«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛ ҺАЛЫП УҠЫТҠАНДАР БЫЛ БӘЙГЕЛӘ ЕҢЕҮ ЯУЛАНЫ
+  - 


Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында йылдың иң күркәм сараларының береһе - уҡытыусыларҙың һөнәри конкурстарына йомғаҡ яһау тантанаһы үтте. Һәр яҙ һайын ҡабатланып тороуға ҡарамаҫтан, был сара байрамса күтәренке кәйеф, һөҙөмтәләрҙе көтөп тулҡынланыу, гөлләмәләргә күмелгән уҡытыусыларҙың шат йылмайыуы менән гел дә арбай. Был юлы ла тап шулай булды. Тантанала педагогтарҙың алты конкурсы буйынса еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр.

Бына инде 29-сы тапҡыр уҙғарылған "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсында быйыл 55 уҡытыусы ҡатнашҡан, улар араһында 4-һе - колледждарҙа белем биргән остаздар. Конкурстың баһалама комиссияһы рәйесе, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Гөлфирә Абдуллина әйтеүенсә, ярыш ғәҙәттәгесә үткән һәм төп иғтибар уҡытыусыларҙың нисек дәрес үткәреүенә йүнәлтелгән. "Сөнки уҡытыусыларҙың йөҙөн билдәләгән этап - дәрес күрһәтеү. Унда уның методик яҡтан оҫталығы ла, балалар менән аралашыу кимәле лә, дөйөм үҫеше, үҙе уҡытҡан фәнгә ҡарата мөнәсәбәте лә күренә. Дәрес күрһәткәндән һуң ҡайһы бер конкурсанттар "Оҫталыҡ дәресе" тигән киләһе этапҡа үтмәне. Унда педагог йылдар буйы туплаған методик тәжрибәһен, отошло уҡытыу алымдарын күрһәтергә бурыслы. Әммә күптәр уҡыусыларының ҡаҙаныштарын: алынған дипломдар, ҡатнашҡан конкурстарҙы һанау менән сикләнә. Бының менән береһен дә аптыратып булмай бөгөн, сөнки дистанцияла үткән ярыштар ҙа күп, дипломдарҙы йыйыу мөмкинлеге лә юғары. "Уҡыусылар менән әңгәмә" этабында ҡайһы бер уҡытыусыларға шул тиклем һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ, балалар яратып ҡына торорлоҡ педагогтар бар, ә бит бала уҡытыусыны оҡшатһа, мәктәпкә ашҡынып бара. Шулай уҡ "Уҡытыусыға һорау" һәм "Уҡытыусыға һүҙ" тигән һынауҙарҙы үттеләр, унда педагогтарҙың башҡортса һәм русса фекер йөрөтә алыу оҫталығына иғтибар иттек. Сөнки еңеүсе республикабыҙ данын Рәсәй кимәлендә яҡларға сығасаҡ. Дөйөм алғанда, конкурс һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтбеҙ, көслө уҡытыусылар ҡатнашты быйыл. Араларында методик яҡтан сағыштырмаса йомшағыраҡ булғандары ла бар, был инде республиканың төрлө район-ҡалаларында эшләү кимәленән торалыр. Беҙ колледжда ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен тейешле кимәлдә уҡытып булыуын һәм күпселек осраҡта был уҡытыусының шәхесенән тороуын күрҙек", - тине Гөлфирә Риф ҡыҙы һәм быйылғы конкурс лауреаттары иҫәбенә колледж уҡытыусыһы үтеүе көтөлмәгән хәл булыуын билдәләне.
"Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эргәһендәге финанс университеты"ның Өфө филиалы колледжы уҡытыусыһы Зарина Бағышаева жюри ағзаларын алдынғы тәжрибәһе, дәрте менән арбаған һәм лауреат булған. "Был минең өсөн бик яуаплы һынау. Беренсе тапҡыр ҡатнашам, педагогик тәжрибәм ни бары өс йыл ғына. Шуға ҡарамаҫтан, йөрьәт итеп ҡатнаштым, коллегаларым һәм остазым Ҡоҙашева Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы ла дәртләндереп торҙо. Дәресем "Барыһы ла һинең ҡулда" темаһына арналды, үҙ яҙмышыңа үҙең хужа икәнлекте студенттарға билдәле яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев миҫалында еткерергә тырыштым. Ә инде дәрес-әңгәмә барышында "Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр" темаһын астыҡ. "Уҡытыусыға һорау" этабында тапҡыр яуаптарымды оҡшаттылар. Уҡытыусы үҙ эшенә бар күңелен һалып эшләргә бурыслы, шунда балалар күңеленә лә асҡыс табырға була. Үҙ эшемдән йәм, тәм табып йәшәйем, шөкөр" , - ти Зарина Урал ҡыҙы. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2024" төбәк-ара конкурсының лауреаттары исемлегенә шулай уҡ "СМАРТ" Республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡытыусыһы Миләүшә Ғирфанова, Нефтекама ҡалаһының 7-се урта мәктәбенән Эльза Ғилманова, Благовещен ҡалаһының М. Киняшов исемендәге 6-сы урта мәктәбенән Гөлнара Дәүләтбаева инде.
Ә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәктәбе уҡытыусыһа Азалия Ибраһимова конкурстың төп еңеүсеһе тип табылды. "Иҫке Сибай мәктәбендә 12 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам, оҙаҡ йылдар уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып та эшләйем. Шулай ҙа конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашам, бығаса эш тәжрибәм әҙерәктер, тип иҫәпләнем. Быйыл үҙемде һынап ҡарарға, коллегалар менән танышырға, фекер алышырға теләп килдем. Конкурс бик оҡшаны, көслө уҡытыусылар йыйылған һәм һәр береһенең сығышынан фәһем алдым. Үҙем "Заманса технологиялар ҡулланыу аша башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ыңғай мотивация булдырыу" темаһына тәжрибәмде уртаҡлаштым. Балаларыбыҙ кеҫә телефондары, компьютерҙан айырылмай икәнен иҫтә тотоп, уларҙың был мауығыуҙарын эшебеҙҙә ҡулланырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Дәрестә бушыраҡ ваҡыт булһа, уҡыусылар менән уларҙың яратҡан йәнһүрәттәрен башҡортсаға тәржемә итеп, тауышландырабыҙ. Аҙаҡ улар был яҙманы ҡусты-һеңлеләренә алып ҡайтып күрһәтә, телгә ҡыҙыҡһыныуҙары арта. Беҙҙең мәктәптә барыһы ла башҡорт туған телен өйрәнә, яңы төҙөлгән һәм заманса йыһазландырылған мәктәптә дәртләнеп эшләйбеҙ, уҡыйбыҙ", - ти Азалия Варис ҡыҙы.
"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсы 34-се тапҡыр уҙғарылды, унда 152 уҡытыусы ҡатнашҡан. Шулар араһында Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Арыҫланова, Туймазы районы Райман ауылы мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Арыҫланова үҙ эшенең иң алдынғылары тип табылды. "Йылдың йәш уҡытыусыһы" конкурсында Сибай ҡалаһының 9-сы лицейынан математика уҡытыусыһы Александра Половнева еңде. Ә инде Өфө ҡалаһының Н.И. Кузнецов исемендәге 105-се гимназияһының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Сергей Наумов "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. Сергей Александрович мәктәптә бишенсе йыл эшләй, һөнәри конкурста үҙен икенсегә һынаған һәм Рәсәй кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясағын тулҡынланып ҡабул иткән. Педагог тарих дәрестәрендә лә уҡыусыларҙа инженерҙарса фекерләүҙе үҫтерергә була ти һәм тәжрибәһен уртаҡлаша. "Балалар тарих менән ҡыҙыҡһына, был бөгөн айырыуса көнүҙәк. Тик уларҙы йәлеп итә белергә генә кәрәк. Дәресте мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәреү мөһим", - ти Сергей Наумов. Быйыл "Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы" конкурсы тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәленә сыҡҡан: Новосибирск, Липецк ҡалаларынан ҡатнашыусылар булған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем биреү, йәмғиәткә ылыҡтырыуҙың мөһимлеген аңлаған педагогтар араһында Нефтекама коррекцион мәктәп-интернатынан Лилиә Аҡмалова еңеүсе тип табылды. Ошо конкурста номинация менән билдәләнгән Липецк ҡалаһынан Юлия Годованюк менән әңгәмәләштек: "Беҙ Липецк ҡалаһының Белем биреү, реабилитация һәм һауыҡтырыу үҙәгенән ике кеше килдек. Мин биологиянан уҡытам, коллегам Елена Чурсина һынлы сәнғәт уҡытыусыһы. Мәктәбебеҙҙә инвалид балалар уҡый, кемеһе килеп йөрөй, кемеһенә дистанцияла белем бирәбеҙ. Беҙҙең кеүек дистанцион белем биреү педагогтары конкурсында бығаса ҡатнашҡаным булманы, һирәк күренеш был. Шуға Башҡортостанда үткәрелгән ярыш тураһында мәғлүмәтте уҡығас та риза булдым. Беҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы махсус белем усағында ярыштыҡ, театрығыҙға барып башҡортса спектаклде синхрон тәржемә менән ҡараныҡ. Был бик ҡыҙыҡ формат, оҡшаны", - тип тәьҫораттары менән бүлеште Юлия Годованюк. Уның бик үҙенсәлекле фамилияһының тарихы менән ҡыҙыҡһынғас, иренең олатаһын һуғыш йылдарында сабый көйөнсә табып алыуҙары һәм "Годы войны" тип исем ҡушыуҙары тураһында әйтте. Бына шулай тотош ил яҙмышын сағылдырған исемле кеше нәҫелен дауам иткән ғаилә йәшәй икән Липецк ҡалаһында.
Был көндә шулай уҡ "Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы уҙғарылды һәм унда дефектологтар менән логопедтар араһында айырым еңеүселәр билдәләнде. Иң яҡшы уҡытыусы-дефектолог Нефтекама ҡалаһының 11-се балалар баҡсаһында эшләй - Ильмира Ялалова, ә иң яҡшы уҡытыусы-логопед Бөрө коррекцион мәктәбенән булып сыҡты - Ирина Горбунова.
Конкурсанттарҙы мәртәбәле ҡунаҡтар тәбрикләне һәм ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып, еңел булмаған эштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙеләр. Һәр кем уҡытыусы һөнәренең әһәмиәтен дөрөҫ баһалай, уның киләсәк быуындарҙы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индереүен белә. "Балаларҙың йөрәктәрен һәм һәләттәрен асҡан һоҡланғыс, тормошобоҙҙо яҡшыраҡ яһаған һөнәр эйәләре һеҙ. Ошо һөнәрҙе һайлауығыҙ һәм үрҙәргә ынтылыуығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм" , - тине БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин да.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 252

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru