«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРА КӨС МЕНӘН АҠТЫҢ МӘҢГЕЛЕК АЛЫШЫ ҺАЛДАТ ИҢЕНДӘ
+  - 


Ошо көндәрҙә Сибай халҡы Махсус хәрби операция мәлендә һәләк булған Таштимеров Эдуард Нурәхмәт улын һуңғы юлға оҙатты. Мәрхүм менән хушлашырға теләүселәр эркелеп, ер ябып килгән, әллә ярты ҡала халҡы йыйылған инде. Ололар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә күренә, үҫмерҙәр, йәштәр ҙә күп.

Яу барған ергә юлланғансы, төрлө урындарҙы, яуаплы вазифаларҙы биләгән Эдуардты яҡындан белмәһәм, аралашмаһам да, осрашҡанда ҡул биреп күрешеп, иҫәнләшеп йөрөй торғайныҡ. Хәйер, уны ҡасандыр күреп-белеү ҙә мөһим түгел инде хәҙер, ул батыр ил улы булараҡ, бөгөндән онотолмаҫлыҡ кимәлдә халыҡ хәтеренә уйылды, исем-шәрифе мәңгелеккә ҡаһармандар исемлегенә яҙылды. Бер осор уның бер туған ҡустыһы Рөстәм беҙҙең гәзиттә водитель булып эшләп тә алғайны, шуға күрә Баймаҡ районы Байыш ауылынан үтешләй, Эдуард менән Рөстәмдәр тыуған, буй еткергән йортта бер нисә тапҡыр туҡталып, әсәләре Бибикамалдың ҡайнар сәйҙәрен эсеп, тәмле ризыҡтарын ейеп, аталары Нурәхмәт менән аралашып, әңгәмәләшеп ултырғаным да булды. Йәмле йорт, күркәм, төҙөк хужалыҡ, татыу ғаилә, ҡотло мөхит, тыйнаҡ, итәғәтле, эшсән, балалары өсөн өҙөлөп торған кешеләр ине. Ине, тиеүем урынһыҙ, шөкөр, улар бөгөн дә иҫән-һауҙар, бынан бер нисә йыл элек Сибайға, улдарының янына күсеп килеп төпләнделәр.
Эдуард Таштимеров 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизацияға саҡырылып, тыуған ил сиктәрен ҡурсалаусылар сафына баҫа. Шул осорҙа беҙ ҡатыным менән көн һайын кис алыҫ, хәүефле сәфәргә юлланғандарҙы оҙатырға тип военкомат янына даими барып әйләнеүҙе ғәҙәт итеп алғайныҡ. Урамды буйлатып теҙелгән автобустар лыҡа тулы, Хәйбулла районынан да килгәндәр. Сибай филармонияһынан ғына 16 кеше. "Ағай, яҡынығыҙҙы оҙатаһығыҙмы әллә?" тип һораусылар ҙа табылды. "Уларҙың бөтәһе лә беҙҙең өсөн ҡәҙерлеләр, яҡындар!" тип яуаплағайным. Егеттәр үҙҙәрен тәүәккәл, һынмаҫ рухлы итеп тоталар, филармонияның билдәле йырсыһы Әлфир Замановтың "Урал"ды яңғыратыуы онотолмаҫлыҡ тамаша булды, ә инде ҡалғандарҙың дәррәү, тирә-яҡты шаулатып "Шайморатов генерал"ды йырлауы, Башҡортостанды ғына түгел, ҡыйыулыҡ билдәһе, яу ораны булып тотош Рәсәй киңлектәрен урап сыҡты.
Шуларҙың араһында Эдуард та булғандыр, һис шикһеҙ, булғандыр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны хәйерле юл теләп оҙатып ҡалырға тура килмәне. Ул бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ла ҡайтып әйләнгән, һуңынан, 2024 йылдың 10 апрелендә махсус операция барған ерҙең алғы һыҙығында батырҙарса һәләк булған. Рөстәмдең шылтыратып әйткән ҡайғылы хәбәренә беҙ, мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәре, башта ышанырға теләмәнек, яңылышлыҡ, аңлашмаусанлыҡ һымаҡ та ҡабул иттек. Ни хәл итәһең, аҡ өмөттәр ҡыҫыр теләккә әүерелеп аҡланманы. Рәсәй Президенты В.В. Путиндың, республика башлығы Р.Ф. Хәбировтың Указдарына ярашлы, үлгәндән һуң ул "Ҡаһарманлыҡ ордены"на, "Шайморатов" миҙалына лайыҡ булды. Был юғары наградалар мәңгегә һаҡлау өсөн Эдуардтың ҡатыны Ритаға тапшырылды. Хушлашыу мәлендә Эдуард Нурәхмәт улы тураһында бик урынлы, йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәр әйтелде, уның эшсәнлеге, тырышлығы, әйткән һүҙенә һәр саҡ тоғро ҡалыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды, ғаиләһенең ныҡлы, ышаныслы терәге, ҡатынына хәстәрлекле ир, ҡыҙҙары Элизаға, улдары Нурисламға яратҡан атай булыуы хаҡында әйтелде. Сығыштар мәлендә Эдуардтың теле менән һөйләнгән бер ваҡиға һис ҡасан онотолмаҫлыҡ. "Ҡыҙыу һуғыш бара, алғы һыҙыҡта, беҙҙән йыраҡ түгел, һәләк булған украин һалдаттары ята. Хаҡһыҙ онотолғандар, ташландыҡ тауарға әйләнгәндәр хаҡында ҡаршы яҡтан ҡайғыртыусылар ҙа юҡ, һәр хәлдә, үҙҙәре яғына нисек сығарырға теләк белдермәйҙәр, шуға мин бер нисә көн арауығында алғы һыҙыҡҡа шыуышып тиерлек барып, алыштар тынған арала тегеләрҙе ерләп йөрөнөм. Улар ҙа бит кеше, улар ҙа тейешенсә ерләнергә хаҡлы әҙәм балалары..." Бына нисек! Эдуард саманан тыш ҡырҡыу мәлдә, ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда ла, үҙенең иманлы йөҙөн юғалтмаған, һуңғы һулышына саҡлы ысын Кеше булып ҡалған!
Һөйләнгән ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына ваҡиға мине тәрән кисерештәргә һалды, шуға Эдуардтың ятҡан гүрҙәре яҡты, мәңгелек йоҡоһоноң тыныс булыуын теләп, артабан хәтеремдә һаҡланған хәтирәләргә, булмышымда уйылған уйҙарыма күсәм... Беҙҙең ауылда ла бер һуғыш ветераны йәшәне, пинжәгенең түшен тултырып өсөнсө дәрәжә Дан, икенсе дәрәжә "Ватан Һуғышы", Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, бихисап миҙалдар таҡҡан батыр яугир ине ул. Бер саҡ мәктәпкә, класс сәғәтенә килгәнендә ғибрәтле һуғыш тарихын да һөйләгәйне: "Бер йәш кенә немец һалдаты пленға эләкте. Ҡарап тороуға бала ғына инде, ауылда тороп ҡалған минең ҡустымдан өлкән түгел. Һуғыш аҙағында Гитлер тоталь мобилизация иғлан иткән, тип ишетелгәйне, шуның сарпыуына эләккәндер инде был бисара үҫмер. Тегене тылға оҙатырҙан алда бер ташландыҡ өйҙә бикләп тоттолар. Шул баланы үҙемдең ауыҙымдан өҙөп ашата башланым, һалҡын яҙ башы булғанлыҡтан, өшөмәһен, тип, өҫтөнә фуфайка, аяғына итектәр табып килтерҙем. Ошо хәстәремде күргән башҡа һалдаттар мине ғәйепләмәне, нишләп дошманды ҡайғыртаһың, тип битәрләмәне..."
Совет һалдаты, Рәсәй һалдаты, быуындар күсәгилешлеге, миһырбанлыҡ, имандың, кешелек сифаттарының һаҡланыуы. Бына ошондай кешеләр ҡыҙғаныуға, йәлләүгә түгел, юғары рухлы ысын кеше булып ҡалырға лайыҡтар, ошондайҙар азатлыҡ килтерә, ошондайҙар кешелек донъяһын ҡотҡара һәм ерҙе ҡапларға яҫҡынған һоро яуызлыҡтан аралай, һаҡлай. Улар ҡайҙа ла, теләһә ниндәй хәлдә лә, торошта ла батыр, миһырбанлы ир булып ҡала беләләр. Ошондайҙар яҡтылыҡ килтерергә, нур өләшергә һәләтле лә инде. Шул уҡ ваҡытта, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында генерал Карбышевтың ҡышҡы селләлә һалҡын һыуҙа ҡойондоролоп, боҙ һәйкәлгә әүерелдерелеүен, миллионлаған кешеләрҙең газ камераларында тонсоҡторолоп, крематорий мейестәрендә яндырылыуҙарын, һәм ошо вәхшилектәрҙең кемдәрҙеңдер аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ ҡулы менән башҡарылыуын һис ҡасан оноторға тейеш түгелбеҙ, түгелбеҙ!
Бына ошондайыраҡ ҡырағай йыртҡыслыҡты иҫбатлаған миҫалдар теҙмәһен әллә күпме килтерергә, дауам итергә мөмкин. Миңә бынан бик күп йылдар элек Латвияның баш ҡалаһы Риганан 18 саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан, Саласпилс тип аталған балалар концлагерын барып күрергә тура килде. Ҡараш иңләмәҫ ҡола ялан, фашистар бынан китерҙән алда кисереп булмаҫлыҡ, ғәфү итмәҫлек енәйәт эҙҙәрен йәшерергә теләп, һәммәһенә үрт һалып, яндырып киткәндәр. Яндырып ҡына енәйәт эҙҙәрен юйып, кешелек донъяһына күрһәтелгән яуаплылыҡтан, ҡылынған гонаһтан ҡасып ҡотолоп булмай! Был ерҙә ҡасандыр дар ағастары торған, был урында казармалар урынлашҡан булған, ә был инде крематорий мейесенең урыны, тигән яҙмалар йәбештерелгән плитәләр генә ҡуйылғайны беҙ ҡараған мәлдә. Бер урында ер ҡуйынына китеп батҡан тәрән яһалма уйым эшләп ҡуйғандар. Унан кескәй баланың леп-леп һуҡҡан йөрәк тибеше һулҡып ишетелә. Бында сәскәләр урынына балалар уйынсыҡтары, тәм-том килтерәләр икән. Беҙ ҙә төргәктәребеҙҙе әлеге уйым эргәһенә һалдыҡ. Кәнфит төргәктәренән бейек тау хасил булған. Беҙҙең күҙ алдында күстәнәстәребеҙҙе эттергесле трактор ҡайҙалыр эттереп тә алып китте. Цивилизациялы иҫәпләнгән Европалағы тәрбиәһеҙлекте күреп, хайран ҡалдым, ошо мәғәнәһеҙ мәшәҡәтте беҙ киткәс эшләп булмай инеме икән!
Был мемориаль комплекста йәнә музей асҡандар. Стеналарға шул дәүерҙән һаҡланып ҡалған бер нисә фотоһүрәт тә эленгән; бер урында утын әрҙәнәләре рәүешендә балалар мәйеттәренең өйөмө, икенсе урында төп олоно ғына ҡалған, туҙы, ботаҡтары һыҙырып, һындырып ашалған ағас. Уны аслыҡҡа сыҙамаған балалар мөнтәгән, кимергән, мөнйөгән. Һуғыш осоронда концлагерҙа надзиратель булған, әле музей хеҙмәткәре сифатында латыш кешеһе эшләй икән. Экскурсия барышында тегегә һорау бирҙем: "Ни сәбәптән һеҙ ошо балаларҙың ғазаптарын аҙға ғына булһа ла еңеләйтергә тырышманығыҙ?" Теге ир, минең ҡулыма килеп эләкһәң, күрһәтер инем һиңә күрмәгәнеңде, тигәндәй, үсле итеп төбәлде, хатта тәндәрем зымбырҙап китте. Йәшерен-батырын түгел, элек тә көнбайыш илдәре беҙҙе яратманы, хәҙер инде, тотош Европаны фашист ҡоллоғонан әрсәләгән Рәсәйҙе асыҡтан-асыҡ күрә алмайҙар. Бер урынлы һорау тыуа, бөгөн Рәсәй агрессияһы тураһында ялған мәғлүмәт таратып, ирек, бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында лаф орған, ҡасандыр уларға азатлыҡ килтергән совет һалдаттарының һәйкәлдәре әлеге мәлдә алып ташланған, емертелгән Балтик буйы илдәрендә, атап әйткәндә, гонаһһыҙ балаларҙың йәнен ҡыйған, фашистарҙың вәхшәтлеген күрһәткән, иҫбат иткән Саласпилс концлагеры, Польша, Германия ерҙәрендәге ошондайыраҡ башҡа концлагерҙарҙың урыны ҡалған, һаҡланған микән? Икеле. Уларҙы күңел асыу урындарына әүерелдереүҙәре бик тә ихтимал. Булмаҫ, тимә!
Тарих төпкөлөн түгел, әйҙәгеҙ, бынан бер нисә йыл элек булып үткән утлы ваҡиғаны, Одессалағы профсоюз йортонда кешеләрҙең тереләй өтөлөүҙәрен хәтергә төшөрәйек. Ҡанһыҙлыҡ та аҙағынаса бөтмәй, ҡасандыр туғандаш иҫәпләнгән Украина ерен ябып, беҙҙең илгә ҡара афәт булып янап, ҡабатлана килә, совет һалдатының кешелек сифаттары, батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары, тыуған Ватанға бирелгәнлектәре иһә бөгөн дә алғы һыҙыҡтағы Рәсәй һалдатының булмышына, рухына күсеп, уны бөйөк, юғары, үлемһеҙ итә!
Яуызлыҡ һәм яҡшылыҡ, ҡара көс менән аҡтың мәңгелек алышы. Яҡшылыҡтың, игелектең еңеренә, тыныс көндәрҙең килеренә һис ҡасан шикләнергә ярамай, сөнки Ерҙең күсәрен миһырбанлылар, иманлылар, Ватан өсөн йәндәрен фиҙа ҡылғандар әйләндерҙе һәм әйләндерә!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 170

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru