«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УМЫРЗАЯ ҒҮМЕРЛЕЛӘР ТУРАҺЫНДА
+  - 


Яҙын ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа сәскә атып, юҡ булған умырзая хаҡында күптән түгел уйланып ултырҙым. Сәскәнең атамаһы ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Интернетта бер автор был һүҙҙең "умыр" тигән тәүге өлөшө - "ғүмер", ә икенсе яртыһы "зая" - "бушҡа" тип аңлатма биргән. "Фарсы" һүҙҙәре улар, тигән һығымта ла яһап ҡуйған. Ана шул ике һүҙҙән торғанлығы тураһында үҙем дә тап шундай фекерҙә инем. Әммә уларҙың "фарсы"лығы менән килешә алмайым, сөнки улар - ғәрәби һүҙҙәр. "Ғүмер" һүҙе беҙгә ғәрәптән үҙгәрешһеҙ күскән. "Зая" тигәне - "юғалыу" тип тәржемә ителә (ғәрәпсә "ҙая" һымағыраҡ әйтелә). Ябай итеп әйткәндә, сәскәнең исеме "заяға үтә торған ғүмерле" тигән мәғәнәгә эйә.

"Умырзая" йырын да бала саҡтан уҡ яттан белә инем. Уның һүҙҙәренә, бәлки, нығыраҡ та иғтибар иткәнмендер: шул аҙ ғүмерле сәскәне йәлләй торғайным. Яҡташыбыҙ - шағир Әхмәт Фәйзуллин (1903 йылда Өфөлә тыуған, 1958 йылда Ҡаҙан ҡалаһында вафат) яҙған уны. Маҡсатым - был һүҙҙең тамырын асып биреү түгел, әлбиттә. Ана шул сәскәне әҙәм балалары менән сағыштырғым килде. Ҡыҫҡа ғүмерле ошо матур сәскәләргә ҡараһам, ғүмерҙең башында ғына тормош арбаһынан төшөп ҡалған бәғзе бер яҡташтарым күҙ алдыма баҫа…
Умырзая сәскә атҡан мәлде кемдең күргәне юҡ? Оҙон ҡышты үткәреп, яҙ ҡояшына йылына башлаған күңелдәргә рәхәтлек биреп, ерҙең ҡарҙан әрселгән урынында сығып килгән был матур сәскә, ысынлап та, әле генә тормошҡа аяҡ баҫҡан әҙәми затты хәтерләтә. Сәскәләй балалар, үҫмерҙәр - йөҙҙәренән сафлыҡ бөркөлгән, шат йылмайып балҡыған матур-матур ҡыҙҙар һәм малайҙар йыш ҡына күҙ алдыма килә... Яҡты донъяның тәмен тоя башлаған, әммә әлегә татып өлгөрмөгән шул йәштәр өсөн сикһеҙ һөйөнәм, уларҙы ялан тултырып, күҙҙең яуын алып торған умырзаяға оҡшатам, күңелдәргә моң килә:

Боҙ ҡатлауы ирегәс,
ер өҫтөнә умырзая сыға, ҡарағыҙ:
Умырзая сыға, умырзая ҡалҡа,
умырзая һуҙа һабағын…

Үҫеп етеп, балиғ булғас, күптәр үҙенә ишен табып, йылы тойғоларын, "тәүге мөхәббәт" хистәрен бер-береһенә аңлатыр өсөн иң матур һүҙҙәр һайлай… Ваҡыты еткәс, егет-елән ил алдындағы бурысын үтәргә әрме хеҙмәтенә китә. Ә инде вәғәҙә биреп оҙатып ҡалған ҡыҙҙар һалдатын әрменән өҙөлөп көтөп алыуҙы ла ҙур бәхеткә һанай. Һөйөү тулы ялҡынлы һүҙҙәре, бәхетле киләсәк хаҡында хыялдары бер-береһенә яҙышҡан хаттарында сағыла. "Һине көтәм, бәғрем, имен-һау ғына ҡайт инде…" "Ғүмер буйы бергә булһаҡ, беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ, йәнем. Көн-төн тик һинең хаҡта ғына уйланам. Дембелгә лә ике ай ҡалып бара…"
Ниһайәт, йәшәү дәрте ташып торған мыҡты, матур һалдат әрменән ҡайтып төшә. Сәскәләй наҙлы, тулышып бешкән сейәләй һылыу ҡыҙы уны ҡаршы ала. Улдарының имен-һау ҡайтыу шатлығынан ата-әсәһе ауылдаштарын йыйып, оло туйҙай мәжлес үткәрә. Хәрби комиссариатта иҫәпкә тороп, бер аҙ ғына ял итеп алғас, күңеленә хуш килгән берәй кәсеп табып, егет ҙур дәрт менән эш башлай. Әрменән көтөп алған әлеге ҡыҙы уның яусы ебәреренә лә шикләнмәй. Ахырҙа, алдан һөйләшеп, килешеп ҡуйған көндә, ҡыҙ өйөнә яусы килә. Туй үткәреп, шатлыҡлы хистәр кисергән ике йөрәк бергә ҡушыла, татыу ғаилә төҙөп, йәшәй ҙә башлайҙар. Бала-сағалы булып, бәхетле, етеш ғүмер итергә хыяллана, ҙур-ҙур пландар ҡора улар. Йәш ир ата йортоноң төкәтмәһе менән генә мөрхәтһенмәй, ҙур, матур айырым йорт төҙөү хаҡында, тиҙерәк үҙаллы булырға - ата-әсә ҡарамағынан сығырға хыяллана. Арзаныраҡ, бер аҙ тотонолған "Жигули"ҙә әкренләп йөрөп ятҡан ҡайһы бер олораҡ ағайҙарҙың кәңәшен дә тотмай, кредитҡа ҡыйбатлы машина ла алып өлгөрә…

Боҙ ҡатлауы кеүек көнкүрештән
сығаһым да килә тиҙерәк
Умырзая кеүек, умырзая кеүек,
умырзая кеүек тиҙ үрләп…

Тик, һәр саҡ әҙәм балаһын һағалаусы мәкерле шайтан - Иблес ялсыһы йоҡлап ятмай. Күберәк йәштәр тирәһендә уралғылай күҙгә күренмәгән был ҡәһәрле зат. Эштән арып, ғаиләһенә ашыҡҡан иргә элегерәк үҙе әсир иткән бер-ике әшнәһен ебәрә. "Ҡара, һин теге, кәләш алдым тигәс тә, эреләнеп китмә әле, әллә беҙҙе уважайт итмәйеңме?" - ти күҙҙәре ҡыҙарып, шешмәкләнгән, ҡулдары ҡалтыранған, иҫкерәк кейемдәге танышы бер аҙ "ашап алырға" өгөтләй. "Ҡуйығыҙ, егеттәр, мине өйҙә кәләш көтә, уңайһыҙ булыр ул…" "Әллә ғүмер буйы бисә һаҡлап ултырырға йыйынаһыңмы, дембелеңде лә йыуҙырманың әле…" тип, ай-вайына ҡуймай, мужиктарҙың береһенең өйөнә егетте алып инеп тә китәләр. Инде ике-өс йыл тирәһе ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгән был йорт эсе, ауылса әйткәндә, "эт ояһына" әйләнгән (уңған хужабикәһе тап ана шул ике-өс йыл элек был өйҙән сығып киткән). Айҙар буйы йыуылмаған, насар еҫ аңҡыған өйҙөң иҙәне уртаһында торған иҫке түңәрәк өҫтәл өҫтөндә буш шешәләр, стакандар тулған, ҡатҡан икмәк һыныҡтары, бер-ике баш һуған тәгәрәгән. Өҫтәл тирәләй тояҡтары ҡумшыған бер нисә ултырғыс тора. Иҫке түшәге өҫтөнә керләнеп бөткән тышһыҙ юрған түшәлгән тимер карауат һәм мөйөштә торған, ҡасандыр уҙған быуатта "дефицит" һаналған шифоньерҙан башҡа өй йыһазы ла күренмәй. "Ҡунаҡсыл" хужа ҡулындағы пакетынан бер "полторашка" буръяҡланып торған сәмәй килтереп сығарып, өҫтәлгә ҡуя. Түбән остағы көмөшкәсе әбейгә утын ярып, эш хаҡы урынына алған икән…
Төн уртаһы үткәс кенә ир өйөнә ҡайтып, кәләшенең тәмле итеп бешергән ашын, һөтлө сәйен дә татымаған көйө карауатҡа ауа. Иренән наҙлау көткән йәш ҡатын уның ауыҙынан сыҡҡан насар еҫтән ерәнеп, икенсе яғына боролоп ята… Иртәгеһен башы "зыңҡыған" хужаның ашау ҡайғыһы ла юҡ, бер сүмес һыу эсеп, эшкә китә. Кисен ҡайтып, йәш кәләше алдында ғәфү үтенә. Күпмелер ваҡыт һин дә-мин йәшәп алалар, әммә бер-ике айҙан әлеге хәл тағы ҡабатлана. Торған һайын йышыраҡ була башлаған был хәлгә ризаһыҙлығын белдерергә йөьрәт иткән, инде бәпәй табырға ла күп ҡалмаған кәләшенә ир ҙә айбарлана башлай. Йылдар буйы бер ҡайҙа ла эшләмәгән әлеге "дуҫтары" юхалап, йыш ҡына "кеҫәһенә төшкөләгәнгә" күрә, кәләшкә алып ҡайтҡан эш хаҡы кәмегәндән-кәмей. Медицина теле менән әйткәндә, алкоголизм сиренең бер стадияһына бик тиҙ барып етә ир. Кәләше бала табыу йортона ингәс, уны һәм тыуысаҡ сабыйын түҙемһеҙлек менән көтөп ала, тик… әле генә атай булған был кеше улы тыуыу шатлығынан, уны "йыуып", сираттағы мәртәбә "ысҡынып" китә. Башта "бахмурҙан", унан бер аҙ "төшөргән" килеш эш урынында күренгеләгән, "прогул"дар ҙа яһай башлаған эшсеһен хужа эшенән бушатырға мәжбүр була. Иҫерек килеш руль артында өр-яңы автомобилен дә түңкәреп ватып, үҙе нисектер иҫән ҡалған ир ҙур суммалы кредит һаҙлығына бата…
Тормош юлында тамам аҙашҡан кеше менән башҡаса бергә йәшәр әмәл ҡалмағас, йәш ҡатын, ҡайны-ҡәйнәһенең өгөтләүенә лә ҡарамай, инде "ай-һай" тороп, "әттә", "әзә", "мәм-мәм" тип тәтелдәй башлаған балаһын алып, үҙенең ата-әсәһенә ҡайтып китергә ҡарар итә. Кәләше әйберҙәрен йыйып, машина яллап, тыуған ауылына күсенеп киткәнен дә күрмәй ҡала әшнәһенең бысраҡ өйө иҙәнендә ләяҡыл булып йоҡлап ятҡан ир. Уға хәҙер ашығыс рәүештә айнығырға, төҙәлергә ынтылыу кәрәк ине лә бит. Әммә, шундай гүзәл ҡатынын, улын хәмергә алыштырған был атай кеше хәҙер инде "ҡайғыһын йыуып", артабан да упҡын төбөнә тәгәрәй, туҡтала алмай эсә торған "алкашҡа" әйләнә, тураһын әйткәндә, "кешелектән" сыға…

Умырзая бик тиҙ үҫеп сыға,
тик аҙ ғына йәшәй турайып,
Умырзая бик тиҙ башын аҫҡа эйә,
умырзая һулый моңайып…

Тирә-яғыбыҙға баҡһаҡ, бына шундай ҡайғылы ахыры булған йәштәребеҙ аҙмы ни? Тормош башында ғына араҡы ҡолона әйләнеп, Аллаһ тарафынан бер мәртәбә бирелә торған ғүмерен сыралай яндырып, заяға үткәргән йәштәр һәр ауылда бар! Үкенесле, әммә күп кенә матур-матур йәштәребеҙ тормош юлын әле генә сәскә атҡан умырзая һымаҡ матур итеп башлап та, ғүмерҙең "ҙур сәскәле" йәйенә тиклем йәшәмәй, араҡынан ағыуланыу арҡаһында яҡты донъянан китеп тә бара. Шул сәбәпле, хатта бер ғаиләнән генә бер нисә кеше бер-бер артлы үлгән миҫалды кем белмәй! "…Әсәй, үлеп барам, ҡотҡар мине! Йәшәгем килә, әсәкәйем!.." - тип тилмереп, "ашығыс ярҙам" килеп етмәҫ борон әсәһенең ҡулында йөрәге туҡтаған йәштәребеҙ аҙмы ни? Эйе, Раббыбыҙ ихтыяры менән әсә ғүмер бирә, әммә, ғәзизен нисек кенә һөйөүенә ҡарамаҫтан, был ағыуҙан ҡотҡарырлыҡ көсө юҡ уның… "Умырзая"ның авторы Әхмәт Фәйзи, бәлки, тап бына шулай фекерләгәндер ҙә, ана шундай аяныслы хәлгә тарыған бәғзе берәүҙе ҡыҙғанғандыр. Хатта күҙ йәштәрен түгә-түгә яҙғандыр ул ошо шиғырын тип тә уйлап алам мин ҡайсаҡ. Артабан йырын бына нисек тамамлап ҡуя шағир:

Юҡ, мин йәшәр инем оҙаҡ, оҙаҡ,
минең килмәй улай булаһым:
Умырзая кеүек, умырзая кеүек,
умырзая кеүек һулыйһым…
Юҡ, мин йәшәр инем йәй яһаусы
ҙур сәскәләр менән йыйылып.
Юҡ, мин үлмәҫ инем умырзая кеүек,
умырзая кеүек бойоғоп…

Ниндәй генә булһа ла ауыл зыяратына барып, ҡәберҙәрҙәге яҙыуға - тыуған һәм үлгән даталарға иғтибар иткәнегеҙ бармы, ҡәҙерле дуҫтар? Зыяраттарыбыҙ йәштәр ҡәбере менән тулған бит, йәмәғәт! Иҫке ҡәбер әһелдәренең башлыса 70-75, унан да арыраҡ йәшәгәнен күрһәк, һуңғы ярты быуатта егерме-утыҙҙа вафат булғандар күбәйгән! Күпселек үлемдең сәбәбе тап ана шул эскелек булыуы бер кемгә лә сер түгел.
Эйе, илебеҙ ҡанундары буйынса, эсеү тыйылмаған, магазиндарҙа ла матур-матур шешәләргә ҡойолған хәмер тулып ултыра. Кемдәрҙер унан матди файҙа, ҙур килем дә ала. Өй шарттарында ла уны ҡыуыусылар етерлек. Уның бөтә кешелек донъяһына ебәрелгән афәт икәнлеген дә, йәмғиәтебеҙҙең, хөкүмәтебеҙҙең дә уға ҡаршы көрәшеүен яҡшы беләбеҙ. Үкенескә, нисек кенә тырышһаҡ та, бөтә ил күләмендә был йән ағыуын тиҙ арала бөтөрөп булмаҫтыр. Әммә Раббыбыҙ беҙгә был үлемесле шыйыҡсаны эсеүҙе ҡәтғи тыйған! Ауыҙыбыҙға уны көсләп тә ҡоймайҙар. Ябай ғына итеп әйтһәк, үҙ үлемен аҡса биреп һатып ала әҙәм балаһы. Үҙенең башына килгән шул оло бәләгә кеше тик үҙе генә ғәйепле. Ҡәҙерле йәштәр, уландарым, ҡыҙҙарым, милләттәштәрем, шайтан хөсөтөнә бирелмәгеҙсе, зинһар өсөн! Аллаһ Тәғәлә тарафынан тик бер генә мәртәбә бирелгән сәскәләй ғүмерҙең ҡәҙерен белегеҙ!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 213

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru