«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠТАРҘЫҢ БЕРҘӘМ БИШЕГЕ
+  - 

Билдәле булыуынса, бөгөн төрлө дәүләттә йәшәгән халыҡтар элек Евразия киңлеге биләмәһендә күсмә һәм ярымкүсмә тормош алып барған. Беҙҙең бурыс - уларға барыбыҙҙың да тамырҙары Евразия тарихына һәм киңлегенә барып тоташыуын күрһәтеү. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы 2023 йылдың февралендә Күсмә цивилизациялар музейы концепцияһы проекты буйынса фекер алышҡанда әйтте.

Сара барышында Республиканың Күсемһеҙ милек объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин музей проектының фәнни нигеҙен күрһәтте, Өфө, Шишмә, Салауат райондарында табылған археология материалдары менән таныштырҙы.
Республика мәнфәғәттәренә яуап бирәсәк Евразия музейы боронғолоҡ менән бөгөнгөнө, ҡасандыр Бөйөк далала йәшәгән халыҡтарҙы яҡынайтырға булышлыҡ итәсәк, бер нисә төп тарихи һәйкәлде, шул иҫәптән XIV-XV быуаттарҙағы Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләрен берләштерәсәк, туристарҙы, ғалимдарҙы, сәнғәт, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, спортсыларҙы, ғаиләләрҙе йәлеп итәсәк, тип билдәләнде.
Буласаҡ музейҙың визит-үҙәге бинаһының майҙаны 600 кв. м. Унда артефакттар экспозицияһы, лекция залы, депозитарий, кафе һәм ҡарау майҙансығы урынлаштырыласаҡ. Визит-үҙәккә әлеге ваҡытта Башҡортостандың Милли музейында һаҡланған Осман Ҡөрьәне ҡуйыласаҡ, уны былтыр "Китап байрамы"нда республикаға бирҙеләр. Унда шулай уҡ Башҡортостандың картаһы менән XVIII быуаттағы Рәсәй атласы ла урын аласаҡ. Әлеге ваҡытта визит-үҙәктең бинаһы төҙөлгән, бина эсендә һәм фасадта эш бара. Кәшәнәгә табан 600 метрлыҡ һуҡмаҡ һалынған. Музей биләмәһендә СПА-шифахана, Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәге, ике ипподром, этноауыл төҙөләсәк, халыҡ кәсептәре тергеҙеләсәк. Кәсепселек ауылы күргәҙмә өсөн генә түгел, ә продукция етештереү һәм һатыуҙы күҙ уңында тота. Айырыуса беҙҙең республикала үҫешкән кәсептәргә иғтибар биреләсәк: кейеҙ баҫыу, туҡыусылыҡ, туҙҙан әйбер эшләү һәм башҡалар.
Проекттың икенсе әһәмиәтле яғы - музейҙа илдәге иң ҙур дисциплина-ара археология тикшеренеү үҙәктәренең береһен булдырыу. Археология материалдарын, эпиграфика һәм палеография һәйкәлдәрен өйрәнеүҙең һанлы ысулдарына иғтибар ҙур буласаҡ.
"Хөсәйенбәк, Турахан һәм Бәләкәй кәшәнәләре торған биләмә боронғо күскенселәрҙең үҙәге булған. Алтын Урҙаның юғары дәрәжәләге кешеләре тап ошонда килгән. Беҙҙең бурыс - Урта быуат Евразияһының сикһеҙ киңлектәрендә йәшәгән дала халыҡтары тарихының, мәҙәниәтенең хронологияһын күрһәтеү. Музей сиктәрендә Евразия күсмә халыҡтарының уникаль мәҙәниәтен һыҙыҡ өҫтөнә алыу, уларҙың Рәсәй дәүләте вариҫы булған Үҙәк Евразияның дәүләт алды һәм дәүләт берәмектәрен булдырыуҙағы мөһим ролен күрһәтеү", - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. "Башҡортостан Рәсәй тормошонда, тарихында һәм яҙмышында һәр ваҡыт айырым, әһәмиәтле роль уйнаны, - тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылдың ғинуарында республиканың баш ҡалаһына сәфәре барышында. - Бында бер нәмә лә уйлап сығарырға кәрәкмәй. Рәсәй империяһы составына үҙ ирке менән ингәндән алып башҡорттар үҙ ирке менән айырым миссияны - берҙәм Ватандың тышҡы сиктәрен һаҡлауҙы үҙ өҫтөнә алды. Шулай уҡ Өфө, республиканың баш ҡалаһы һәр ваҡыт Рәсәй Исламының мөһим үҙәктәренең береһе булды. Ислам донъяһында мәғрифәтле, ижади һәм бик абруйлы, шул уҡ ваҡытта патриотик йүнәлешле, илебеҙҙең башҡа традицион конфессиялары менән үҙ-ара эш итеүгә көйләнгән Ислам", - тине Владимир Путин.
Һәм республика сираттағы тапҡыр Евразия халыҡтарын берләштергән төбәккә әйләнәсәк.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.05.24 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru