Март аҙағы-апрель башында беҙҙең төбәктә әле ҡар ята. Әммә йәй яҡшы уңыш алыу өсөн ошо мәлдә ҡайһы бер эштәрҙе башҡарып өлгөрөргә кәрәк.
Тәҙрә төбөндәге үҫентеләр себенләп китһә, нимә эшләргә?
Уларҙан ҡотолоуы еңел түгел. Ваҡ себен үҫентегә һыуҙы артыҡ ҡойоуҙан барлыҡҡа килә. Иң тәүҙә, йәбештереүсе ҡағыҙҙар һалып ҡарарға кәрәк. Шулай уҡ "Актор" йәки "Фитоферм" тигән препараттар менән эшкәртергә була.
Апрелдә еләк түтәлдәренә ҡарау кәрәкме?
Тәүҙә уларҙың ниндәй хәлдә икәнен тикшерергә кәрәк. Әгәр ҙә япраҡтар ҡарайһа, йәшелсә ябыу өсөн тәғәйенләнгән махсус аҡ япма менән ябып тороғоҙ. Япма аҫтында йәшел япраҡтар сыға башлаһа, барлыҡ ҡарайған япраҡ һәм һабаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ, тупрағын йомшартығыҙ һәм япма менән тағы ла ябығыҙ. Яңы япраҡтарҙан "розетка"лар барлыҡҡа килгәс, аммиак селитраһы иретмәһе һибергә. Һауа 5 градустан юғарырыҡ күтәрелгәс, мочевина иретмәһе менән ашларға. Ике төр ашлама ла түбәндәгесә иҫәпләнә: 10 л һыуға 20 г. Ул 2 кв.метр ерҙе эшкәртергә етә. Апрелдә ошо рәүешле барлыҡ еләктәрҙе лә ашлайҙар.
Ҡаты тәбиғәт шарттарына иғтибар итмәй, күп баҡсасылар йөҙөм дә үҫтерә. Апрелдә йөҙөмгә тәрбиә кәрәкме, уның һабаҡтарын ҡырҡырға яраймы?
Был мәлдә йөҙөм һабаҡтары терелә, шуға ла уны көҙҙән ҡырҡалар. Апрелдә ҡырҡһаң, һут ағып, йөҙөмдөң бөрөләре ҡояшҡа янасаҡ. Бары тик уның япмаһын алырға ғына кәңәш ителә, сөнки көслө һалҡындар башҡаса булмаясаҡ, ә -3, -4 градус һалҡынды был культура яҡшы кисерә.
Раузаларҙың япмаһын алырға кәрәкме?
Быны яйлап башҡарырға кәрәк. Апрелдә улар урамдағы һауа температураһына күнегә генә әле. Әгәр ҙә япма бер нисә ҡатлы икән, мәҫәлән, башта шыршы ботаҡтары, уның өҫтөнән туҡыма япма икән, уларҙың береһен һәм бер яҡтан - төньяҡтан ғына алығыҙ. Был саҡта ҡояш нуры ботаҡтарҙы яндырмаясаҡ. Тулыһынса япманы алып ташлауҙы болотло көндә башҡарыу ҡулай. Бер юлы ҡороған ботаҡтарҙы ҡырҡырға, ҡороған япраҡтарҙы йыйып ташларға, ҡыуаҡтарҙы 3 процентлы баҡыр купоросы (1 л һыуға 30 г баҡыр купоросы) менән эшкәртергә һәм ҡабаттан ябырға. Майға ҡарай раузаларҙы тулыһынса асырға була.
Үҫемлектәрҙе баҡыр купоросы менән эшкәртеү нимә бирә? Уны нисек дөрөҫ башҡарырға кәрәк?
Баҡыр купоросы ҡоротҡостарҙан һәм бәшмәк сирҙәренән һаҡлай. Ағастарҙы, емеш ҡыуаҡтарын, шулай уҡ декоратив үҫентеләрҙе бөрөләр асылып, япраҡтар күренә башлағансы эшкәртәләр. Бының өсөн 3 процентлы баҡыр купоросы алып, үҙегеҙ ел ыңғайына тороп, ботаҡ һәм олондарға һиптерергә. Ҡара ҡарағат, һырғанаҡ әле үк бөрөләнгән, уларҙы 1 процентлы баҡыр купоросы (1 л һыуға 10 г) менән эшкәртергә ярай.
Түтәлдең әҙерлеген нисек белергә?
Әле беҙҙең төбәк өсөн баҡса асыҡ һауаға нимәлер сәсеү тураһында һүҙ йөрөтөү иртәрәк. Ә былай тупраҡтың әҙерлеген түбәндәгесә тикшерәләр: ергә көрәкте ҡаҙайһың, ул тулыһынса тупраҡҡа инә икән, редис, руккола, петрушка ултыртырға мөмкин.
Апрель ағас ҡырҡыу мәле лә. Бында ниндәй ҡағиҙәләр бар?
Көҙөн барлыҡ культураларҙы ла ҡырҡырға ярамай. Ә бына апрелдә барлыҡ ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ла киҫергә була. Шулай ҙа иртә яҙ сәскә атасаҡ декоратив ҡыуаҡтарға теймәҫкә, юғиһә, улар сәскә атып өлгөрмәйәсәк. Уларҙы сәскә атҡандан һуң ҡырҡалар. Гортензия кеүек йәйҙең икенсе яртыһында сәскә атыусы сәскәләрҙе лә әле ҡырҡалар. Алмағас, груша, сливаны бөрөләр асылғансы ҡырҡып өлгөрөргә кәрәк.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|