«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КИТАП БАШ ҠАЛАҺЫ
+  - 

24-26 майҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә "Китап-байрам" гөрләп уҙҙы. Былтырғы сарала көндәр эҫе торҙо, шуға күрә лә өс көн буйына Шайморатов һәйкәле ҡаршыһындағы фонтанда балаларҙың сыр-сыу килеп һыуҙа ҡойоноуы иң иҫтә ҡалған зауыҡлы тамаша булды.

Быйыл иһә тәбиғәт иркәләтмәне, хатта һуңғы көндә ямғыр яуып ҡуйҙы. Шуға күрәлерме, байрамға килеүселәр палаткалар, тирмәләр, биналар эстәренә һырыҡты, тематик сараларҙа күберәк ҡатнашты, тап шуның өсөн дә быйылғы "Китап-байрам" интеллектуаль тәрәнлеге менән дә былтырғыһынан айырылып торҙо. Күрәһең, тәбиғәт ғали йәнәптәре һуңғы йылдарҙа күп кенә сараларҙың шоуға әүерелеп барыуын иҫкәртеп, тап ошо көндәрҙә ер өҫтөнә һалҡын һауа, ямғыр ебәргәндер, тим. Был уңайҙан тағы бер фекер: тажзәхмәт сире таралып, күп кенә кешеләр фатирҙарында бикләнгәндә, бер билдәле шәхесебеҙ электән йыйылып килгән күп һанлы китаптарын уҡып сығыуы хаҡында һөйләгәйне. Икенсенән, һуңғы йылдарҙа "Кешеләр хәҙер гәзит-журнал, китап уҡымай, бар диҡҡәте интернетта", тигән фекер нығынып өлгөргәйне. "Китап-байрам" был фекерҙе лә инҡар итте, йәғни тап ошо өс көндә кешеләр ябырылып китеп китап һатып алды. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте китаптарының ғына быйыл ике меңдән ашыу данала һатылыуы шул турала һөйләй, былтыр иһә уларҙың баҫмалары аҙыраҡ һатылған булған.
"Китап-байрам" алдағы йылдарҙа ла тағы ҡыҙыҡлыраҡ, зауыҡлыраҡ итеп үткәрелер тип ышанғы килә. Башҡортостан баш ҡалаһы ысын мәғәнәһендә Китап баш ҡалаһына әйләнһен, тип теләйек!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 652

Киске Өфө
 
Ахмаҡ бер ниҙе лә ғәфү итмәй һәм онотмай; бер ҡатлылар барыһын да ғәфү итә һәм барыһын да онота; аҡыллылар ғәфү итә, әммә бер ниҙе лә онотмай.

(Томас Сас).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru