«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАТЛЫ ШӘХЕС ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА
+  - 

Ошо көндәрҙә Әлшәй районында баланы төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән бик файҙалы сара - "Башҡортостан ынйылары" конкурс-фестиваленең финалы булып үтте.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан 16-сы тапҡыр үткәрелгән быйылғы фестиваль Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Ғаилә йылына арналып, "Затлы шәхес ғаиләнән башлана" тигән бик яуаплы ла, абруйлы ла тема аҫтында үтте. Фестиваль хәҙер Әлшәй район хакимиәтенең һәм мәғариф бүлегенең төп мәҙәни сараларының береһенә әйләнгән, шуға ла улар уны ойоштороуға, үткәреүгә һәр саҡ ҙур көс һала. Был юлы ла шулай булды. Бигерәк тә Раевка ауылының Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы директоры Надежда Александровна Самойлованың тырышлығын билдәләп китергә кәрәк. Бөтә ойоштороу эштәрен үҙ иңенә алып, эшләгән эшенең йәш быуын өсөн бик файҙалы, фәһемле икәнен бөтә йөрәге менән тойоп башҡара ул был республика күләмендәге ҙур эште.
Быйыл фестивалгә республиканың төрлө төбәктәренән 29 заявка ебәрелде. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Бураҡаева етәкләгән абруйлы баһалама комиссияһы иң яҡшы тип иҫәпләнгән 17 коллективты финалға үткәрҙе. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы, йәш артистар тыуған яғының данлыҡлы шәхестәренең тормош юлын, эшмәкәрлеген бөтә тулылығында бирергә тырышып, бирелеп уйнаны. Фестивалгә әҙерлек эшенә уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә йәлеп ителеүе уның бәҫен бермә-бер арттырҙы. Сәхнә бутафорияһы, спектаклдең геройы йәшәгән осорға хас костюмдар - барыһы ла уҡыусылар һәм ата-әсәләр ярҙамы менән эшләнә. Шулай итеп тыуған ерҙең, тыуған яҡтың быға тиклем асылмаған биттәрен балалар менән бергә атай-әсәйҙәр ҙә өйрәнә. Патриотик тойғолар, тыуған ергә һөйөү һәм уны үҫтереү өсөн арымай-талмай эшләү кәрәклеген аңлау ошондай, тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән эштәрҙән башлана ла инде.
Фестиваль-конкурс булғас, унда еңеүселәр ҙә була, әлбиттә. Фестивалдең иң юғары бүләгенә - Гран-приға Әлшәй районының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейы базаһындағы "Аманат" коллективы лайыҡ булды. Беренсе урында - Баймаҡ ҡалаһы Балалар ижады йортоноң "Йәншишмә" фольклор коллективы, икенсе урында - Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы мәктәбенең "Аҡйондоҙ" коллективы, өсөнсө урында - Белорет районы Инйәр ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең "Самрау" балалар театры коллективы. Ойоштороусылар тарафынан төрлө номинациялар ҙа булдырылғайны: "Иң яҡшы эҙләнеү эше" номинацияһында Балтас районы Балалар ижады үҙәгенең "Тамсылар" коллективы, "Ғаилә традицияларына тоғролоҡ" номинацияһында Федоровка районы Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең "Йәш таланттар" коллективы, "Халыҡ традицияларын һаҡлаусылар" номинацияһында Архангел районы Терекле мәктәбенең "Дарман" коллективы, "Батырҙар образы өлгөһөндә патриотизм тәрбиәләү" номинацияһында Дыуан районы Иҫке Хәлил мәктәбенең "Ынйыҡай" театр коллективы еңеүселәр тип табылды.
Шуныһы әһәмиәтле: фестиваль бөгөн "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге ғәмәлгә ашырған "Урал батыр мәктәбе" проектының (авторы - М.С. Бураҡаева) 10-сы "Үлгәндәрҙе терелтер өсөн тыуған батырмын" йүнәлешенә тап килә. Элек-электән, беҙҙә генә түгел, башҡа халыҡтарҙа ла йәш быуын тыуған ил, тыуған ер, халыҡ бәхете өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған батырҙар, данлыҡлы кешеләр өлгөһөндә тәрбиәләнгән. Үҙҙәре өсөн генә йәшәгән, бөтә иғтибарын тик үҙ шәхесен үҫтереүгә генә йүнәлткән индивидуалистар тәрбиәләүҙең йәмғиәт өсөн бик үк яҡшы түгел икәнен беҙ Көнбайыш илдәре миҫалында күрә башланыҡ та инде. Шуның өсөн дә "Башҡортостан ынйылары" фестивале бөгөн үтә лә актуаль сараларҙың береһелер тигән фекерҙәбеҙ.

Рәйсә КҮЗБӘКОВА,
"Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.04.24 | Ҡаралған: 174

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru