«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘРГӘ АРАЛАШЫУ ӨСӨН МӨМКИНЛЕК
+  - 

Өфөлә "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының "Юлдаш Plus" үҙәге ишектәрен асты. Был майҙансыҡ йәш быуын өсөн күптән көтөлгән бүләк булды, унда уларға үҙҙәренең ижади идеяларын тормошҡа ашырырға, аралашырға һәм медиапродукцияны туған телдә сығарырға мөмкинлек биреләсәк.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов етәкселегендәге сараның абруйлы ҡунаҡтары символик ҡыҙыл төймәгә баҫып, яңы проектҡа старт бирҙе.
- Һис шикһеҙ, бындай майҙансыҡтарҙы асыу мөһим. "Юлдаш" радиоһы һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы етәкселегенә йәштәр йыйыла, яҙҙыра, саралар үткәрә алырлыҡ үҙәк асыу башланғысы өсөн рәхмәтлемен. Беҙ - йәштәр күп йәшәгән төбәк. Улар төрлө, талантлы, ижади. Өлкәндәр, етәкселек йәштәрҙең буш ваҡытын ҡайҙа үткәреүе һәм уларҙың потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Бындай майҙансыҡ, тәү сиратта, йәштәребеҙгә ижади потенциалын асырға мөмкинлек бирер, тип иҫәпләйем, - тип билдәләне Азат Баҙранов.
Мауыҡтырғыс проектты асыу тантанаһы Радио көнөнә һәм 2014 йылдың 1 сентябрендә "Юлдаш" радиоһы нигеҙендә тапшырыуҙар башлаған "Юлдаш Plus" радиоһының юбилейына арналды. 10 йыл эсендә радиостанция тыңлаусыларҙы эфир тапшырыуҙары менән генә ҡыуандырманы, ә республиканың ижади йәштәренә әүҙем ярҙам күрһәтте, милли эстраданы үҫтереүгә булышлыҡ итте, баш ҡала медиаөлкәһе өсөн йәш кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индерҙе. - "Юлдаш Plus" - ул йәштәрҙең башланғысы тураһында тарих. Беҙҙең башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары йыйылып, үҙҙәренең радиостанцияһы булырға тейеш тип ҡарар итте. 10 йыл элек компанияның ул саҡтағы етәкселеге ярҙамы менән асылған "Юлдаш Plus" коллективында иң яҡшы радиожурналистар йыйылды, - тине "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов. - Хәҙер үҙебеҙҙең Йәшлек-хаусыбыҙ барлыҡҡа килде һәм, минеңсә, беҙгә лә шәп проекттар эшләргә теләүселәрҙән сират хасил буласаҡ...
Яңы үҙәк йәштәр өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Телеүҙәк эсендә йәштәр үҙҙәре ремонтлаған яңы бинала осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә планлаштыра. Бында буласаҡ һөнәрҙе билдәләү өсөн кәрәкле ҡорамалдар бар. "Юлдаш Plus"та Өфө фән һәм технологиялар менән Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары эшләй, улар редакция хеҙмәткәрҙәре ҡанаты аҫтында тәжрибә туплай.
- Радио бер ҡасан да бер урында тормай, ул һәр ваҡыт үҫешә. 2000 йылда "Юлдаш" радиостанцияһы, 2010 йылда "Ашҡаҙар" радиоһы асылды, 2014 йылда заман саҡырыуы буйынса "Юлдаш Plus" интернет-радиоһын булдырҙыҡ, ул Өфөнөң һәм республиканың бөтә ижади йәштәрен үҙ янына йыйҙы. Был ваҡыт эсендә бик күп музыкаль акциялар, хит-парадтар, республика масштабындағы фестивалдәр үткәрелә. Хәҙер үҙ эшмәкәрлеген киңәйтергә ваҡыт етте. Бында ижади йәштәр менән эшләргә әҙер инициативалы кешеләрҙе күреүебеҙгә шатбыҙ, - тип һөйләне "Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru