«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТАҠТАЛАР ДӨРӨҪ ЯҘЫЛҺЫН!
+  - 

Беҙ республиканың төрлө райондарынан баш ҡалаға таксиҙа Үҙәк баҙар эргәһенә килеп төшәбеҙ һәм ошонан ултырып ҡайтып китәбеҙ. Шуға күрә был тирәләге хәл-торош иң беренсе күҙгә сағыла.

Баш ҡаланың Үҙәк баҙар районындағы уралтма юл әллә нисә быуындың хәтирәләрендә йәшәй, ул Өфөнөң башҡа иҫтәлекле урындары менән бер рәттә тора. Шуға күрә уны боҙоп, машиналарҙы "П" рәүешендәге юлдан ебәрергә ҡарар итеүҙәре күңелгә бер аҙ моңһоулыҡ бирҙе. Шулай ҙа, әгәр был хәүефһеҙлек өсөн мөһим икән, тимәк, был эште атҡарып сығырға кәрәктер.
Был урынға ҡағылышлы тағы бер тема күтәрелде ошо арала: ҙур сауҙа магазины алдындағы машиналар туҡталҡаһы урынына Урал тауынан алып киленгән ҙур таштар ҡуйылған, ағастар үҫкән, йәшеллеккә төрөнгән яңы сквер эшләйәсәктәр икән. Бик мәслихәт. Шул тирәлә йәшәгәндәр айырыуса ҡыуаналыр был яңылыҡҡа, сөнки көнө-төнө машина төтөнө араһында йәшәү ялҡыталыр, билләһи.
Юлдағы хәүефһеҙлек мәсьәләһен дауам итеп, Өфө водителдәренең тәртипһеҙлеген билдәләп үткем килә. Әлбиттә, барыһын да ғәйепләп булмай, шулай ҙа күптәр юл ҡағиҙәләрен боҙа, ҙур тиҙлектә йөрөй, йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлегенә төкөрөп ҡарай.
Өфөнөң йөҙө йылдам үҙгәрә. Айырыуса урындағы хакимиәттең милли колоритты һаҡлап ҡалыуға, уны пропагандалауға, урындағы эшҡыуарҙарға үҫергә булышлыҡ иткән проекттары оҡшай. Мәҫәлән, бер килгәндә М.Кәрим менән Чернышевский урамдары киҫелешендәге этно-ауылды махсус барып ҡараныҡ. Бик матур итеп эшләнгән. Бындай проекттар ҡаланың һәр районында ла тормошҡа ашырылһа, ниндәй шәп булыр ине.
Баш ҡалала һуңғы йылдарҙа спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Төрлө түңәрәктәр гөрләп эшләп тора, йәш спортсылар ярыштарҙа юғары урындар яулай. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Дөрөҫ юл, яҡшы үрнәк күрһәтелә балаларға, йәштәргә. Әле күптән түгел ҡаяға үрләү спорт секцияһына йөрөгән (скалолазание) ейәнем шатлығы менән бүлешеп шылтыратты - йорттарына яҡын ғына ерҙә "Октябрьский" үҫтереү һәм спорт үҙәге асылған. Быға тиклем яратҡан түңәрәгенә автобуста йәки таксиҙа ғына йөрөргә мөмкин булһа, хәҙер ҡул еткән ерҙә урынлашҡан үҙәккә йөрөүе уңайлы ла, ваҡытты ла күп алмай.
Өфө оҙаҡламай үҙенең 450 йыллыҡ матур юбилейын ҡаршылаясаҡ. Шуға күрә баш ҡалала алып барылған төҙөкләндереү, төҙөү, үҙгәртеү, яңыртыу һәм башҡа эштәр көндән-көн ҡыҙа бара. Ошо күңелле мәшәҡәттәр араһында Өфө урамдарындағы адрес алтаҡталарын яңыртыу ҙа буласағын уҡып шатландым. Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөлә кәрәкле урамды һәм йортто табыуы еңел түгел, сөнки алтаҡталар бик бәләкәй һәм уны күреү өсөн йорт төбөнә үк барып торорға кәрәк. Йәки улар ҡайһы бер урында бөтөнләй юҡ. Шуға күрә әлеге яңыртыу был йәһәттән хәлдәрҙе көйләр, тип өмөт итәм. Иң мөһиме, адрес алтаҡталарындағы яҙыуҙарҙың республиканың ике дәүләт телендә лә булыуы һәм башҡортса дөрөҫ яҙылыуы. Был мәсьәләне тәрәнәтәйтеп һүҙ йөрөткәндә, әле булһа башҡорт телендәге яҙыуҙарҙың хаталы булыуын күреп йөрәк әрней. Бәләкәй ойошмаларҙа ғына түгел, ҙур магазин һәм хатта дәүләт учреждениеларында ла хаталы тәржемәләргә урын булыуы аптырата ла, көйөндөрә лә. Был йәһәттән хәлдәр яҡшырыр, тип өмөтләнәм.

Марс НӘҘЕРШИН.
Күгәрсен районы.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнеү айҡанлы алып барылған төҙөкләндереү барышында биналарға һәм юл саттарына ҡуйылған адрес алтаҡталарын күпләп алыштырыу күҙаллана. Дәүләт һатып алыуҙары сайтындағы мәғлүмәткә ярашлы, баш ҡалабыҙҙың тарихи урамдарына 4 төрлө алтаҡта ҡуйыласаҡ. Ҡаланың 686 урамына - 744, 22 юл саты өсөн 100 алтаҡта кәрәк буласаҡ. Бынан башҡа, 38 алтаҡта башҡорт телендә эшләнергә тейеш. Адрес алтаҡталарын яңыртыу эштәрен 2024 йылдың 31 июленә тиклем тамамлау талап ителә. Эштәр ҡала бюджетынан финанслана.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.04.24 | Ҡаралған: 159

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru