Башланды! Эйе, йәй, каникулдар һәм балалар менән тап ошо мәлдәрҙә йыш була торған һәр төрлө күңелһеҙ мажаралар... Дөрөҫ, баш ҡала яны балалар лагерҙарында, мәктәптәрҙең үҙҙәрендә лә уҡыусыларҙы спорт, хеҙмәт, мәҙәни-ойоштороу сараларына йәлеп итеп, уларҙы бер урындараҡ туплап тотоу эштәре йыл һайын атҡарылып килә, ләкин шул "ҡараулы" хәлдә лә ошоға тиклем балалар менән булған бәхетһеҙлек осраҡтары онотолмай әле, ҡыҙғанысҡа. Икенсенән, балаларҙың бөтәһе лә йәйге ялын, ике үҫмерҙең осраҡлы һөйләшеүенән ишетелгәнсә, "лагерҙа бикләнеп" үткәргеһе килмәй һәм улар күбеһенсә урамдарҙа елғыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙе артыҡ күрә.
Дөрөҫ, республикала балиғ булмаған балалар өсөн 1 июндән төнгө ваҡыттарға комендант сәғәте ғәмәлдә, тик бына улар менән мажаралар, үкенескә, йышыраҡ көндөҙгө мәлдәрҙә булыусан. Мәҫәлән, хәҙер һыу инеү миҙгеле етә. Йыл һайын һыуға батыусылар араһында балаларҙың да байтаҡ булыуы айырыуса ҡыҙғаныс. Йыл һайын тигәндәй, хәҙер шулай уҡ уларҙың хәүефһеҙлегенә һәм ғүмеренә янаусы тағы бер замана ҡазаһы барлыҡҡа килде: электр самокаттары. Ошо көндәрҙә генә (27 һәм 29 май), мәҫәлән, Өфөлә әлеге ике тәгәрмәсле "елдереү сараһы" менән бәйле ике юл-транспорт ҡазаһы теркәлде: Аксаков урамында "Киа Соул" руле артындағы ҡатын киҫкен боролош яһап, тротуар буйлап самокатта килгән үҫмерҙе бәреп йыға. Октябрҙең 50 йыллығы урамында икеһе бер самокатта елдереүсе үҫмер егет менән ҡыҙ "Фольксваген Поло" тәгәрмәстәре аҫтына эләгә. Бәхеткә, уларҙың өсөһө лә иҫән, тик ныҡ бәрелеп, мейе һелкенеү менән генә "ҡотолалар".
Ә бит был хәлдәрҙең төҙәтеп булмаҫлыҡ фажиғә менән тамамланыуы ла ихтимал ине, сөнки бөгөн текә машиналарҙа күҙҙәре тоноп, аҡты-ҡараны айырмай ҙур тиҙлек менән елдереүсе иҫерек водителдәр ҙә күбәйҙе. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: 31 майҙа ғына ла бер тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан Өфө ҡалаһында 55 юл-транспорт осрағы теркәлһә, Башҡортостан буйынса эскән килеш рулгә ултырған 61 кеше тотола һәм машина йөрөтөүҙән мәхрүм ителә. Шуларҙың 5-әүһе иҫерек килеш машинаға ҡабатлап ултырырға баҙнат иткән. Уларҙы енәйәт яуаплылығы көтә. Ә махсус рейд барышында бөтәһе 1,7 мең (!) юл-транспорт ҡағиҙәһен боҙоу осраҡтары менән бәйле административ материал төҙөлгән.
Хуш, ә бына самокаттар менән ни эшләргә һуң? Был бит быйыл ғына башланып торған проблема түгел. Былтыр һәм унан алдағы йылдарҙа ла ул мәсьәлә ҙур борсолоу һәм йәйәүлеләрҙә генә түгел, киң йәмәғәтселектә лә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны. Шул сәбәпле былтыр Өфөлә уларға ҡарата яңы юл ҡағиҙәләре лә индерелде, ләкин, күренеүенсә, уның самокатсыларға бер ниндәй ҙә йоғонтоһо булмаған, улар быйыл тағы ла шәберәк тиҙлек менән йәйәүлеләр араһынан киҫкен боролоштар яһап, елдереүҙәрен дауам итәләр. Былтыр, хәтерләһәгеҙ, май айында ғына ла 17 малай самокаттан ҡолап, ауыр йәрәхәттәр алғайны. Шуларҙың береһе - йығылыуы арҡаһында инсульт алған һәм 17-се Өфө ҡала дауаханаһындың реанимация бүлегендә ятҡан 16 йәшлек үҫмер янында БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин булып китте, тип хәбәр иткәйне былтыр мәғлүмәт саралары. Әйткәндәй, "министр обходы" дауахананың травматология бүлегендә тағы бер нисә баланың самокат, велосипедтан ҡолап дауаланып ятҡан мәленә тап килгән. Шул осраҡтан һуң министр республиканың бөтөн ата-әсәләренә йәйге айҙарҙа балаларынан күҙ өҙмәй ҡарап, хәстәрләп тороуҙы һәм улар менән хәлде аңлатып, һөйләшеүҙәр кәрәклеге тураһында социаль селтәрҙә мөрәжәғәт иткәйне.
Ғаилә тәрбиәһе лә был йәһәттән әллә ни һөҙөмтә бирмәгән, күрәһең. Хәҙер сират - ҡала властарына. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ошо көндәрҙә электр самокатсыларға яңы сикләүҙәр индереү хаҡында хәбәр итте. Был мәсьәлә ҡала прокуроры Сергей Воронов һәм Өфө буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы начальнигы менән бергә ултырып тикшерелгән. Мәүлиев әйтеүенсә, самокаттар менән файҙаланыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Былтыр был төр транспорт менән йөрөүселәр һаны 172 мең тәшкил иткән.
Шуның менән бергә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ҡазалары ла арта бара. Быйылғы сезон башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, самокатсылар менән бәйле 13 юл хәрәкәте тәртибен боҙоу осрағы теркәлгән дә инде. Шуға күрә уларға ҡарата тыйыу сараларын көсәйтеү, йәғни юл аша сыҡҡанда һәм кеше күп йөрөгән йәйәүлеләр тротуарҙарында самокаттарҙың тиҙлеген сәғәтенә 5 километрғаса сикләү, шулай уҡ был транспорт төрөнә беркетелгән табличкаларҙы, самокат йөрөтөүсенең шәхесен асыҡлау өсөн, ҙурайтыу кеүек саралар ҡарала. Әйткәндәй, тиҙлек сикләү, самокатсыларға штраф санкциялары хаҡында былтыр ҙа һүҙ булып алғайны ул алыуын. Ҡыҙғанысҡа, Дәүләт Думаһында быйыл да индивидуаль мобиль саралар (СИМ) йөрөтөүселәр өсөн 30 меңгә тиклем штраф тураһында закон проекты хупланһа ла, һаман булһа үҙ көсөнә инә алмай ята...
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА