«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨСЛӨК БАРҘА ҮСЛЕК БАР
+  - 

Үткән аҙналағы донъя хәлдәре көтмәгәндә аҙна ахырында башланып киткән һәм БМО-лағы Рәсәй вәкиллеге дипломаты Дмитрий Полянский тарафынан "Яҡын Көнсығыштағы яңы көрсөк" тип аталған хәл донъя йәмәғәтселеген борсоуға һалды: 13 апрелдән 14-енә ҡарай төндә Иран Израилгә ут асты.

Мәғлүмәт сығанаҡтарының төрлөһө төрлөсә яҙып сыҡты: берәүҙәр Иерусалим һәм башҡа ҡалаларға Ирандың 300-ләгән пилотһыҙ осоу аппараттары һәм ракеталары һөжүм итте, тиһә, икенселәр тиҫтәләгән, әллә йөҙләгән дрон ебәрелде, тип хәбәр итә, ләкин эш унда ла түгел, ә уйламағанда-нитмәгәндә Ирандың Израилгә асыуы ҡабарыуы. Һәм уның сәбәбе лә юҡ түгел: Яҡын Көнсығышта ҡон ҡайтарыу тигән "йола" бар. 1 апрелдә Израиль Сирияның баш ҡалаһы Дамаскиҙағы Иран консуллығын утҡа тота һәм шуның һөҙөмтәһендә Ирандың ислам революцияһы корпусының ике генералы - Мөхәммәт Риза Заһиҙи менән Мөхәммәт Һаҙи Рәхими, шулай уҡ уларҙың биш тән һаҡсыһы һәләк була. Унан алда ла Израиль Дамаск эргә-тирәһен утҡа тота, ул ваҡыт урындағы ике тыныс граждан йәрәхәттәр ала.
Шул һөжүмдән һуң Иран Израилгә үс алыу менән янай һәм был ниәтен атҡара ла. Дрондар осорғандан һуң Ирандың IRNA мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Иран Израиль территорияһы үҙәгенә тоҫҡап, беренсе партия баллистик ракеталары ебәрә. "Известия" гәзите хәбәрсеһе Никита Кулюхин әйтеүенсә, Израиль халҡы киләһе һөжүм ихтималлығына әҙерләнә һәм ышаныслы йәшеренеү урындары эҙләй.
Тәбиғи, Көнбайыш илдәре, шул иҫәптән АҠШ, Британия, Франция Израилгә төнгө һөжүмде хупламай. АҠШ Конгресының демократтары ла, республикасылары ла Израилгә ҡарата теләктәшлек белдерә һәм хатта Тегеранға яуап бирергә саҡыра. Бына шунан башлана ла инде халыҡ-ара оло болалар. Үҙҙәрен цивилизациялы элита иҫәпләгән Көнбайыш илдәр властары ике яҡты ла килештереү юлдары эҙләү урынына уларҙы бер-береһенә ҡаршы һөсләтә. Шул да булдымы цивилизация! Әйткәндәй, Израилдең Ҡораллы көстәре ЦАХАЛ белдереүенсә, Ирандан ебәрелгән осоу аппараттарының "99 проценты" бәреп төшөрөлгән, имеш. Ирандың һөжүме һөҙөмтәһендә Иорданияның өс тыныс гражданы һәм бер бала һәләк булған, тип хәбәр ителә. БМО-ның Генеральный секретары Антониу Гуттериш Иранды Израилгә һөжүмен кисекмәҫтән туҡтатырға саҡыра һәм шулай ҙа Израиль тарафынан булған бер нисә хәрби һөжүмгә яуап биреп, Иран Ҡораллы көстәре үҙ-үҙен һаҡлауға хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырҙы, тип иҫәпләй.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тик шуның менән туҡтаһын ине ҡара-ҡаршы "ҡунаҡ аштары", юғиһә, тиктомалдан башлап ут асҡан яҡтың ныҡ ҡына ауыҙы бешеүе лә бик ихтимал. Донъя сәйәсәтселәре лә шундай фекерҙә, улар был конфликтты дипломатик юл менән хәл итергә саҡыра. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ла Яҡын Көнсығыш конфликтын йәйелдереү айҡанлы борсолоу белдерә һәм 1 апрелдә Израилдең Сириялағы Иран консуллығына башлап һөжүм итеү факты буйынса БМО-ның Хәүефһеҙлек советы тарафынан тейешле һығымта яһалмауына ишаралай.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.24 | Ҡаралған: 130

Киске Өфө
 
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru