«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҢҒЫРАУ СЫҢЛАТЫП...
+  - 

Уҙған аҙнала Башҡортостан район һәм ҡалаларында "Һуңғы ҡыңғырау" байрамдары уҙҙы. Быйыл республикала 11-се синыфты 15,5 мең уҡыусы тамамланы, шуларҙың 4385-е - Өфөлә. Һуңғы ҡыңғырау һәр мәктәп уҡыусыһы өсөн мөһим һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Бер үк ваҡытта моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла байрамды һәр уҡыусы көтөп ала, сөнки уларҙы төрлө һынауҙар һәм мөмкинлектәр менән тулы киләсәк көтә.

Мәктәп менән хушлашыусы егет һәм ҡыҙҙарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы: "Һеҙ оло тормош юлына аяҡ баҫаһығыҙ һәм үҙегеҙҙең яҙмышығыҙ өсөн үҙегеҙ яуаплылыҡ алаһығыҙ, ләкин беҙҙең өсөн һәр ваҡыт балалар булып ҡаласаҡһығыҙ. Ошо йылдар эсендә атай-әсәйҙәрегеҙ һәм уҡытыусылар һеҙгә төплө белем бирергә тырышты. Алда һеҙҙе дәүләт имтихандары көтә, уларҙы уңышлы итеп тапшырыуығыҙҙы һәм тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы булыуын теләйем", - тине ул Өфөнөң "Ватан" паркында уҡыусылар алдында сығыш яһап.
Сығарылыш уҡыусыларына ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ҙа үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе. Дәрестәр һәм тәнәфестәр, контроль һәм өйгә эштәр менән үрелеп барған ун бер йыллыҡ уҡыу марафонына нөктә ҡуйған "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы 11-се синыф сығарылыш уҡыусылары өсөн традицион вальс менән тамамланды. Ә был аҙнала иһә кисәге уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтихандары тапшыра башланы. Имтихандар өсөн республикала 165 пункт ойошторолған.
24 май һуңғы ҡыңғырау шулай уҡ 9-сы синыфты тамамлаған 46 меңдән ашыу уҡыусы өсөн дә яңғыраны. Матур һәм ҡупшы кейемдәрҙәге ҡыҙҙар һәм егеттәр тыуған мәктәптәренә һәм уҡытыусыларына арнап йырҙар йырланы, шиғыр һөйләне. Һәр уҡыусының тормошонда ҙур һәм мөһим этаптың тамамланыуын символлаштырған байрам һағышлы ла, шатлыҡлы ла булды, тиҙәр улар. Кемдер көҙөн мәктәпкә кире ҡайтып, артабан уҡыясаҡ, ә ҡайһы берҙәре икенсе уҡыу йорттарында белем алыуҙарын дауам итәсәк. Ә әлегә - улар алдында ла имтихандарын уңышлы тапшырыу бурысы тора.
Һуңғы ҡыңғырау - яҡты хәтирәләр ҡалдырған иҫтәлекле байрам, тулҡынландырғыс тантана. Сығарылыш уҡыусыларының алдағы юлдары ла ошо байрам кеүек сағыу, эштәре - уң, аҙымдары ышаныслы булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 318

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru