«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУЛҒА ЭШ БУЛҺА СЕБЕР ТИП САПМАҪ ИНЕЛӘР
+  - 


Әсәйем китә йыраҡҡа,
Йыраҡҡа, һыуыҡ яҡҡа.
Бик өшөр инде әсәйем,
Эшләйем, тиеп аҡса.

Гел иланым ҡәҙерлемде
Оҙатҡанда Себергә.
Үпкәләп тә йөрөгәйнем,
Булмайбыҙ, тип гел бергә.

Хәҙер ҙур үҫтем. Һағынып
Көтәм уның ҡайтҡанын.
Беләм аҡсаның һыуыҡта,
Ҡар аҫтында ятҡанын.

Ошо шиғырҙы уҡығанға бер нисә йыл үтте, әммә ул һаман да йөрәгемдән сыҡмай. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының VII класс (хәҙер үҫкәндер инде) уҡыусыһы Алһыу Ғилманованың был шиғыры "Йәншишмә" гәзитендә баҫылып сыҡҡайны.


Ошо юлдарҙы уҡығандан һуң ныҡ тетрәндем. Өс строфалыҡ ҡына был юлдарҙа Башҡортостан ауылдарындағы күп ғаиләләрҙең тормошо сағылған бит. Элегерәк Себер тарафтарына ир-ат ҡына юлланһа, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙың да эш эҙләп, һалҡын төбәккә китеүе ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Баланың шиғыр юлдарынан күренеүенсә, әсәһе тәүге йыл ғына йөрөмәй был юлда. Бала әсәһен оҙатҡанда илап ҡалған, гел бергә була алмағанға үпкәләп тә йөрөгән, хәҙер үҫкән инде, аҡсаның һыуыҡта, ҡар аҫтында ятҡанын аңлаған ҡыҙыҡай әсәһен, өшөйҙөр инде, тип өҙгөләнә. Был юлдарҙы нисек тыныс уҡымаҡ кәрәк: күпме ғаилә фажиғәһе, күңел тетрәнеүҙәре, күҙ йәштәре, һағыныуҙар, һағыштар унда. Ғәзиз кешеһенән айырылып, интернатта йәшәргә мәжбүр булған бала һәр иртә әсәһенең иркәләп уятыуын, тәмле ҡоймаҡтар менән сәй эсереүен, арҡаһынан яратып мәктәпкә оҙатыуын, йылмайып ҡаршы алыуын теләмәй, тиһегеҙме ни! Үҫмер ҡорона инеп барған ҡыҙҙың әсәһе менән серләшер һүҙҙәре лә барҙыр, кәңәштәрен дә ишетергә теләйҙер бит.
Ә әсә һуң? Уның йөрәге һыҙламаймы ни? Һәр иртә эшенә барғанда, балам ни эшләй, хәле нисек, сирләмәйме икән, тип өҙгөләнмәйме ни? Ғәзиз балаһын төштәрендә күреп, һағыныуҙан күҙ йәштәрен тыя алмай тиһеңме ни? Шул бала хаҡына тип йөрөй ҙә баһа ул ошо ҡырыҫ тәбиғәтле Себер яҡтарында. Уның киләсәген уйлап, уҡытырға, кеше итергә тип, үҙенең дә һаулығын бөтөрә бит...
Әгәр ауылда эш булһа, ирекһеҙҙән бер кем дә шулай күҙ күрмәгән яҡтарға сығып китмәҫ ине.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылында, ниңәлер, иң башта ошолар хаҡында уйландыра. Кемдәргәлер төрлө байрамдар ойоштороу ҙа кәрәктер. Әммә, иң беренсе сиратта, ауылдарҙа йәшәүсе ғаиләләрҙең хәлен хәстәрләү мөһимдер.
Әле беҙ бер ҡыҙ баланың шиғыры аша күңел ғазаптарын кисерҙек. Ә улар күпме? Ирҙәрен Себергә оҙатҡан ҡатындарға ауылда йәшәү икеләтә ауырға төшә бит. Утынын да, бесәнен дә әҙерләргә, ҡышын, йәйен, яҙын, көҙөн малын ҡарарға, балаларын тәрбиәләргә, баҡса үҫтерергә... Йылдар буйына ирле көйө ирһеҙ йәшәй улар. Ярай ҙа алып ҡайтҡан аҡсаһын ғаиләһенә имен-аман тотторһа. Ай буйына эсеп ятып, китергә бисәһенән аҡса таптырғандары ла юҡ түгел. Тегендә, Себерҙә, икенсе ғаилә ҡорғандары ла бар. Бында ҡалған ҡатындарҙың да ир наҙы эҙләп, хәләлдәренә хыянат итеүселәр осрай. Атайлы килеш етем үҫкән балалар аҙмы? Бына ниндәй фажиғәләргә килтерә ғаиләләрҙе ауылдарҙағы эшһеҙлек. Ситтә эшләгән, бигерәк тә Себерҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында: ҡыш өтөп барған һалҡында, яҙҙың әсе елдәрендә, епшек һауала, йәйҙәрен умарта күсе кеүек һырып алған серәкәй, ләпәктәрҙән талана-талана эшләгән ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күпме һаулығын юғалта, ғаиләләрендә балаларын тәрбиәләүҙә ҡатнаша алмай.
Әгәр ауылдарҙа эш булһа, ғәиләһен аҫрарлыҡ хеҙмәт хаҡы түләнһә, ирекле каторжан булып китергә кем теләр ине икән!
Ә бит Себергә махсус белемле кешеләр генә юлланмай. Бөтөнләй һөнәре булмағандар ҙа барып эләгә унда. Техника хәүефһеҙлеген белмәү арҡаһында күпме фажиғәләргә осрай ябай ауыл ир-аттары, ҡайһылары хатта шунда мәңгелеккә ятып ҡала. Бер нисә таныштың, яҡташтарҙың, туғандарҙың араһынан Себер тарафтарында эшләүсе кешеләрҙең булыуы сәбәпле, улар һөйләгәндәренән белгәнгә күрә яҙам был юлдарҙы. Ғаилә яҙмыштарының боҙолғаны, атай-әсәй тәрбиәһе күреп үҫмәгәнгә күрә балаларының тайғаҡ юлдан китеүҙәре хаҡында ла аныҡ миҫалдар килтереп һөйләргә булыр ине.
...Эш юҡ бит үҙебеҙҙә, тип һылтаныусыларға түбәндәге күҙәтеүҙәремде тәҡдим итмәксемен.
Ҡала буйлап йәмәғәт транспортында йөрөгәс, туҡталыштарҙа оҙаҡлап көтөргә тура килә. Һыуыҡ, ел үҙәккә үтеп өшөттөрә. Ҡайһы бер туҡталыштарҙа ышыҡланыр урын да юҡ. Мәҫәлән, Дуҫлыҡ монументында ер аҫтынан үткәүел эшләнеләр ҙә, йәйәүлеләр өсөн ел-ямғырҙа күшегеп, бурандарҙа ҡатып торорға тура килә. Ҡаланың башҡа урындарында ла күп быялалары ватылған ваҡ туҡталыштар. Үҙәк урамдарҙағы матур туҡталыштарҙы күреп, их, бөтә ерҙә лә шулай булһын ине ул, тип ҡуяһың...
Транспорттың насар йөрөүенә зарланып, "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан яҡташ водитель менән һөйләшеп киттек тә, ошо хәлдең сәбәптәрен һораным.
- Предприятиела автобустар теҙелешеп ултыра ул. Эшләргә кешеләре генә юҡ, - тине уҙаман.
- Нисек инде? - тип аптырайым.
- Шулай. Сәғәт иртәнге 4-тән тороп эшкә йөрөргә йыбаналар.
Ысынлап та, ҡала буйлап йөрөгән бөтә йәмәғәт транспорттарында ла тиерлек электрон таблола йылдар буйына водителдәр һәм кондукторҙарҙы эшкә саҡырған белдереүҙәр "йүгереп" тора. Шул уҡ ваҡытта күптәр эш юҡ тип зарлана.
Сипайловонан Телеүҙәккә йөрөгән 6-сы маршрут автобусына ултырғанда буш урын водитель эргәһендә тура килде. Аҡса алған көндәре булған, ахыры. Кәйефе шәп, бер нисә иптәшенә шылтыратып: "Һин алдыңмы әле? Минеке 87 мең булған", - тип һөйләшеп килә. Айлыҡ эш хаҡымы, әллә аванс ҡынамы, тигәндәй, һорашыу уңайһыҙ ине. Нисек кенә булһа ла, әҙ аҡса түгел кеүек тойолдо беҙҙең һымаҡ хаҡлы ялдағы кешеләр өсөн.
Аэропорт яғына йөрөгән 110с маршрутына ла йыш ултырырға тура килә. Журналислыҡ һөнәрем төпсөнөп һорашырға, ҡыҙыҡһынырға сәбәп кенә. Кондукторҙан: "Эш хаҡығыҙ арыумы? Миңә бер ҡатын, зарланып, 18-25 мең генә сыға тигәйне", -тим. - Күберәк эшләһәң, арыу алаһың инде, минең, мәҫәлән, 50 меңдән аша. Әҙ эшләгәндәр шулай зарланырға ярата. Ә водителдәрҙең эш хаҡы 100-150 меңгә барып етә, - тине ул.
- Һеҙ ҙә райондан килдегеҙме? Ғәҙәттә, кондуктор булып ауылдыҡылар эшләй.
- Эйе, мин Дүртөйлө районынан килдем.
- Ятағы ла бар, тиҙәр, шул дөрөҫмө?
- Дөрөҫ.
- Ашарға ла әҙерләргә мөмкинлектәр бармы?
- Бар. Үҙебеҙ сменанан буш ваҡытта ҡайнар аш әҙерләп ашайбыҙ.
Шундай шарттарҙа ла предприятиеға эшкә килергә ашҡынып тороусылар юҡ дәрәжәһендә.
Водителдәр һәм кондукторҙар етмәү сәбәпле, тажик, үзбәк милләтенән булған ир-егеттәрҙе ошо эштә йыш күрергә мөмкин. Һуңғы осорҙа уларға таксиҙарҙа эшләргә лә рөхсәт ителде. Бер осрашыу хаҡында һөйләп үткем килә. Сипайловонан өйгә таксиға заказ биреп ҡайтырға тура килде. Русса арыу ғына һөйләшһә лә, акценты һиҙелә, милләте тажик икән. Һорау бирә-бирә шул асыҡланды. Өфөлә 15-20 йыл тирәһе йәшәй. Тиҙҙән 40 йәш туласаҡ. Хәйер, һүҙҙе үҙенә бирәйек.
- Ҡыш ошолай таксиҙа эшләйем. Машинам үҙемдеке. Фатирым бар. Бер нисә йыл элек 8 миллионға фура һатып алдым. Хәҙер улар 17-18 миллион һум тора.
- Ҡайҙан шул тиклем аҡса һеҙҙә? - тип бүлдерәм аптырап.
- Эшләйем бит, - ти. - Йәй-көҙ шул фурам менән Тажикстандан, Үзбәкстандан, Польшанан емеш-еләктәр ташыйым. Бер рейста байтаҡ аҡса эшләйем. Йәй, көҙ әллә күпме рейстар яһайым.
40 йәштә булғас, ғаиләһе лә барҙыр инде, тип ҡыҙыҡһынам.
- Рус ҡыҙына өйләндем. Ислам динен ҡабул итте. 5 намаҙын уҡый. Бер ваҡытта ла ҡаршы әйтмәй, бөтә нәмәне эшләй. Әрләшеп, ҡул күтәреү түгел, һүгенгәнем дә, насар һүҙ әйткәнем дә юҡ. Ата-әсәһе лә һәйбәт. Ун йыллап торһаҡ та, балабыҙ булманы. Мин үҙебеҙгә ҡайтып, тажик ҡыҙына өйләндем. Уны ла бында алып килдем. Тиҙҙән балабыҙ була. Ике ҡатын бер-береһе менән аралаша.
Бына шундай ғибрәтле лә, фәһемле лә хәл. Ситтәр беҙгә килеп, миллиондар эшләй. Ә беҙҙең ир-егеттәр оҙон аҡса артынан Себергә китә. Мәҫәлән, былтырғы һандар буйынса Рәсәйҙән ситкә китеп эшләүселәр араһында Башҡортостан 1-се урында тора икән. 165,8 мең кеше төрлө төбәктәрҙә тир түгә. 104,3 меңе, йәғни 63 проценты - Төмән өлкәһендә. Сағыштырыу өсөн Татарстанда ситкә китеүселәр 24,3 мең кеше булһа, Рәсәй буйынса улар тәүге ун төбәк исемлегендә лә юҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың "Өйҙә эшләү - бәхет" тигән өндәмәһенә ҡушылып, ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова ла республикабыҙҙа эшсе һөнәрҙәргә ҙур ҡытлыҡ булыуы - төҙөлөштә, машиналар төҙөү, ҡара металлургия өлкәләрендә айырыуса эшсе ҡулдарҙың етмәүе, хеҙмәт хаҡының да 100 меңгәсә етеүе хаҡында белдерҙе. Кемгәлер, бәлки, был эш хаҡы әҙ тойолалыр, әммә Себерҙә, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, эшләгән аҡсаларын өйҙә бер ай ял иткән ваҡытҡа бүлеп ҡараһаң, аҙ ҙа түгелдер.
Эштең ояты юҡ. Йәштәр килмәү арҡаһында, консьерж, ҡарауылсы, урам һепереүсе, иҙән йыуыусы булып хаҡлы ялдағы өлкән йәштәге ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар урынлаша. Хәйер, йәштәрҙең дә төрлөһө бар. Былтыр бер студенттың 5 ерҙә урам һепереүсе булып эшләүе тураһында яҙылғаны хәтерҙә ҡалған. Әле лә исеме билдәле генә ижад кешеһенең хеҙмәт көнөнән һуң ике ойошмаға барып иҙән йыуғанын беләм. Ике баланы уҡытырға, ипотека түләргә тигән мохтажлыҡ йөрөтә ундайҙарҙы. Теләгән кешегә ҡала ерендә эш табырға була барыбер. Бер журналист, мәҫәлән, эштән һуң фатирҙарға бушлай реклама ҡағыҙҙарын тарата, төнгөлөккә балалар баҡсаһына дежурға китә. Ҡыҙын түләүле бүлектә уҡытҡас, шулай тырышырға тура килә. Ә ауылдарҙа нимә эшләргә һуң, тиһегеҙме? Бында, әлбиттә, хәлдәр ҡатмарлыраҡ. Әммә йүнселдәр ҡул ҡаушырып ултырмай, рәтен таба. Хөкүмәттән көтөп кенә ултырырыға ярамай, ниндәйҙер саралар эҙләргә кәрәк шул. Илебеҙҙең ауылдарға йөҙ менән боролоуы мөһим. Урман өҫкә ишелеп торған төбәктәрҙә урман хужалыҡтары ойоштороп, ауыл халҡы өсөн күпме эш урындары булдырырға мөмкин. Элек ҡырҡыуҙан ҡалған ҡалдыҡтарҙан сувенирҙар ғына түгел, ағас һауыт-һабалар, ҡалаҡтар, массажерҙар, сыйырсыҡ оялары, ручкалар, ағас көрәктәр, сана-саңғылар һәм башҡа хужалыҡ кәрәк-яраҡтары етештерәләр ине. Хәҙер супермаркеттарҙа шашлык бешерер өсөн ағас күмерен дә һата башланылар. Беҙҙән һатып алған ағас ҡалдыҡтарын да әрәм итмәй, Ҡытай теш соҡой торған таяҡсаларҙы ҙа үҙебеҙгә тәҡдим итә. "Ағиҙел" производство берекмәһе яһаған сувенирҙың хаҡы иҫ китмәле ҡиммәт. Әллә ҡайҙан килтерелгән уҡлау, картуф иҙгес, туҡмас йәйер өсөн, ризыҡ турар өсөн аш-һыу бүлмәһенә таҡталарҙы ғына үҙебеҙҙә эшләрҙәр ине бит әгәр урман хужалыҡтарында ошондай цехтар асылһа. Күпме ир-атҡа эш урындары булыр ине.
Ялан яҡтарында кемдер иген үҫтерә, кемдер мал тота, кемдер баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Һәр ҡайһыһы үҙе етештергән продукцияһын нисек булдыра, шулай һатырға тырыша. Ярай, машиналары булһа, район үҙәгенә яҡын йәки оло юл буйындараҡ йәшәһәләр, итен, һөтөн, ҡаймағын, майын, картуфын, башҡа йәшелсә-емештәрен һатып аҡса эшләргә мөмкинлектәре булыр ине. Әгәр шуларҙың береһе лә юҡ икән: әйтәйек, үҙенең транспорты булмаған, район үҙәгенән, оло юлдан ситтә йәшәгән ауыл кешеләренең күпме йәшелсә-емеше әрәм-шәрәм булып сереп юҡҡа сыға. Әгәр ҙә берәй ауылда бәләкәй генә консервалар заводы асылһа, яҡын-тирәләге халыҡ баҡса уңышын шунда алып барып тапшырыр ине. Юғиһә, бөтә Башҡортостанды бер Бүздәк кенә тәьмин итә алмай бит. Йәки ит ыҫлау заводтары асылһа, ауыл кешеләре үҙ ғаиләһенән артыҡ һуғымын тапшырып, аҡса эшләр, кәрәк-ярағына тотонор ине.
Һис юғында, ауыл хужалығы кооперативтары берләшеп, берәүһе етештерә, икенсеһе эш-кәртә, өсөнсөһө һатып алыусыларға еткерә. Бар ул республикабыҙҙа бер нисә шундай кооператив. Тик улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, шуларҙы күберәк ойошторғанда ауыл кешеләре етештергән продукция ла әрәм булмаҫ, кешеләргә эш урындары ла табылыр ине. Ауылға ысынлап иғтибар иткәндә быйма баҫыу, балыҡ ыҫлау цехтары ла асырға мөмкин, балаҫ, кейеҙ һуғыу, шәл, ойоҡ, бейәләй бәйләү, күпләп ҡаҙ аҫраған кешеләрҙән ҡаҙ мамығын йыйып, мендәр, юрғандар эшләү, тире иләү кеүек шөғөлдәрҙе ойошторорға мөмкин. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренә лә, аш-һыу әҙерләргә лә оҫта. Һалма, туҡмас, бауырһаҡ, сәк-сәк, йыуаса кеүек ризыҡтары менән ҡала халҡын һыйлай алырҙар ине бит. Бары ойошторорға, мөмкинлек булдырырға, аҡса бүлергә кәрәк. Ауылыңда эш ҡайнап торғанда, ситкә китергә теләүселәр табылыр ине микән. Үҙ йортоңда балаларың менән имен-аман йәшәп ятыуға ни етә!
...Әгәр кешегә эш булһа, йәшәү шарттары булһа, кем тыуған төйәген ташлап китһен. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡларға кәрәк, тип һөйләйбеҙ. Бының өсөн ауылдарҙы бөтөрөргә түгел, киреһенсә, үҫтерергә кәрәк. Ғаилә ҡиммәттәре тигәндә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған байлыҡты, мал-мөлкәтте, өй-ерҙе, алтын-көмөштө күҙ уңында тотмайбыҙ, ә нәҫел шәжәрәбеҙҙәге алтын бағаналай булған шәхестәребеҙ рухына тоғро ҡалып, уларға хыянат итмәй ғорурланып йәшәүебеҙҙе раҫларға тейешлегебеҙҙе аңлауҙа күрәбеҙ. Үҙ төйәгендә аяғын ергә ныҡ терәп, үҙ байлығына үҙе хужа булып йәшәргә теләй бөгөн ауыл халҡы.
Ғаиләләрҙең проблемалары күп. Инвалид бала үҫтереүселәр, күмәк бала тәрбиәләүселәр, өлкән йәштәге сирле ата-әсәһен ҡараусылар, үҙҙәре олатай-өләсәй булғас та балалары, ейәндәре менән бергә ҡыҫыҡ бүлмәләрҙә көн күреүселәр, Афғанстан, Чечня ветерандары, Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашыусылар, хәҙер килеп МХО яугирҙары... Һәр ҡайһыһының хәл ителмәгән мәсьәләләре етерлек. Әгәр ҙә ошондай мохтажлыҡ кисереүселәргә ниндәйҙер кимәлдә аныҡ ярҙам күрһәтелһә, Ғаилә йылы үҙ маҡсатына өлгәшер ине.
Һүҙемде үткән Ғаилә йылына арнап (2008 йылда) яҙған шиғырым менән тамамлағым килә.

Ил тотҡаһы - татыу ғаилә,
Һәр ғаилә - бер дәүләт.
Шул дәүләттәр имен торһа,
Тормош та булыр һәйбәт.

Йорт-еребеҙ тыныс булһа,
Бишек йыры көйләнер.
Быуындарҙан-быуындарға
Нәҫел ебе бәйләнер.

Атайлы бала - арҡалы,
Инәйлеһе - иркәле.
Ата-әсә менән сабый
Ҡаршылаһын иртәне.

Һыйындыра, һөйөндөрә
Беҙҙе ғаилә усағы.
Наҙ, һөйөүҙән генә тора
Әсәйҙәрҙең ҡосағы.

Дуҫ-иштәрең йөҙ борһа ла,
Беҙҙе ғаилә аңлай,
Кемдер иҫәпкә алмаһа,
Яҡындар беҙҙе һанлай.

Ғаиләлә беҙҙең бәхет,
Ғүмеребеҙ дауамы.
Йәнгә тынғы табыр оя,
Күңелебеҙ дауаһы.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 162

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru