғы, ике-өс көн булһа ла яҡшы мәлдәрегеҙҙе иҫләгеҙ. Приборҙар эске ағзаларығыҙҙың эшмәкәрлеген һәр минут һайын теркәп бара. Әгәр һеҙ мин әйткәндәрҙе тыңлап, мотлаҡ үтәһәгеҙ, приборҙар ыңғай һөҙөмтәләрҙе күрһәтәсәк һәм һауығыуығыҙға ышаныс барлыҡҡа киләсәк. Эйе. Табырға кәрәк ул юлды. Мин уны мотлаҡ табасаҡмын. Ә бәлки, уны һеҙ үҙегеҙ табырһығыҙ. Бәлки, ул үҙе һеҙҙе табыр...Тормош табыр...
Профессор шымып ҡалды һәм тағы хәрәкәтһеҙ ятҡан кешенең ҡулдарына ҡараны. Бармаҡтарҙың таныш хәрәкәте профессорҙы бүлмәнән сығырға мәжбүр итте.

* * *

Джон Хайцман, күп кешеләр кеүек, үткән ғүмерен иҫенә төшөрҙө. Профессорҙың һүҙҙәре ниндәйҙер кимәлдә уға аңлашылды. Үткән ғүмерҙең матур мәлдәрен иҫкә төшөрөп ҡарарға була, улар, ысынлап та, ыңғай йоғонто яһауҙары мөмкиндер ҙә, тик үткәндәр хәҙерге мәлдә күңелһеҙ үк булмаһа ла, ҡыҙыҡ түгел, хатта мәғәнәһеҙ һымаҡ.
Хайцман атаһының кәңәше буйынса империяның капиталын арттырыр өсөн миллиардер ҡыҙына өйләнгәнен иҫенә төшөрҙө. Ғаилә ҡороу уны ҡәнәғәтләндермәне, ҡатыны бала тапманы, 10 йыл бергә йәшәүҙән һуң наркотиктарҙы артыҡ ҡулланыуҙан үлеп ҡалды. Һуңынан ул иркә ҡыҙға, билдәле йәш моделгә өйләнде. Күп тә үтмәне, мөкиббән китеп ғашиҡ булған ҡатын ролен оҫта уйнаған ҡыҙ тураһында һаҡсылар хеҙмәте насар хәбәр еткерҙе. Улар күрһәткән фотоларҙа ҡатыны элекке һөйәркәһе менән типтерә ине. Джон йәш кәләше менән һөйләшеп тә торманы, һаҡсыларға ҡабат был уйнашты күрергә лә теләмәүен белдерҙе.
Хайцман, иҫләй торғас, атаһының империяһында эшләгән дәүерҙе хәтеренә төшөрҙө һәм бер ниндәй күңеленә матур булып уйылып ҡалған, ыңғай хистәр тыуҙырған осорон билдәләй алманы.
Атаһына валюта фондының хужаһы бер кеше генә булырға тейеш түгеллеген иҫбат итә алған күңелле мәл генә хәтерендә ҡалған. Үҙ капиталдарын фондҡа күсереп, уның үҫешен теләүсе башҡа вкладчиктар ҙа көс-ҡеүәтен фондтың капиталын арттырыуға йүнәлтәсәк һәм, тимәк, барыбер Хайцмандарға эшләйәсәк.
Атаһы бер нисә көн уйланып йөрөнө һәм бер көндө, улын артыҡ маҡтай һалып бармаған кеше, төшкө аш ваҡытында үҙ фекерен әйтте:
- Мин һинең фондҡа ҡағылышлы әйткән тәҡдимеңә ризамын, Джонни. Дөрөҫ уйлайһың. Һин маҡтауға лайыҡ. Башҡа йүнәлештәр тураһында ла уйла. Һиңә Фонд менән етәкселек итергә ваҡыт етте.
Джон Хайцман бер нисә көн күтәренке кәйефтә йөрөнө һәм һуңынан, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеп, финанс-сәнәғәт империяһының килемен тағы арттырҙы. Әммә быға ул артыҡ ҡыуанманы, һандар һаны артҡан отчеттарға артыҡ иҫе китмәне. Маҡтаусы кеше лә булманы, сөнки атаһы үлеп ҡалды, ә ҡул аҫтындағыларҙың маҡтауы ҡыуаныс килтермәй ине...
Шулай хәтирәләре яйлап бала сағына алып ҡайтты, уйҙары атаһы менән һирәк осрашҡан мәлдәргә барып етте. Ғәҙәттә, ныҡ талапсан атаһы күрһәтмәләрен Джонға беркетелгән тәрбиәселәр менән уҡытыусылар алдында әйтә ине.
Ҡапыл хәрәкәтһеҙ ятҡан миллиардерҙың тәне буйлап йылы тулҡын йүгереп үткәндәй булды, ул, быны тойоп, хатта тертләп ҡуйҙы. Хайцмандың күҙ алдында ап-асыҡ булып, яҡты хәтирәләр уянды. Баҡсаның төпкө мөйөшөндә акациялар менән уратып алынған ике метрҙай бейеклектәге бер тәҙрәле бәләкәй генә өй пәйҙә булды. Бәләкәй балалар үҙҙәренә шундай бәләкәй донъя төҙөргә ярата шул. Атай йортонда айырым бүлмәң бармы-юҡмы, туғандарың менән бер бүлмәлә йәшәйһеңме - был ынтылыш уға бәйле түгел. Шундай мәл килеп етә, үҙең дә аңламаҫтан, үҙ көсөң менән айырым донъяла үҙ мөйөшөңдө төҙөй башлайһың. Күрәһең, һәр кешелә бик боронғо мәғлүмәтте һаҡлаған ген барҙыр, ул һиңә "үҙеңдең биләмәңде төҙөй башла", тип әйтә кеүек. Бала кеше ана шул боронғо тауышты "ишетеп", шәхси ояһын төҙөй башлай. Заманса эшләнгән өйҙәргә оҡшамауында ла эше юҡ уның, тик уға был йортта күңелле булһын! Туғыҙ йәшлек Джон Хайцман да, киң виллаларында шәхси ике бүлмәһе булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең бәләкәй генә өйөн төҙөргә булды.
Үҫентеләр өсөн тәғәйенләнгән пластмасса йәшниктәрҙән төҙөнө ул хыялындағы ышыҡ урынды. Төҙөлөш материалы бик уңайлы булып сыҡты, өйҙөң стеналарын Джон күк төҫтәге йәшниктәргә һары төҫтәгеләрен ҡушып күтәрҙе, өйҙөң түбәһен таҡталар менән ҡаплап, өҫтөнә полиэтилен пленка йәйҙе.
Һәр көн саф һауала йөрөүгә бүленгән өс сәғәт ваҡытты файҙаланып, бер аҙна дауамында төҙөнө өйөн. Етенсе көндә баҡсаның төпкө мөйөшөндә үҙе ҡорған өйгә йүнәлде. Акация ботаҡтарын ҡайырып, үҙе төҙөгән йортҡа яҡынлашҡас, аптырауынан ҡатып ҡалды. Өй ишеге эргәһендә бәләкәй генә ҡыҙыҡай тора ине. Ул аҡ төҫтәге кофта кейгән, асыҡ зәңгәр төҫтәге юбкаһы тубыҡтарынан түбән төшөп тора. Ҡуңыр сәстәре бөҙрәләнеп, яурындарына ятҡан.

Радик ӨМӨТҠУЖИН тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 10-сы һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 252

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru