«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ ЭШ ТУРАҺЫНДА ИЗГЕ БАЙРАМ КӨНДӨ ӘЙТЕЛДЕ
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Әр-Рәхим" йәмиғ мәсетендә төҙөлөштө тамамлауға арналған эшлекле осрашыу үткәрҙе. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев бинаны тотоп тороусы һәм һаҡлаусы конструкцияларҙың, шулай уҡ инженер селтәрҙәренә үткәрелгән тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәһе менән таныштырҙы.

Уның әйтеүе буйынса, монолит конструкциялар торошо тейешле кимәлдә. Мәсеттең үҙәк көмбәҙе тикшерелгән, ағастан яһалған япмалар алыштырылған. Төҙөүселәргә хәҙер быға тиклем манараларҙың көмбәҙендә үткәрелгән эштәрҙе үҙәк көмбәҙҙә лә башҡарырға тура киләсәк. Ошо уҡ этапта ҡыйыҡтан аҡҡан һыу ағымын яйлаусы ҡоролмаларҙы ҡарап, манараларҙы таш менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк буласаҡ. 2024 йылдың икенсе кварталында фасад эштәре яйлап тамамланасаҡ тип көтөлә. Алан Марзаев билдәләүенсә, төҙөлөштө тамамлау өсөн этаплы план ҡаралған, подрядсы ойошма билдәләнгән. Шулай уҡ мәсетте биҙәү өсөн Грецияның "Тассос" ятҡылығынан мәрмәр килтереү өсөн халыҡ-ара контракт төҙөлгән. Әлегә уның 75 проценты әҙер һәм мәрмәр изделиелар 1-2 ай эсендә республикаға килеп етәсәк.
Республика Башлығы төҙөлөш эштәре планын ентекләп өйрәнәсәген белдерҙе һәм Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты вәкилдәре, инвесторҙар менән мәсет территорияһын төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе эшлекле ултырышта тикшерергә тәҡдим итте. "Беҙ хәҙер мәсет менән байтаҡтан шөғөлләнәбеҙ. Әгәр ҙә теләһәгеҙ, был минең һайлау алды вәғәҙәм тип ҡабул итегеҙ - киләһе мөҙҙәттә мәсетте төҙөп бөтөргә кәрәк. Әлегә химик һәм төҙөлөш анализдары башҡарылған. Әлбиттә, ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар бар, тик дөйөм алғанда, конструкция үҙе лә, көмбәҙ ҙә яҡшы торошта. Проект-смета документацияһын да яңынан тергеҙҙек, ул экспертиза үтте һәм был объектты төҙөргә рөхсәт биргән юридик документ бар. Әле төҙөүселәр эште башланы. Биҙәү эштәрендә ҡулланылған бөтөн материалдар сит илдән, көпләү ташы - Грециянан. Материалдар килеп етеү менән тыштан биҙәү эштәре тағы ла әүҙемләшәсәк. Тәҙрәләр талаптарға яуап бирмәй, шуға ла уларҙы тулыһынса алыштырыу ҡаралған. Быйыл 700 миллиондан миллиард һумға тиклем сығымдар һалыу ҡаралған. Төҙөлөштө тамамлауҙың көнөн әйтә алмайым, әлегә бурыс - эшлектән сыҡҡан бөтөн нәмәне алып ташлап, фасадты төҙөкләндереү эштәрен атҡарыу", - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы шулай уҡ Ураҙа байрамын яҡшы кәйефтә ҡаршылауы тураһында ла әйтте. "Беҙ мәсеткә тап ошо байрамда килергә булдыҡ, нисектер был эште ошо изге көндә башлау яҡшыраҡ кеүек. Беҙ бер ҡасан да үҙ һүҙебеҙҙән баш тартмайбыҙ, әйткәнбеҙ икән, эшләйәсәкбеҙ. Әммә изге эш изге көндә башланһын. Шуға ла кәйефем яҡшы", - тип билдәләне Радий Фәрит улы. Был осрашыуға тиклем республика Башлығы "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә байрам намаҙында ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсет төҙөлөшө 2006 йылда башланып, 2012 йылға тиклем төрлө инвесторҙар тарафынан дауам ителгәйне. 2012 йылда БР Мосолмандары диниә назараты "Урал" хәйриә фондынан ярҙам һорай, әммә инвестор һәм назарат етәкселеге араһында финанс-хужалыҡ мәсьәләләрендә аңлашылмаусанлыҡтар тыуып, 2016 йылдың йәйендә финанслау ҙа, һөҙөмтәлә төҙөлөш эштәре лә туҡтап ҡалғайны. Республика капиталь төҙөлөш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йыл аҙағына "Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшө сиктәрендә барлығы 1,8 миллиард һум аҡса тотонолған. 2023 йылдың сентябрендә Радий Хәбиров төҙөлөштө ҡабаттан тергеҙеү буйынса тәүге ултырыш уҙғарҙы.

"Башинформ"дан.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.04.24 | Ҡаралған: 131

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru