Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар конкурсына йомғаҡ яһалды. Мәҙәктәре менән күңелдәрҙе күтәргән, дәрт өҫтәгән егерме икенсе тапҡыр уҙғарылған был ярыш Өфөнөң башҡорт телендә шаяртыусы балаларынан 44 команданы туплаған. Шуларҙың бишәүһе финал уйынында сығыш яһаны.
"Шаяниум - 2024" конкурсының финал уйынында ҡатнашырға лайыҡ булған командалар "Сәләмләү", "Импровизация" һәм "Музыкаль өйгә эш" тигән һынау этаптарын үтте. Бөтә уйын Рәсәйҙә Ғаилә йылы уҙғарылыуға арналып, сығыштар "Ил ныҡлығы - татыу ғаилә" тигән темаға ҡоролдо. "Сәләмләү"ҙә һәр команда үҙе менән таныштырып сыҡты. Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһынан "Етегән+1" КВН-командаһы беренсе булып сығыш яһаны. Уларҙың үҙ ҡыҙынан башҡа кластағы бөтә уҡыусыларға ла "икеле" ҡуйған уҡытыусыһы хәтерҙә ҡалды.
Быға тиклем "Шаяниум"да баш ҡаланың милли мәктәптәре - айырым, ә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған белем усаҡтарынан КВН-командалары үҙ-ара ярыша ине. Шуға балаларҙың башҡорт телен белеү кимәлен, телмәрен баһалағанда рус мәктәптәренә ниндәйҙер ташлама менән ҡарала, уҡыусыларҙың тырышлығын күтәрмәләп ултырыла торғайны. Ә милли мәктәптәрҙең уҡыусылары һәр ваҡыт телмәр шымалығы менән һоҡландыра ине. Быйыл ойоштороусылар уйынсыларҙы был күрһәткес буйынса айырып тормаған. Шуға финалға сыҡҡан командаларҙан 21-се лицейҙан "Берҙәм егерме берҙәр" менән 86-сы гимназиянан "Алға" КВН-командаларының шаяртыуҙары тос булһа ла, телмәрҙәре аҡһағаны асыҡ күренде. Балалар үҙҙәре лә ошо турала белеп тора, хатта "Берҙәм егерме берҙәр" командаһы "Шаяниум" беҙҙең өсөн Башҡорт теле көнө", - тип билдәләне. Был КВН-командаһының отҡорлоғо, төрлө темаларға тапҡыр шаяртыуы ла оҡшаны: "Уҡытыусылыҡ шахтер эше һымаҡ, вроде алтын эҙләйҙәр, бер ҙә байымайҙар", - тип шаяртты улар.
Уйындың "Импровизация" тип аталған икенсе өлөшөндә жюри ағзалары биргән һорауға КВН-командалары шунда уҡ тапҡыр яуап уйлап табырға тейеш булды. Бында уҡыусыларҙың телмәр кимәле лә, отҡорлоғо, тапҡырлығы ла берҙәй һыналды. Баһалама ағзалары яңғыратҡан "Ни өсөн быйыл Башҡортостанға яҙ иртә килде?" һорауына Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының "ХХ централ" командаһы "Рөстәм Ғиззәтуллин иртә йырлай башлаған", - тип яуаплаһа, М. Исҡужин исемендәге 136-сы лицейҙың "Һупайлы дәрүиштәре" "Өфөнөң 450 йыллығына бүләк", тип билдәләне.
Әйткәндәй, баш ҡаланың 450 йыллығына иҫтә ҡалырлыҡ бүләкте лә "эҙләне" квнсылар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондынан блокноттар, мәсет, Көнсығыш сығыу юлы, 450 тапҡыр ҡул сабырға тигәнерәк яуаптар булды. Ә инде "Ни өсөн быйыл финалда республика мәктәптәре юҡ?" тигәнгә "Һупайлы дәрүиштәре"нең яуабы иң тапҡыры булды, беҙҙеңсә. Улар: "Был турала Пугачев урамында тығында ултырғандарҙан һорағыҙ", - тине.
Бына шулай бер нисә секунд эсендә яуап бирә-бирә финал уйынының өсөнсө һынауына яҡынлашты уҡыусылар. Ә унда "Музыкаль өйгә эш" әҙерләп килергә кәрәк булған. Командаларҙа йыр-моңға һәләтле уҡыусылар тупланыуын үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишеттек. Һәр сығыш үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булды. "Етегән+1" КВН-командаһы башҡорт телен бик ныҡ яратҡан һәм шуға хатта дүшәмбе эшкә йөрөмәгән директорҙары менән маҡтанып, "Ҡыҙыл борос ныҡ әсе, Беҙҙең сығыштан һеҙгә ныҡ эҫе", - тип "эреләнде". Ә бына "Берҙәм егерме берҙәр"ҙең бер уйынсыһының күҙенә "арпа сыҡҡан", йырҙары ла шуға арналды: "Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә, Төкөрәйек шул күҙгә", - тип тамашасыларҙы шау-гөр көлдөрөп алдылар. "Алға" КВН-командаһы ағзалары үҙҙәре әйтеүенсә, башҡорт телен аңлап етмәһәләр ҙә, бик ныҡ яратыуҙарын белдереп: "Мин, мин, мин башҡорт телен яратам", - тигән бер юллыҡты оҙаҡ ҡына ҡабатлап торҙолар. Хатта баһалама ағзаларын, еңеүсе итеп билдәләмәһәгеҙ, ошо йырҙы дүрт сәғәткә һуҙасаҡбыҙ, тип тә ҡурҡытып алдылар. "Һупайлы дәрүиштәре"нең музыкаль өйгә эше мәктәп, йыйылыштарҙан ата-әсәйҙәрҙе көтөп алыу, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу кеүек уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәйҙәренә яҡын темаларға бағышланды. "Бөгөн беҙҙең сығышта яңғыраған йырҙар ата-әсәйҙәребеҙгә лә бик яҡын", - ти улар. "ХХ централ" КВН-командаһының һәр уйынсыһы йырсы икән, һәләтле балалар бөтә донъяны баҫҡан "бәлә" - ашханалағы сират тураһында ла, сатлама һыуыҡта гимназияға килмәгән балалар хаҡында ла йыр яҙған. Бына шундай һәр кемебеҙгә таныш, яҡын хәл-күренештәр тураһында балаларса бер ҡатлы, күңелдәргә үтеп инерлек сығыштарҙы ҡараныҡ быйылғы "Шаяниум"да.
Ә инде еңеүселәргә килгәндә, урындар былай бүленде: III урын - "Алға" (86-сы гимназия), II урын - "Берҙәм егерме берҙәр" (21-се лицей), I урын - "ХХ централ" (20-се Башҡорт гимназияһы) менән "Етегән+1" (102-се Башҡорт гимназияһы) командаларына бирелде. Төп призды - финал уйынының Гран-приһын М. Исҡужин исемендәге 136-сы лицейҙың "Һупайлы дәрүиштәре" КВН-командаһы яуланы. Ғәҙәттәгесә, үҙ ролдәрен иң шәп уйнаған ҡыҙ һәм егет тә билдәләнде: 21-се лицейҙан 4-се класс уҡыусыһы Айлина Ҡәйүмова менән 136-сы лицейҙан 8-се класс уҡыусыһы Хәким Латипов. Айлина Ҡәйүмова "Шаяниум"да икенсе тапҡыр ҡатнаша. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Ләлә Хафиз ҡыҙы Сафина менән бергә тырышып әҙерләндек. Беҙҙең командала урыҫ балалары ла сығыш яһай, улар башҡорт телен бик яҡшы белмәй, әммә тырышып өйрәнә. "Шаяниум" конкурсы беҙҙең өсөн нәҡ шул яҡтан файҙалы ла - телде яҡшыраҡ белергә, дуҫтар табырға ярҙам итә. Бында атай-әсәйҙәребеҙ, синыфташтарыбыҙ, уҡытыусылар беҙҙең сығыштарҙы ҡарарға килә һәм күтәрмәләп ултыра, ә был берләштерә. Былтыр беҙҙең "Берҙәм егерме берҙәр" командаһы "Шаяниум"да өсөнсө урын алғайны, быйыл - икенсе, киләһе йыл беренсе урын аласаҡбыҙ!" - ти Айлина.
"Шаяниум-2024" бәйгеһенең төп еңеүсеһе - "Һупайлы дәрүиштәре" командаһы уйынсылары Хәким Латипов, Аида Чембарисова, Денис Ғалин бер тауыштан быйылғы уйындарҙың шәп булыуын билдәләне. Уҡыусылар еңеүҙән шатлыҡтарын йәшермәне: "Йылдан-йыл шаяртыуҙарыбыҙ яҡшыра бара, быны ике йыл рәттән өсөнсө урын алып, был юлы Гран-приға үҫеп етеүебеҙ ҙә раҫлай. Бик тырышып әҙерләндек шул: көн һайын көләмәстәр уйланыҡ, сценарийҙар яҙҙыҡ, телмәребеҙҙе шымарттыҡ. Бында ҡатнашыу өлгәшебеҙгә һис йоғонто яһамай, ә, киреһенсә, күмәк кеше алдында сығыш яһарға өйрәнәбеҙ, ҡыйыуыраҡ булабыҙ", - тип һөйләне балалар.
Ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, баш ҡаланың Мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин тәбрикләне, шулай уҡ баһалама ағзалары -Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов, БР Туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары берлеге рәйесе Илдар Бикҡужин, "Йәйғор" лагеры директоры Радмир Буранғолов, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. "Йылдан-йыл "Шаяниум" популярлаша бара, ҡатнашыусылар һаны ла арта. Бында белем усаҡтарыбыҙ педагогтарының хеҙмәтен дә тейешле баһаларға кәрәк, улар һәр ваҡыт уҡыусыларына ышаныс белдереп, күтәрмәләп тора. Киләсәктә лә уҡыусылар, уҡытыусылар был конкурста ҡатнашыуын дауам итер, тәжрибә һәм оҫталыҡ туплар, тип ышанам. Күтәренке кәйеф бүләк итеүегеҙ өсөн рәхмәт!" - тине Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева сара һуңында барлыҡ ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова быйыл үҙ сығышында: "Һеҙҙең менән бергә мин дә башҡортса һөйләшеү оҫталығымды арттырам", - тип билдәләне, һәм "Шаяниум" ҡала конкурсының әһәмиәтен юғары баһаланы. Уның хаҡ һүҙҙәренә эйәреп, балаларҙан юғары телмәр оҫталығы талап итерҙән алда, өлкәндәргә лә бындай сараларҙа башҡортса сығыш яһауҙы үҙҙәренә мотлаҡ талап итеп ҡуйыу кәрәктер, тигән фекер тыуҙы быйылғы конкурстан һуң. Юғиһә, сәләмләгәндә бер һөйләмде башҡортса әйтеп, рус теленә күсеп телмәр тотоу ғәҙәткә инеп бара кеүек. Матур маҡсатта булдырылған һәм ике тиҫтәнән ашыу йыл бойомға ашырылған эштең тамырына шулай уйламайынса балта менән сапмаһаҡ ине.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА