«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЙЛЫ ҠУЛДАР
+  - 

Ауылыбыҙ эргәһендәге йылға аръяғында һауын һыйырҙарының фермаһы була торғайны. Бүрәнәнән һалынған тиҫтәгә яҡын оҙон һарайҙар. Йәйләү осоро тамамланһа, мал шуларға инеп тула. Лыҡа тула. Әллә миңә генә шулай тойолдомо икән, белмәйем, көҙ етеп, һыйырҙар һарайҙарына ҡайтһа, ҡыш һалҡынлығына йылы өҫтәлгәндәй итә. Йәнә, иртәле-кисле шул тарафтан ҡысҡырышыуҙар-һөйләшеүҙәр ишетелеп тора. Тын ауылды терелткән төрлө тауыштар, хеҙмәт хәрәкәте үҙе бер матурлыҡ, үҙе үк йәм. Бер рәхәттең, бер биҙаһы, тигәндәй, яҙ етеп, текә тау аҫтынан аҡҡан Һаҡмарҙан боҙ ҡуҙғалһа - бәлә, һауылған һөттө илткән Ивановка тарафына юл өҙөлә лә ҡуя. Борам туғайы тапҡырына төшөрөлгән кәмәнән халыҡ унда-бында сығып йөрөһә лә, совхоз үҙәге менән хужалыҡ бәйләнештәре, кибеттәргә тауарҙар килтереү һыу ҡайтҡанға ҡәҙәр өҙөлә. Бүлексә етәкселәре яйын таба шулай ҙа, халыҡтан сепараторҙар килтереп, һөттө урында эшкәртергә тотоналар. Өҫтәмә, түләүһеҙ атҡарылған был мәшәҡәтле эш тә һауынсылар иңенә төшә. Улар айыртылған аҡты ҙур һауыттарға бушаталар ҙа, еңдәрен төрөп ебәреп, ҡаймаҡты ҡул менән бешәләр.
Зиннурҙың әсәһе Фатима апай һауынсы. Беҙ бәләкәйбеҙ әле, яңы беренсе класҡа уҡырға төшкәнбеҙ. Дуҫым дәрестәрҙән һуң миңә килә лә тупһанан уҡ яр һала, бөгөн май бешәләр, киттек ҡул яларға, ти.
Ысынлап та барып инеүебеҙгә эш яңы осланып ҡына торған була. Беҙҙе шәйләгән һауынсылар мәрәкәләп ҡаршылай:
- Фатима, ана бесәйҙәрең ҡаймаҡ яларға килде!
Ә ул терһәккә ҡәҙәр майланып, айранланып бөткән ҡулдарын алға һона:
- Бөгөн уң ҡулым Хәйҙәргә, һулаҡайы Зиннурға! Иртәгә киреһенсә булыр!
Әскелтем майлы ҡулдарҙы ентекләп яларға керешеп китәбеҙ, ә Фатима апай ҡытығы килеүҙән, эске кинәнестән рәхәтләнеп көлә…
…Ҡайтҡан һайын ирекһеҙҙән йылға аръяғына күҙ атам, ферма һарайҙары урынында кесерткән диңгеҙе тирбәлә. Балаларға ошо урында ҡасандыр һыйыр аҙбарҙары теҙелеп киткән ине, тиһәң, моғайын да, ышанмаҫтар. Һыйырҙар юҡҡа сыҡты. Мал булмағас, май ҙа юҡ.
Әгәр бөгөн: "Ағай, аҙашып йөрөгән теге һыйырҙар ҡайтты бит, ферма ла урынында, майлы ҡулдарҙы яларға ҡунаҡҡа кил әле", - тип саҡырһалар, ҡайтыр инем, билләһи, ҡайтыр инем!

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 391

Киске Өфө
 
Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru