«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЛА КҮРКЕ БУЛҒАН ФОНТАНДАР ТЕРЕЛДЕ
+  - 

Өфөләрҙең һәм ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урындары тағы ла күркәмләнде был аҙнала, сөнки баш ҡаланың күпселек фонтандары эшләй башланы. Йәғни Театр скверындағы "Ете ҡыҙ", шулай уҡ Совет майҙанында, Мостай Кәрим скверында һәм Өфөнөң башҡа урындарындағы фонтандар һыу бөркә башланы.

Фонтандарҙы асыу үҙе бер тантанаға әйләнде, сөнки улар артистарҙың сығыштары, музыка һәм бейеү менән оҙатып барылды. Театр скверындағы "Ете ҡыҙ" фонтаны сағыштырмаса яңы эшләнеүенә ҡарамаҫтан, барыһының яратҡан ял итеү урыны. Матур, үҙенсәлекле фонтанды асыу тантанаһы ла, ғәҙәттәгесә, сағыу булды. Ҡунаҡтар алдында фонтан ҡыҙҙары "терелеп", бейергә төштө. Легендар "Ете ҡыҙ" бейеүен Сауҙа-иҡтисад колледжы уҡыусылары - "Талария" халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәҡдим итте. Шулай уҡ "Мираҫ"тарҙың музыкаль сәләме лә биҙәне был матур ваҡиғаны.
Салауат Юлаев майҙанындағы фонтандың асылыуы һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға. "Ҡурай" фонтанын асыу тантанаһында Өфө сәнғәт училищеһы һәм ҡаланың музыка мәктәптәренең йыйылма ҡурай ансамбле менән Өфөнөң башҡа ижади коллективтары сығыш яһаны.
Совет майҙанынан да хәҙер йыл дауамында кеше өҙөлмәй. Ә көндәр йылынып, фонтан эшләй башлағас инде, майҙан иртәнән кискә тиклем балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора. Шуға күрә бында урынлашҡан үҙенсәлекле, һәр яҡлап уйланылып эшләнгән, ҡаланы биҙәп тороуҙан тыш, эҫе йәйге көндәрҙә айырым бер мөхит булдырған фонтандың асылыуы ла көтөп алынған ваҡиға булды.
Мостай Кәрим скверындағы фонтанға символик стартты шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова бирҙе. Үҙ сығышында ул был урындың уның өсөн ни тиклем ҡәҙерле һәм әһәмиәтле икәнлеген билдәләне. Был байрам тантанаһында ла билдәле йырсыларҙың, балалар музыка мәктәптәре уҡыусыларының һәм башҡа ижади коллективтарҙың сығыштары алҡыштарға күмелде. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары башҡарыуындағы "Беҙҙең өйҙөң йәме" спектакленән өҙөк йыйылыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде.
Өфө үҙәгендәге Ленин исемендәге майҙандағы "Сәғәт" фонтаны ла ағымдағы миҙгелен асты. Быйыл әлеге фонтандың эшләй башлауына 5 йыл булды.
Шулай уҡ 26 апрелдә "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркындағы мультимедиалы музыкаль фонтан асылды, ә 1 майҙа "Беренсе май" мәҙәниәт һәм ял паркындағы, "Имәндәр" скверындағы "Бейеүсе торналар" фонтандары эшләй башланы. Яҙ һәм хеҙмәт байрамында өфөләр шулай уҡ "Беренсе май" паркында "Өфө - дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы" милләттәр мәҙәниәте фестивалендә ҡатнашты.
Фонтандарҙың эшләй башлауы йылы миҙгелдең килеүен билдәләүсе ҡыуаныслы ваҡиға. Улар ҡалаға айырым бер төҫ бирә, биҙәп тора. Өфөбөҙҙәге фонтандар янында ла көҙгө һалҡындарға тиклем һәр кем ял итә, матурлыҡҡа һоҡлана аласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 121

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru