«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТЫНЫСЛЫҠ! ХЕҘМӘТ! МАЙ!" БЫЛ ҺҮҘҘӘР ҠОРО ЛОЗУНГ ҠЫНА БУЛМАНЫ БИТ
+  - 


Беҙ, Совет осоронда тыуып үҫкән быуындар, хеҙмәттең, эштең ни икәнен, уның ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да, хатта ләззәтен дә бала сағыбыҙҙан тойоп-татып үҫтек. Атайымдың "Родина-47" маркалы радиоалғысы бар ине. Унан һәр көндө Өфө радиоһы концерттар тапшыра - бар ғаиләбеҙ менән мөкиббән китеп тыңланыҡ уны. Хәтеремә уйылып ҡалған бер йыр миңә айырыуса ныҡ оҡшай ине. Бына уның һүҙҙәре: "Яландарҙа эшләп үҫкән егет Дандар алды иген ҡырында. Күкрәгендә балҡый алтын йондоҙ, Йыр йырлайыҡ батыр турында". Эйе, ошондай ҡабатланмаҫ бер заман ине: баҫыу ҡырҙарында, фермаларҙа көнө-төнө ал-ял белмәй эшләгән ябай ауыл кешеләренең фиҙаҡәр хеҙмәте батырлыҡҡа тиңләнде.

Нисек кенә булмаһын, ул саҡтағы хужалыҡ системаһы хеҙмәт кешеһен, хеҙмәт кадрҙарын алғы сафҡа сығарҙы, был ауыл хужалығында ла, сәнәғәттә лә берҙәй мөһим мәсьәлә итеп ҡаралды. "Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә!" тигән лозунг көн үҙәгендә тотолдо, барса уҡытыу-тәрбиә системаһы хеҙмәт тәрбиәһен һәм иртә һөнәри йүнәлеш биреүҙе шәхес формалаштырыуҙың төп принциптарының береһе итеп ҡабул итте. Колхоз һәм совхоздар, йөҙәр меңләгән төрлө кимәлдәге сәнәғәт предприятиелары эшсе кадрҙарына ҡытлыҡ кисермәне. Советтар Союзының иң төпкөлдәге район-ҡалаларында ла төрлө эшсе һөнәрҙәренә өйрәнеп була торған махсуслаштырылған ауыл һәм ҡала профессиональ-техник училищелары асылды. Миллионлаған үҫмерҙәр, тулыһынса дәүләт тәьминәтендә уҡып, һөнәри белем алыу мөмкинлеген алды. Бер ниндәй ҙә конкурс булманы уларға уҡырға инер өсөн - тик теләгең генә булһын. Күп йылдар үткәс, мин ошо башланғыс һөнәри белем биреү системаһын дәүләттең иң уңышлы, иң һоҡландырғыс проекты булғандыр тим, ә бит ул тиҫтәләрсә йылдар буйына ғәмәлгә ашырыла килде.
Йәнә шул да иҫкә төшә. Ул күптән үткән йылдарҙа һәр мәктәптең, урта һәм юғары һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарының үҙҙәренә тәғәйенләнгән ер эшкәртеү участкалары, йәшелсә-емеш баҡсалары булды. Йәйге каникулдарҙа миллионлаған мәктәп уҡыусылары, студенттар ошо баҡсаларҙа ихлас эшләне, дөйөм коллектив хеҙмәткә үҙ өлөшөн индерҙе. Әле лә хәтерләйем: сентябрь айының ҡояшлы бер көнөндә, башланғыс класта уҡыған сағымда, беҙгә уҡытыусыбыҙ мәктәп баҡсаһында үҙебеҙ үҫтерешкән кишерҙәрҙе өләшеп бирҙе - ни эшләптер ошо кишер үҙ баҡсабыҙҙа үҫкәненә ҡарағанда күпкә тәмлерәк булып тойолдо.
Ә урта мәктәптәрҙең тик уҡыусы балаларҙан торған хеҙмәт бригадалары! Улар хаҡында Мәскәүҙә сыға торған гәзиттәрҙә һоҡланғыс һүрәтләмәләр, очерктар баҫыла ине. Улай ғына ла түгел, ошондай мәктәп бригадаларының слеттары ла шаулап-гөрләп үтеүе хәтерҙә ҡалған. Ә студент йылдары хеҙмәттән айырылғыһыҙ булды. Студент төҙөлөш отрядтары хәрәкәте оҙаҡ йылдар буйына миллионлаған совет студенттары ихлас ҡатнашҡан ғәмәли хеҙмәт практикаһына әүерелгәйне. Шәхсән үҙемдең хәтеремдә 1975 йылдың эҫе йәйе Красноярск крайының Ангаралағы Стрелка поселогында мәктәп бинаһын төҙөү барышындағы удар хеҙмәт семестры булып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Студенттар ауыр хеҙмәттең татлы емештәрен дә татыны ул саҡта - төҙөлөш отрядында эшләгәнемдең әжере 500 һум совет аҡсаһына тиң булды - студенттың төшөнә лә инмәгән килем бирҙе ябай, әммә ауыр эш башҡарыу. Матди яғы ғына түгел, тәрбиәүи һөҙөмтәләре лә тәрән һәм киң булды ошондай системаның. Ни эшләйһең, хәҙер ошо хаҡта һағынып һөйләргә генә ҡала. Шуға күрә мәктәптәребеҙҙә хеҙмәт тәрбиәһен тергеҙеү буйынса яңы ғына башланып торған эштәрҙе ихлас күңелдән хупларға ғына ҡала. Йәнә бына ни әйтер инем. Халҡыбыҙҙың алтындай саф аңында хеҙмәтте маҡтаған үә данлаған әйтем-мәҡәлдәр байтаҡ яралған. Шуларҙың береһе - хеҙмәтенә күрә емеше. Еңеңде һыҙғанмайынса, зиһенеңде кирмәйенсә, тир түкмәйенсә хәләл ризыҡ та табылмай, ҡыҙыл мал да ишәймәй. Тырышып эшләп тапҡаның татлыраҡ, хеҙмәт емештәреңде татыу ләззәтлерәк була.
Йәмғиәт кенә түгел, дәүләт тә ябай кешенең хеҙмәт фиҙаҡәрлегенә юғары баһа бирә белде. Маҡтау грамоталары, орден-миҙалдар, хөрмәт таҡталары, махсус исемдәр, вәкәләтле власть органдарында депутат итеп күтәреүҙәр, ял йорттарына бушлай юлланмалар - һанай китһәң, тырыш һәм уңған хеҙмәт алдынғыһын тағы әллә күпме юл-ысулдар менән күтәрмәләй инеләр бит! Хәҙерге осорҙа совет заманына ниндәй генә баһа бирмәһендәр, хеҙмәтсәндәрҙе матди һәм рухи ҡыҙыҡһындырыу уларҙы үҙ өлкәләрендә яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйырға, яңы алымдар уйлап табырға, шәхес булараҡ үҫергә булышлыҡ итте. Бына минең тыуған ауылым Иҙристә һуғыш ветераны Хәйбуллин Ғәйнулла бабайҙың Ғазимулла тигән улы бар ине. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, ул Өфө ҡалаһында "Гидравлика" заводында токарь булып эшләй. Хеҙмәт алдынғыһы, уның самолет двигателдәре частарын етештереү буйынса рационализаторлыҡ тәҡдимдәре һәм алымдары Советтар Союзының авиация сәнәғәтендә киң ҡулланыла. Һөҙөмтәлә уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, шулай уҡ уны БАССР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлайҙар.
Әүәл 1 Май совет кешеләренең яратҡан байрамдарының береһе булды. Урам тулы халыҡ, демонстрация барышында колонналар тулҡын-тулҡын булып ағыла, ҡыҙыл әләмдәр, транспаранттар, күп кешеләрҙең ҡулдарында төрлө төҫтәрҙәге сәскәләр, репродукторҙарҙан дәртле марштар яңғырай, уға завод хеҙмәтсәндәренең тынлы оркестрҙары ҡушыла. "Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!" - ул заманда ошо һүҙҙәр ҡоро лозунг ҡына булманы. Тормошобоҙ асылы шулай булды. Хәҙер ҙә ошо һүҙҙәрҙе ҡаттан-ҡат ҡабатлағы килә - тыныс хеҙмәт кенә киләсәк һәр бер яҙҙы, тыуасаҡ һәр бер майҙы ҡыуаныслы һәм бәхетле итә ала.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru