«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЮБИЛЕЙ САРАЛАРЫ...
+  - 

Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек барышы буйынса сираттағы кәңәшмә уҙғарҙы.

Һөйләшеүҙең төп темаһы - алда торған ҙур байрамды бай йөкмәткеле итеү. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев республика министрлыҡтары һәм ведомстволары менән бергә байрамдың календарь планы төҙөлөп, унда мәҙәни, спорт, мәғрифәти-ағартыу, конгресс форматындағы саралар, йәштәр проекттары индерелеүе хаҡында әйтеп уҙҙы. Билдәләнеүенсә, барлығы 100-ҙән ашыу сара ҡаралған, шул иҫәптән федераль кимәлдәгеләре лә. Ҡырҡлап үҙенә күрә уникаль күренеш булған саралар Өфөлә тәүгә уҙғарыласаҡ, ә традицион фестивалдәр һәм форумдар күләмлерәк форматта ойоштороласаҡ. Мәҫәлән, 1 июндә "Ватан" этнопаркында VK Fest тип аталған ҙур сәнғәт байрамында Рәсәйҙең әйҙәүсе башҡарыусылары сығыш яһап, Красноярск, Сочи, Санкт-Петербург һәм Мәскәүҙә уҙғарыласаҡ шундай уҡ фестивалдәр серияһын асып ебәрәсәк.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, 2024 йылда Өфө ҙур мәҙәни фестивалдәр һәм проекттар майҙансығына әүереләсәк, тип белдерҙе. Улар иҫәбендә - халыҡ-ара "Туғанлыҡ" театр фестивале, "Өфөлә Шаляпин кисәләре" тип нарыҡланған Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале, "Китап-байрам" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе, "Денис Мацуев тәҡдим итә" фестивале, "Көҙ романтикаһы" классик музыка фестивале, "Евразия йөрәге" фестивале, "Геройҙар заманы" Бөтөн Рәсәй патриотик йыр конкурсы, "Әйҙә, уйнарға" Бөтөн Рәсәй уйындар фестивале һәм башҡа күп саралар. Унан башҡа йәй айҙарында Башҡортостандың баш ҡалаһында Ҙур театр, Александра театры, Сергей Образцов исемендәге Үҙәк ҡурсаҡ театры гастролдәре уҙғарыласаҡ, шулай уҡ Третьяков галереяһы һәм Дәүләт Эрмитажы күргәҙмәләре ойоштороласаҡ.
Өфөнөң 450 йыллығының төп байрам көнө 2024 йылдың 31 авгусына тәғәйенләнгән. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн концерт-күңел асыу программалары бер юлы өс майҙансыҡта - "Ватан" этнопаркында, Ленин исемендәге һәм Машина төҙөүселәр майҙандарында күрһәтеләсәк. Юбилей йылының иң ҙур ваҡиғаларынан "Рәсәй - спорт державаһы" Халыҡ-ара спорт форумын, "Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында төбәк-ара хеҙмәттәшлек" тигән юбилей форумын атарға була. Һуңғыһы егерменсе тапҡыр уҙғарыла.
Башҡортостан Башлығы апрель аҙағына тиклем ваҡиғалар картаһын - барса юбилей сараларының ентекле графигын әҙерләргә ҡушты. Иң элгәре мәҙәни, спорт, конгресс форматындағы һәм гастрономик сараларға иғтибар ителәсәк. Ул туристарҙы һәм ҡунаҡтарҙы байрам сараларына йәлеп итеү өсөн мәғлүмәти эште көсәйтергә ҡушты.
Кәңәшмәлә эре юбилей объекттарын төҙөү барышы ҡаралды. 2024 йылдың көҙөнә Октябрь районында Көрәш һарайын сафҡа индереү күҙаллана. Унда төҙөлөш эштәре график буйынса бара. Был майҙансыҡта ХII Халыҡ-ара "Рәсәй - спорт державаһы" форумы уҙғарыласаҡ. Инорс микрорайонында ишеү слаломы комплексының беренсе сиратын төҙөү тамамланып килә. Йәй айҙарында комплекстың тирә-яғы төҙөкләндереләсәк. 2024 йылдың көҙөнә спорт ҡоролмаһы ярыштар уҙғарыуға әҙер булырға тейеш.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 559

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru