«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШӘҮ ХАҠЫНА
+  - 

Еңеү көнөндә Өфөлә федераль кимәлдәге ваҡиға - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә һәм яҡындарына арналған "Йәшәү хаҡына" тигән яңы театр-хореография сюитаһының премьераһы булды.

Яңы бейеүҙе "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында һәр ваҡыт республиканың күп милләтле халҡының тарихын сағылдырған Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтте. Был бейеү ансамбль репертуарына киләһе миҙгелдә индереләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ултырышы барышында Башҡортостан Башлығы сәнғәттең төрлө төрҙәрендә һәм жанрҙарында Махсус хәрби операция темаһына бағышланған художестволы әҫәрҙәр ижад итеү кәрәклеген билдәләгәйне.
Ғәскәров исемендәге ансамбль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов һөйләүенсә, яңы бейеүҙең тарихы 2023 йылдың сентябрендә Луганск Халыҡ Республикаһына сәфәр ваҡытында яугирҙар менән аралашыуҙар мәлендә тыуған. Улар башҡорт полктары буйлап йөрөгән, егеттәрҙең нисек хеҙмәт иткәнен, ҡайҙа йәшәгәнен ҡараған. Ансамбль исеменән яҡташ яугирҙарыбыҙға автомобиль тапшырғандар. Ғәскәровсылар ул саҡта Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә -Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч, Запорожье өлкәһенең Бердянск һәм Мелитополь ҡалаларында сығыш яһаған тәүге ижади коллектив булды.
- Шул саҡта Махсус хәрби операция ваҡиғаларын тарихта ҡалдырыу уйы килеп тыуҙы ла инде. Беҙҙең репертуарҙа Ватанды һаҡлаған яугирҙарға арналған Фәйзи Ғәскәровтың 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында "Төньяҡ амурҙары", Бөйөк Ватан һуғышының легендар комдивы хаҡында "Генерал Шайморатов" бейеүҙәре бар, - тип билдәләне Нәзир Байегетов. - Беҙ үҙебеҙҙең бейеүҙә ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙы ғына түгел, көн һайын уларҙың именлеге өсөн доға ҡылған туғандарының, ҡатындарының, апай-һеңлеләренең, инәй-өләсәйҙәренең хис-тойғоларын, кисерештәрен сағылдырырға теләнек. Тылдағылар изге ғәмәлдәре менән ярҙам күрһәтә. Хәҙер маскировка селтәрҙәре үргән ирекмән ойошмалары күп, был да сәхнәлә сағылыш тапты. Ошо бейеүҙе ҡараған барлыҡ тамашасылар иланы...
Бейеүҙең тәүге лирик өлөшө ҡыҙҙарҙың маскировка селтәре үреүен күрһәтә. Икенсе өлөшөндә иһә яу күренеше. Бейеүҙең финалында ҡыҙҙар тыуған яҡтарына ҡайтҡан яугирҙар менән осраша.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 126

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru