«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҘМӘ-КҮҘ ҠАРАШЫП...
+  - 

Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика һәм Башҡортостанда эшләгән федераль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты.

Осрашыуҙа Радий Фәрит улы ни өсөн икенсе мөҙҙәткә кандидатураһын күрһәтергә ҡарар итеүен аңлатты. Уның һүҙҙәренсә, ул һайлауҙа ҡатнашыу-ҡатнашмау тураһында уйланғанда бер нисә фекерҙән сығып эш иткән. Беренсенән, башланған проекттарҙы тамамларға кәрәк. Уларҙың ҡайһы берҙәрен дүрт-биш йыл эсендә тамамлау күҙаллана. "Икенсенән, беҙ яугир егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеү эшен тейешенсә яйға һалдыҡ. Барлыҡ ошо ярҙам сараларын, гуманитар ылауҙарҙы беләһегеҙ. Шундай ваҡытта был эштән китергә кәрәкмәй тип иҫәпләйем, - тигән фекерҙә Радий Хәбиров. - Халыҡҡа биргән вәғәҙәләребеҙҙе үтәйбеҙ. Ләкин тамамланырға тейешле эштәр ҙә бар әле". Радий Хәбиров икенсе мөҙҙәткә һайланырға хәл итеүенең өсөнсө сәбәбен дә әйтте. Ошо ауыр осорҙо бергәләп үткәреп ебәрергә кәрәк, тине ул."Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Беҙ республика менән бергә ковидты ла үттек. Махсус хәрби операция, иҡтисадыбыҙ өсөн ҙур проблемалар тыуҙырған ҡот осҡос баҫым, санкция сәйәсәте менән бәйле ауырлыҡтарҙы һеҙҙең менән бергә үтәбеҙ. Быны аңларға кәрәк. Шуға күрә миңә хәҙер әлеге осорҙо бергә үтергә кәрәк кеүек тойола, - тине Башҡортостан Башлығы. - Әлбиттә, ихтыяж да бар. Унһыҙ эшләргә ярамай. Аҙаҡтан республика ғорурлана алырҙай эштәр башҡарырға теләйем".
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ошо осрашыуҙа яңғыраған һорауға яуап биреп, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән эшлекле осрашыуҙың ябыҡ өлөшөндә ниндәй мәсьәләләрҙе күтәреүҙәре тураһында һөйләне. Унда Махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ республикала күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләштек, тип билдәләне Радий Хәбиров. "Алдыбыҙҙа Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү бурысы тора. Быйыл комплекстың ҙур өлөшөн тамамларбыҙ. Бынан тыш, Пугачев урамында тәртип урынлаштырырбыҙ. Был иһә хаҡы 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән етди проект", - тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Владимир Путин менән һуғыш ветерандары өсөн клиник госпиталь, лидерҙар мәктәбен төҙөү мәсьәләләрен дә тикшереүҙәрен әйтте. Улар буйынса федераль кимәлдә ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителеүен дә билдәләне.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 90

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru