«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТ БАЛЫН...
+  - 

Башҡорт бал ҡорто һәм башҡорт балы - республиканы танытып тороусы бредтарҙың береһе. Башҡорт балының файҙаһы тураһында әллә күпме хеҙмәттәр яҙылған булһа ла, уның һаман да яңынан-яңы сифаттары асыҡланып тора. Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Башҡорт дәүләт медицина университеты әлеге мәлдә ҡыҙыҡлы проект өҫтөндә эшләй. Был фәнни эштең маҡсаты - башҡорт балын микробҡа ҡаршы тәбиғи агент булараҡ өйрәнеү.

Башҡорт бал ҡорто - ғәжәйеп бөжәк, ул тәүлегенә 17-шәр сәғәт эшләргә һәләтле. Был тоҡомдоң тағы бер үҙенсәлеге - ул һеркәне дарыу үләндәренән йыйыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Һөҙөмтәлә, бал ныҡ юғары сифаттарға эйә булып сыға. Әммә башҡорт балы ошо яҡтан насар тикшерелгән. Шуға ла башҡорт балы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йыйылған балдан нимәһе менән айырыла һуң, тигән һорау ғалимдарҙы йыш ҡына яңы эштәргә тотонорға этәрә.
Балдың бактерияларға ҡаршы тороусанлығы яғынан ҡарағанда, улар пероксид һәм пероксид булмаған әүҙемлеккә эйә. Башҡорт балының пероксидлы бактерияға ҡаршы әүҙемлеген химия фәндәре докторы, профессор Рифҡәт Фаат улы Талипов етәкселегендәге Өфө фән һәм технологиялар университетының органик һәм биоорганик химия кафедраһы менән медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Марат улы Тойғонов етәкселегендәге Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология, вирусология кафедраһы шөғөлләнә. Анализ өсөн башҡорт балының төрҙәре - йүкә, көнбағыш, ҡарабойҙай, бер нисә төрҙән торған ҡандала балы алынды. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, иң пироксидлы әүҙемлеккә көнбағыш балы эйә. Йүкә, ҡандала, төрлө балдар ҡатнашмаһы иһә уртаса әүҙемлек күрһәтә. Ҡарабойҙай балының бактерияларҙы юҡҡа сығарыу сифаты бөтөнләй түбән.
Уҡыу йорттарының был проектына директоры Ревнер Рәфит улы Байтуллин етәкселегендәге Башҡорт Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Биохимия һәм генетика институты лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы Елена Станиславовна Салтыкова ярҙам итә. Был ике учреждение умартасылыҡ өлкәһендә иң әүҙем эшләүселәр, тап улар башҡорт бал ҡортон һаҡлау һәм уның генофондын тергеҙеү йәһәтенән күп көс һала. Ә был проектта иһә башҡорт балының бактерияларға ҡаршы тороусанлығын өйрәнеү экспорт тауары булараҡ "Башҡорт балы" брендын популярлаштырыу өсөн дә бик мөһим.

Миңлегөл ҠАНСУРИНА,
Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты,
химия фәндәре кандидаты.

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 575

Киске Өфө
 
Кеше фәрештә лә, хайуан да түгел, һәм уның бәхетһеҙлеге шунда: ул ни тиклем фәрештә булырға ынтыла, шул тиклем хайуанға әйләнә бара.

(Б. Паскаль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru