«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҺ-АҺ, БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ КИТАП УҠЫЙ ИКӘН ДӘҺӘ!
+  - 

Ысынлап та шулай тип аптырарлыҡ булды шул Өфөлә үткән икенсе Халыҡ-ара "Китап-байрам" йәрминкәһе ваҡытында. Өс көн буйы барған был сараға халыҡ эркелеп килде, баш ҡаланың Совет майҙаны гөж килеп торҙо. Китаптар һатылған төрлө павильондарҙа сираттар пәйҙә булды.

Быйыл был байрам баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналды һәм күп төрлө сараларға бай булыуы менән айырылып торҙо. Ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнгән "Китап-байрам"да республиканан һәм Рәсәйҙән генә түгел, ә Беларусь, Әзербайджан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан илдәренән 230-ҙан ашыу нәшриәт, китап магазины, шәхси букинист ҡатнашты. Сараны яҙыусылар менән осрашыуҙар, сәнғәт белгестәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең матур, йөкмәткеле сығыштары биҙәне, ә кистәрен тамашасылар иғтибарына төрлө нәфис фильмдар һәм билдәле артистарҙың моноспектаклдәре тәҡдим ителде.
Әлбиттә, "Китап-байрамдың" төп геройы - китап. Уларҙың ниндәй генә төрө булманы байрамда - балалар өсөн тәғәйенләнгәне, әҙәби китаптар, психологияға арналғаны, аш-һыу менән таныштырғаны, финанс серҙәрен асҡаны һәм башҡалар. Ғөмүмән, йәнең теләгән китапты һайлап алыу мөмкинлеге биреүе менән мәртәбәле сара булды "Китап-байрам".
- Был байрамға Әбйәлилдән махсус килдем. Китап уҡырға яратыусы булараҡ та, билдәле шәхестәрҙең сығыштарын тыңлау ниәтенән дә һәм, иң мөһиме, киләһе уҡыу йылына балаларға ташламалы хаҡтар менән уҡыу әсбаптары алырға теләп, ялдарымды ошо йәрминкәлә үткәрҙем. Сара шул тиклем матур ойошторолған. Ауылда телевизор экрандары аша ғына ҡарап ултырған үҙебеҙҙең башҡорт яҙыусылары менән аралаштым, автографтары менән китаптарын һатып алдым, яңы әҙәби әҫәрҙәренең презентацияларында булдым, ғөмүмән, рухи яҡтан байып, йәшәү дәрте алып ҡайттым, - тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште Сания Хәбибуллина.
Йәрминкәлә балаларға тәғәйенләнгән, улар өсөн нәшер ителгән, кескәйҙәргә аңлайышлы тел менән яҙылған әҙәбиәттең етерлек булыуы шатландырҙы. Айырыуса башҡорт телендәге китаптарҙың төрлө булыуы һөйөндөрҙө. Башҡорт халыҡ әкиәттәре тупланмалары, ижекләп уҡыу өсөн тәғәйенләнгән һәм буяу өсөн китаптары, төҫтәр, һандар, йәнлектәр, ағастар һәм башҡа әйберҙәрҙе һәм күренештәрҙе өйрәнеү китаптары һәм башҡаларын тәҡдим иткән өҫтәлдәр эргәһенән халыҡ өҙөлмәне. Бигерәк тә балаларын эйәртеп килгәндәрҙең китап кәштәләре янынан буш ҡул менән китә алмауын, балаларының теге йәки был китапты тотоп, ҡыҙыҡһынып асып ҡарап, атай-әсәйҙәрен уларҙы һатып алырға өндәүен күҙәтеп тороу күңелле ине. Бер нисә сәхнәлә өҙлөкһөҙ барған әҙәби сағыу сығыштар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙҙары, донъя кимәлендә билдәлелек яулаған яҙыусылар, артистар менән осрашыуҙар байрамды йәнләне һәм йәмләне. Оҫталыҡ дәрестәренең мәктәп уҡыусыларына ғына түгел, ә кескәйҙәр өсөн генә тәғәйенләнеп ойошторолоуы, төрлө йәштәге балаларға ҡыҙыҡлы итеп үткәрелеүе айырым маҡтауға лайыҡ. Ә балалары ҡул эше менән булған йәки өҫтәл уйындарында ҡатнашҡан арала атай-әсәйҙәр психолог менән осрашыу, балаларға финанс тәрбиәһе биреү семинарҙарында ҡатнашыу, концерт ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Ғөмүмән, сара балаларға ла, ололарға ла берҙәй ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп ойошторолоуы менән айырылып торҙо.
Быйылғы "Китап-байрам"дың илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылған булыуы асыҡ сағылды. Совет майҙанындағы меңәрләгән китап араһында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған әҙәбиәттең күплеге, шулай уҡ һалдаттарға оҙатыу өсөн китап йыйыуҙы ойоштороу һәм байрамда ҡатнашыусылар тарафынан хәрбиҙәргә изге теләктәр менән һуғарылған хаттар яҙыуҙы ойоштороу тап ошоно дәлилләне.
Байрам сиктәрендә баш ҡалала беренсе тапҡыр Николай Иванов етәкселегендә Рәсәй Яҙыусылар союзының "Халыҡтар дуҫлығы - әҙәбиәттәр дуҫлығы" пленумы уҙҙы. Шулай уҡ милли нәшриәттәр менән һәм "Әҙәби бәйләнештәр: Башҡортостан - Беларусь" түңәрәк өҫтәлдәре, "Зәйнулла Рәсүлев мираҫы - Башҡортостан һәм Дағстан халыҡтары араһында хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеү" ғилми-ғәмәли конференцияһы, "Берҙәмлектә - көс!" әҙәби сәғәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллығын байрам итеү ойошторолдо.
Сара сиктәрендә республика музей һәм китапханалары байрамға килеүселәргә төрлө темаға арналған күргәҙмәләр тәҡдим итте. Мәҫәлән, Башҡортостан Милли музейының "Өфө: 450 бит тарих" күргәҙмәһендә баш ҡаланы өйрәнеүселәрҙең биографияһы менән танышырға, шулай уҡ ошо теманы яҡтыртҡан ҡулъяҙмаларҙың төп нөсхәләрен һәм һирәк осрай торған китаптарҙы күрергә мөмкин ине. Күргәҙмә алдағы көндәрҙә лә үҙ эшен дауам итә.
Икенсе "Китап-байрам" 170 меңдән ашыу кешене йыйған. Был, ысынлап та, китап йәрминкәһенең халыҡ тарафынан көтөп алынған һәм йылы ҡабул ителгән сара икәнлеген иҫбатлай. Ул уҙған аҙнаның ғына түгел, ә тотош йылдың иң ҙур һәм киң ҡоласлы мәҙәни байрамы булып тарих биттәренә яҙылды.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 131

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru